Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 590 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҢЫРТ
йөҙлө, уҫеп бөткән егет тора ине. Картотека фондынан.
ҠУҢЫРТ (Р.: смугловатый; И.: darkish; T.: konur) с.
Ҡуңырға тартым, ҡуңырһыу. □ Смугловатый. Ҡуңырт йөҙ. Ҡуңырт йөҙлө. Ҡуңырт куҙле.
ҠУҢЫРҺЫУ с.
1. аҙһ. дәр. ҡар. ҡуңыр I, 2. уменьш. етеп. от ҡуңыр I, 2. Ҡуңырһыу йөҙ. ■ Тәбәнәк кәуҙәле, ҡуңырһыу йөҙлө, һәр ваҡыт мөләйем, һәр ваҡыт йылмайып һөйләшә торған Бәҙруш Моҡамайҙың һыны, тәуге һәм һуңғы тапҡыр кургәндәге кеуек, минең хәтерҙә ҡалған. С. Кулибай.
2. диал. аҙһ. дәр. ҡар. ҡуңыр 1,1. уменьш. степ, от ҡуңыр 1,1.
ҠУҢЫС и. диал. ҡар. ҡуныс 1. Быйманың ҡуңысы киң булған.
ҠУҢЫСБАУ и. диал. ҡар. ҡунысбау. Ҡуңысбау бәйләу.
ҠУП I (Р.: хлоп!; И.: clap!; T.: şap!) оҡш.
Тышы ҡаты, эсе йомшаҡ нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хлоп! (подражание звуку, возникающему от удара по чему-л. полому). Ҡуп итеу. Ҡуп итеп ҡалыу.
ҠУП II (ҡубы) (Р: сухостой; И.: dry wood; T.: kuru kereste) и. урм. диал.
1. Ҡоро, ҡыу ағас. □ Сухостой (дерево). Ҡуп ағас. Ҡуп киҫеу.
2. Ун кубометрға тиң үлсәү берәмеге. □ Единица измерения, равная десяти кубометрам. Ун ҡуп утын өйөмө. Бер һалда биш-алты ҡуп була торғайны.
ҠУПА I (Р: место, заросшее камышом; И.: swampy place grown with reeds; T.: bataklık) и.
1. Күл уртаһындағы, һаҙлыҡ эсендәге ҡамышлыҡ; ҡупы. □ Место, заросшее камышом. Ҡупала өйкөм-өйкөм ҡамыш уҫкән.
2. диал. Күтер, батҡаҡлыҡ. □ Трясина. ■ Алайғыр куле тәрән соҡор төбөндә ята. Төбө ҡупа, кутер. Ф. Иҫәнғолов.
3. диал. һаҙлыҡ. □ Болото. И Яйыҡбай ҙа тигән ай ҡупаның әйләнәһе алты саҡрым,
уйын-көлкөләрҙән ҡалдырмабыҙ, килтереп ук булһа саҡырып. Халыҡ йырынан.
ҠУПА II (Р: рогоз болотный; И.: reed mace; T.: hasır otu) и. бот. диал.
Һаҙлыҡ екәне. □ Рогоз болотный (лат. Турһа). Ҡупа уҫкән.
ҠУПА III (Р: кокетка; И.: coquette; T.: cilveli kadın) u.
Ҡылансыҡ, ҡыйпысыҡ, ҡыйпанлаҡ ҡатын-ҡыҙ. □ Кокетка. Ҡупа ҡыҙыҡай.
ҠУПАЙ I (Р: высокомерный; И.: haughty; T.: kibirli) с. диал.
Һауалы, эре; маҡтансыҡ. □ Высокомерный, горделивый. Ҡупай булыу. Ҡупайға әйләнеу. • Үҙ урманында супай ҙа ҡупай. Мәҡәл.
ҠУПАЙ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Купай (название родового подразделения башкир племени усерган). Ҡупайҙар шәжәрә байрамына әҙерләнә.
ҠУПАЙЛАНЫУ (ҡупайлан-) (Р: гордиться; И.: swagger; T.: kibirlenmek) ҡ. диал.
Сәбәпһеҙгә маһайыу, һауаланыу. □ Гордиться, чваниться. Ҡупайлана башлаған. Ҡупайланыу килешмәй.
ҠУПАЙЛЫҠ (ҡупайлығы) (Р: высокомерие; И.: haughtiness; T.: övüngenlik) и.
Эрелек, һауалылыҡ, маҡтансыҡлыҡ. □ Высокомерие, хвастливость. Ҡупайлығы башын текә тотоп атлап килеуенән билдәле.
ҠУ П АЙСЫҠ ( ҡу пайсығы ) (Р: хвастунья; И.: boaster; T: övüngen kadın) и. диал.
Маҡтансыҡ ҡатын-ҡыҙ. □ Хвастунья. Ҡупайсыҡ затлы кейеме менән маҡтана.
ҠУПАЙТЫУ (ҡупайт-) (Р: вздувать;
И.: inflate; T.: şişirmek) ҡ.
1. Ҡабарынҡы итеп ҡалҡытыу; ҡабартыу. □ Вздувать, раздувать. Портфелен ҡупайтыу.
2. кусм. Эреләндереү, маһайтыу. □ Позволять чваниться, зазнаваться, сделать горделивым. Маҡтап ҡупайтыу. Маҡ
590