ҠУПҠАЛЙЫУ
тау уны ҡупайтып ебәрҙе. ■ Этҡол байҙы бынауындай байҙың йорт өҫтөнә килеүе ҡупайтып ебәрҙе булһа кәрәк: ул, мыйыҡтарын йыш-йыш ҡына бора-бора, күҙ ҡыйрыҡтарын сырыштырыбыраҡ ҡупайып ултыра. Т. Хәйбуллин.
3. күсм. Ҡабартып, күпертеп күрһәтеү. □ Выпячивать, выпятить роль, заслуги кого; преувеличивать (в разговоре). Ҡупайтып һөйләү. Әһәмиәтен ҡупайтып күрһәтеү.
ҠУПАЙЫУ (ҡупай-, ҡупая) (Р.: вздуваться; И.: swell, bulge; T.: şişmek) ҡ.
1. Ҡабарып тороу, ҡабарынҡы булып ҡалҡыу. □ Вздуваться, раздуваться. Күлдәктең арҡаһы елгә ҡупая. Тәлғәт бишмәтен йүкә менән быуған, арҡаһы ҡупайып тора. ■ Бынау ике яғы ҡупайып торғаны галифе, үҙебеҙсәләп әйткәндә, гәләфей инде. Ә. Вәли.
2. күсм. Әллә кем булып эреләнеү; маһайыу. □ Зазнаваться, кичиться; пыжиться, важничать. Ҡупайып йөрөү. Ҡупайып ултырыу.
ҠУПАЙЫШ I (Р.: хвастун; И.: braggart; T.: farfara) и. диал.
Маҡтансыҡ кеше. □ Хвастун. Ҡупайыш маҡтана-маҡтана хәбәр һөйләй.
ҠУПАЙЫШ II (Р: чванливый; И.: braggart; T.: övüngen) с. диал.
Эре, ҡупыр. □ Чванливый, спесивый, заносчивый.
ҠУПАЙЫШЫУ (ҡупайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡупайыу 1, 2. взаимн. от ҡупайыу 1, 2.
ҠУПАЛЙЫУ (ҡупалйы-) ҡ. диал. ҡар. ҡупҡалйыу.
ҠУПАЛЫҠ (ҡупалығы) (Р: болотистая местность; И.: marshland grown with reed; T: bataklık) и.
Ҡамыш үҫкән һаҙлыҡ. □ Болотистая местность, заросшая камышом. Ҡупалыкта камыш үҫә.
ҠУПАНДАҠ (Р: беспокойный; И.: restless; T.: rahatsız edici) c.
1. Түҙемһеҙ, сыпрандаҡ. □ Беспокойный. Ҡупандаҡ кеше. Ҡупандак ҡатын.
2. Ғауғасыл, паникаға бирелеүсән. □ Паникер. Ҡупандаҡ егет. Ир-ат ҡупандаҡ булмай ул.
ҠУПАНДАУ (ҡупанда-) ҡ. диал. ҡар. ҡупанлау 2. Ҡупандау менән бер нимә лә килеп сыҡмай.
ҠУПАНЛАУ I (ҡупанла-) (Р: паниковать, паникёрствовать; И.: be panicky; T.: biraz korkmak ) ҡ. һөйл.
1. Ҡурҡыу, кәүгәкләү, шөрләү. □ Паниковать, паникёрствовать. Алдан ҡупанлау. Ҡапылдан ҡурҡыуға төшөп, ҡупанлау, ғауғалау.
2. Түҙемһеҙләнеп сәбәләнеү; сыпранлау.
□ Суетиться. Ҡупанламай ғына тороу. Ҡупанлау менән бер нимә лә килеп сыҡмай.
3. Борғаланыу, ҡыпанлау. □ Вертеться, кокетничать. Әле тегеләй, әле былай ҡупанлау.
ҠУПАНЛАУ II (ҡупанла-) (Р: идти иноходью; И.: amble; T: rahvan yürümek) ҡ. диал.
Юрғалау, ике уң, ике һул аяҡты бер юлы алып атлау (атҡа ҡарата). □ Идти иноходью (о лошади). Ҡара юрға ҡупанлауын ҡарап тороу ҡыҙыҡ. Ҡупанлап барған ишәк.
ҠУПАННАҠ с. диал. ҡар. ҡупандаҡ 1, 2. Ҡупаннак ҡыҙ.
ҠУПҠАЛЙЫТЫУ (ҡупҡалйыт-) (Р: приподнимать кого, что; И.: agitate; T: (biraz) kaldırmak) ҡ.
1. Урынынан ҡуҙғатыу; ҡалҡытыу.
□ Приподнимать кого, что. Халыҡты ҡупҡалйытыу.
2. күсм. Тынысһыҙлатып ҡуҙғатыу; ҡуҙғытыу. □ Будоражить, волновать, возбуждать. Йөрәкте ҡупҡалйытыу.
ҠУПҠАЛЙЫУ I (ҡупҡалйы-) (Р: подниматься; И.: get up; T: kalkmak) ҡ.
1. Урындан тороп ҡуҙғала башлау; ҡалҡыныу. □ Подниматься, вставать. Я Ул [Имән батыр] хәбәрен һөйләп бөтә алманы, лагерь ҡапыл ҡупҡалйыны, шау-шыу ҡупты. Н. Мусин. Урмандағы барлыҡ йән эйәһе ҡупҡалйығайны был мәлдә: күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, ҡыуаҡтарҙы күкрәктәре
591