ҠУПҠАЛЙЫУ
менән ярып, мышылар сабып үтте, бер яҡ ситтә айыуҙың туңҡанлағаны куренеп ҡалды. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Тынысһыҙланыу, ҡуҙғалыу; ҡуҙғыу. □ Будоражиться, волноваться, возбуждаться. Йөрәк ҡупҡалйый. ■ Ҡуңеле ҡупҡалйыған Алдарҙың бынан аҙаҡ эш тураһында һөйләшеп ултырғыһы килмәй ине инде. Н. Мусин. Илдә барған ваҡиғалар илле тел аша ла ишетелә тора бит, бөтә ил ҡупҡалйый. Картотека фондынан.
ҠУПҠАЛЙЫУ II (ҡупҡалйы ) (Р.: тревожиться; И.: feel alarmed; T.: endişe etmek) ҡ. диал.
Борсолоу, түҙемһеҙленеү. □ Тревожиться. Ни нәмәгә ҡупҡалйып йөрөйһөң?
ҠУП-ҠУП (Р: хлоп-хлоп; И.: flop, flop; T: şak şak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡуп иткән тауышты белдергән һүҙ (тышы ҡаты, эсе йомшаҡ нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдерә).
□ Хлоп-хлоп (подражание звуку, возникающему от многократного удара по чему-л. полому). Ҡуп-куп тигән тауыш ишетелә.
ҠУП-ҠУП ИТЕҮ (ҡуп-ҡуп ит ) (Р: хло пать; И.: clap; T: şaklamak) ҡ.
Тышы ҡаты, эсе йомшаҡ йәки ҡыуыш нәмәгә һуҡҡан тауыш сығарыу. □ Хлопать. Тире тарттырылған барабанға һуҡҡанда ҡуп-ҡуп итә.
ҠУП-ҠУП КИЛЕҮ (ҡуп-ҡуп кил-) ҡ. ҡар. ҡуп-ҡуп итеү.
ҠУПЛАУ (ҡупла-) (Р: захвалить; И.: overpraise; T: öve öve şımartmak) ҡ. диал.
Артыҡ маҡтап эреләндереү, ҡупайтыу.
□ Захвалить, возвеличить. Хуплау яҡшы, ҡуплау насар.
ҠУПМАҠ (ҡупмағы) (Р: коряга; И.: snag; T: kütük) и. диал.
Ауған ағастың ҡутарылып ятҡан төбө-тамыры, төпһәһе; ҡумырыҡ. □ Коряга, вывороченный с корнями пень. Ҡупмак аҡтарылған.
ҠУПРАЙТЫУ (купрайт-) (Р: позволить зазнаваться; И.: let boast; T: kendini beğendirmek) ҡ.
Эреләндереү; маһайтыу, ҡупайтыу.
□ Позволить зазнаваться, кичиться, чваниться. Ҡупрайтып ебәреу.
ҠУПРАЙЫУ (ҡупрай-, ҡупрая) (Р: зазнаваться; И.: have one’s nose in the air; T: kendini beğenmek) ҡ.
Үҙеңде шәпкә һанап, эреләнеү; маһайыу, ҡупайыу. □ Зазнаваться, кичиться, чваниться. Ҡупрайып йөрөу. Ҡупрайып ултырыу. • Аҙыҡлы ҡунаҡ ҡупрайыр. Мәҡәл.
ҠУП ТА ҠУП КИЛЕҮ (ҡуп та ҡуп кил ) ҡ. ҡар. ҡуп-ҡуп итеү.
ҠУПТАРАЙ (Р.: хвастун; И.: arrogant; Т.: tafracı) и. һөйл.
1. Маҡтансыҡ, ҡупырыш. □ Хвастун; пустозвон. Ҡуптарай ҡупайыр инде.
2. Ябай, асыҡ кеше. □ Простоватый, откровенный человек. Артыҡ ҡуптарай ҙа булыу ярамай.
ҠУПТАРТЫУ (ҡуптарт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡуптарыу, понуд. от ҡуптарыу. Иҙән таҡтаһын ҡуптартып ҡарау.
ҠУПТАРЫЛЫУ (ҡуптарыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡуптарыу 1. страд, от ҡуптарыу 1. Ҡуптарылған таҡта. Ерҙән ҡуптарылған таш.
2. Аҫты-өҫкә килеү; емерелеү. □ Разрушаться, разноситься в пух и прах. Дауылға йорт-ҡураһы ҡуптарылған.
ҠУПТАРЫУ (ҡуптар-) (Р.: отдирать; И.: tear off; T: koparmak) ҡ.
1. Ныҡ береккән, йәбешкән нәмәне айырыу; аҡтарыу; һүтеү. □ Отдирать, отодрать. Иҙән таҡтаһын ҡуптарыу. Итек табанын ҡуптарыу. Өй тубәһен ҡуптарыу.
2. кусм. Көслө, ярһыу итеп, ҡапыл ҡуҙғатыу; күтәреү, туҙҙырыу. □ Поднимать {бурю, пыль). Буран ҡуптарыу. Дауыл ҡуптарыу. Туҙан ҡуптарыу.
3. кусм. Ыҙғыш-талаш ҡуҙғатыу; тауыш сығарыу. □ Устраивать беспорядки, поднимать шум. Бола ҡуптарыу. Ма
592