Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 593 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУПШЫ
жара ҡуптарыу. Тауыш ҡуптарыу. Янъял ҡуптарыу. ■ Яу юлына сыҡҡанда, ата малын булешкәндәй, юҡ-барға ыҙғыш ҡуптарыу — ирлек тугел. Картотека фондынан. Нөгөштөң Ағиҙелгә ҡойған тирәләге ауылдарҙа ҙур ғына бола ҡуптарып та алғандар: завод ҡорорға тип килеуселәрҙе ҡыуып ебәргәндәр. Б. Рафиҡов. • Дыуамаллыҡ дауыл ҡуптарыр, аҡыл яу баҫыр. Мәҡәл.
ҠУПТАРЫШЫУ (ҡуптарыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡуптарыу, взаимн. от ҡуптарыу.
ҠУПТЫРЫУ (ҡуптыр-) (Р.: отдирать, сдирать; И.: rip off; T.: koparmak) ҡ. диал.
1. Йәбешкән еренән ысҡындырып алыу; айырыу. □ Отдирать, сдирать. Ҡуптырып алыу. Ҡабыҡ ҡуптырыу. ■ Дала дауылы бигерәк көслө була, ҡарт имәндәр тамырын ҡуптыра. Б. Ишемғол.
2. Ҡуҙғатып торғоҙоу; ҡалҡытыу. □ От-колупить. Ташты ҡуптырыу.
3. кусм. Хәрәкәткә килтереү; ҡуҙғатыу. □ Поднимать, вызывать что. Ығы-зығы ҡуптырыу.
ҠУПШАҠЛАНЫУ I (ҡупшаҡлан-) (Р: отклеиваться; И.: come unstuck; T.: kopmak) ҡ. диал.
Йәбешкән ерҙән айырылып тороу.
□ Отклеиваться, отлепляться; отставать. Стенаға йәбештерелгән обой ҡупшаҡланған. Йукәнең ҡайыҙы ҡупшаҡланып тора. ■ [Насар] буяу бер миллиметр ҡалынлығында һыланһа ла, һауытты уртәгәндә ҡупшаҡ-лана. «Башҡортостан», 14 август 2010.
ҠУПШАҠЛАНЫУ II (ҡупшаҡлан-) (Р: рыхлеть; И.: become friable; T.: gevşeklemek) ҡ. диал.
Көпшәкләнеү, йомшаҡ, кәүшәккә әүерелеү. □ Рыхлеть; становиться рыхлым, дрябнуть. Эшкәртеуҙән тупраҡ ҡупшаҡлана.
ҠУПШАҠЛАУ (ҡупшаҡла-) (Р: шелушиться; И.: come off; T.: pul pul dökülmek) ҡ. диал.
1. Һыҙырылыу, ҡуптарылып төшөү.
□ Шелушиться. Борсаҡ ҡупшаҡлана.
2. Төләү, ҡауаҡлау. □ Шелушиться. Ҡулдар ҡупшаҡланған.
ҠУПШАҢҒЫ (Р: насекомое; И.: insect; T.: böcek) и. зоол. диал.
1. Быуынтыҡ аяҡлы, умыртҡаһыҙ ваҡ йән эйәһе; бөжәк. □ Насекомое (лат. Insecta). Файҙалы ҡупшаңғылар. Зарарлы ҡупшаңғылар. Ҡупшаңғы ашаусылар. Ҡупшаңғы ашаусы ҡош.
2. Осоп йөрөмәй торған төрлө бөжәктәр (мәҫәлән, тараҡан, ҡандала, бөрсә). □ Нелетающие насекомые (например, тараканы, клопы, блохи). Ҡупшаңғылар көтөуе.
3. Арҡаһы ҡыҙыл, ҡара төрткөлө бөжәк; еңгәсәй. □ Красноклоп бескрылый; солдатик (лат. Pyrrhocoris apterus). ■ Беҙҙә ҡуп-шаңғыны ла, баҡаны ла ултермәйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
4. ҡар. ҡырҡаяҡ. Ҡупшаңғы кубәйгән. ■ «Ҡырҡаяҡ, ҡырҡаяҡ — ҡырҡаяҡ, утыҙ аяҡ, ун аяҡ, егермеһе — һул аяҡ, егермеһе — уң аяҡ», — тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡуп-шаңғыны куҙәтә инек. Г. Ситдиҡова.
5. ҡар. ҡуңыҙ 1. Ҡупшаңғы ояһы. Тиреҫ ҡупшаңғыһы.
ҠУПШАУ (ҡушла-) ҡ. диал. ҡар. ҡупшыу. Йукәнең ҡайыҙы ҡупшап тора.
ҠУПШЫ I (Р: изысканный; нарядный; И.: smart; T: çok şık) c.
Күрер күҙгә матур, йәмле, килешле. □ Изысканный; нарядный, элегантный, щегольской, щеголеватый. Ҡупшы кәуҙә. Ҡупшы кеше. Ҡупшы кейем. ■ Ҡуп ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың көмөш тауыш менән көлгәндәре ишетелә, ҡорғандар аша бейек-бейек фикус гөлдәре араһында зал буйлап ҡупшы кәуҙәләрҙең парлашып дәртле вальстар аҫтында әйләнеуҙәре куренә. һ. Дәүләтшина. Бер ҡулына хәнйәр, икенсеһенә ҡылыс тотҡан, тимер тушлек кейгән Алдарбай, имәндәй ныҡ, көслө һәм ҡупшы кәуҙәһе менән өй тубәһен тишерҙәй булып, иҙән уртаһында баҫып тора, куҙҙәрен ҡуҙҙай баҙлатып, ҡарттарға алмаш-тилмәш ҡарай. Н. Мусин. [Ерәнҡашҡа] ҡупшы ба
593