ҠУҢАЛТАҠ ТОРМОШ
Буш, файҙаһыҙ, мәғәнәһеҙ. □ Бесполезный, бестолковый. Ҡуңалтаҡ кеше.
ҠУҢАЛТАҠ ТОРМОШ (Р.: жизнь в нищете; И.: live in poverty; T.: sefalet) и. диал.
Хәйерселек, ярлылыҡ. □ Жизнь в нищете. Ҡуңалтаҡ тормош туйҙыра.
ҠУҢАЛТАЯҠ р. диал. ҡар. ҡуңалтаҡ I.
Ҡуңалтаяҡ ҡына калуш кейгән.
ҠУҢАЛТЫЛАНЫУ (ҡуңалтылан-) (Р: оголяться; И.: become bare; T.: yoksullaşmak) ҡ. диал.
Яланғасланыу. □ Оголяться, обнищать. Һуғыш йылдарында ҡуңалтыланып ҡалған кескәй өйҙә ул уҙен иркенерәк тойҙо.
ҠУҢҒЫҘ и. зоол. диал. ҡар. ҡуңыҙ. Япраҡ ҡуңғыҙы. Сытырҙаҡ ҡуңғыҙ. М Асыҡ һәм яҡшы һауа була торған булһа, тиреҫ ҡуңғыҙҙары ҡояш байығас сығып йөрөйҙәр. Картотека фондынан, һыу ҡуңғыҙы, кислород етешмәй башлау менән, беренсе булып, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыға. Экспедиция материалдарынан.
ҠУҢҒЫЛТАҠ р. диал. ҡар. ҡуңалтаҡ I. Итеген ҡуңғылтаҡ кейгән.
ҠУҢҒЫРҘАЙ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡуңғырҙайҙы һөйләштәрҙә әллә нисә төрлө атап йөрөтәләр икән.
ҠУҢҒЫР ҠУЛТЫҠ (ҡултығы) (Р: пустой колос; И.: fistular ear; T.: boş başak) u. диал.
Буш башаҡ, еме булмаған башаҡ. □ Пустой колос. Ҡуп ерҙә ҡуңғыр ҡултыҡ уҫкән.
ҠУҢ ИТ (Р.: филе; И.: fillet; T.: fleto) и.
һөйәгенән айырып алынған сей ит; һөйәкһеҙ, һум ит. □ Филе, мякоть мяса. Ҡуң ит һатып алыу.
ҠУҢҠ (Р: подражание прерывистому звонкому низкому звуку (например, жука)', И.: clang! ting; T.: çın) оҡш.
1. Яңғырауыҡлы ҡалын өҙөк тауышты белдергән һүҙ (мәҫәлән, ҡуңыҙҙың тауышын). □ Подражание прерывистому звонкому низкому звуку (например, жука). Ҡуңҡ иткән тауыш ишетелде.
2. ҡар. ҡолҡ.
ҠУҢҠЫЛДАУ (ҡуңҡылда ) (Р.: жужжать; И.: buzz; T.: vıızıdamak) ҡ.
1. Ҡуңҡ-ҡуңҡ иткән тауыш сығарыу.
□ Жужжать. Ҡул буйҙарын яңғыратып, ҡуңыҙ ҡуңҡылдай.
2. ҡар. ҡолҡолдау.
ҠУҢЫҘ (Р: жук; И.: beetle; bug; T.: böcek) и. зоол.
1. Яры ҡанаттарынан тыш ҡаты ҡанаттары ла булған бөжәк. □ Жу к (лат. Coleop-tera). Алтын ҡуңыҙ. Иген ҡуңыҙы. Май ҡуңыҙы. Ялтырауыҡ ҡуңыҙ. ■ Саҡ менән Суҡ тауышы тынған арала, мин Кесе Эйек буйындағы тирәклектәрҙә һандуғас су-тылдауын, көндөҙ кипкән тиҙәк аҫтында ятҡан ҙур ҡыҙыл ҡуңыҙҙың дурылдап осо-уын ишетәм. Ш. Янбаев. Ҡуңыҙ тишектән сыҡҡас, тирә-яҡҡа һынаулы ҡараш ташлағандай, саҡ ҡына туҡтап торҙо ла уҙ юлына китеп барҙы. М. Кәрим.
2. миф. Шайтан барлыҡҡа килтергән мифлаштырылған бөжәк. □ Жук (мифологизированное насекомое, созданное шайтаном). ■ Ҡуңыҙ, себендәрҙе шайтан булдырған. Башҡорт мифологияһынан.
ҠУҢЫР I (Р: бурый; И.: brown; T.: konur) с.
1. Көрәнһыу, ҡыҙғылт ҡара. □ Бурый, тёмно-бурый. Ҡуңыр һыйыр. ■ [Әхмәттең] бите генә тугел, етен төҫлө сәсенең төптәре лә ҡыҙарған, һипкелле киң туңәрәк йөҙө ҡуңыр төрткөлө ал яулыҡты хәтерләтә. Ф. Рәхимғолова. Кеше тау битләуен икегә телеп, туғайға табан һуҙылған уялағы тубылғып уҫкән уләндәр араһында йыллаған ҡараһыу ҡуңыр төҫтәге ҡыу ҡурайҙы кур[ҙе]. Н. Мусин.
2. Ҡоңғорт, көрәнһыу (йөҙгә ҡарата).
□ Смуглый. Ҡуңыр йөҙлө кеше. ■ Хәмит — ҡуңыр йөҙлө, тубәтәйе аҫтынан сығып торған шырт сәстәре сөм-ҡара, кәуҙәһе ҡаҡса, ҡымтыҡ иренле, тыржыҡ танаулы, битендә һипкелдәре бар. Д. Бүләков. Зәкиәнең ҡуңыр йөҙөн буҙартып, ҡуйы ҡыҙыллыҡ йугерҙе. Ғ. Ғүмәр. [Ҡош:] Егет,
588