Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 595 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУПЫ
тел. □ Литературный язык, һин ни, ҡупшыланған телдә һөйләйһеңдер?
ҠУПШЫЛАНДЫРЫУ (ҡупшылан-дыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡупшылау, пөнуд. от ҡупшылау. Өҫ-башты ҡупшыландырыу. Ҡупшыландырып теккән кулдәк.
ҠУПШЫЛАНЫУ (ҡупшылан-) (Р.: наряжаться; И.: dress up; T.: giyinip kuşanmak) ҡ.
1. Матур итеп кейенеп яһаныу. □ Наряжаться; щеголять. Ҡупшыланып йөрөу. М Байрам көндәгеләй бик тә ҡупшыланып, матур итеп кейенеп алған [Шәмсинур]. Р. Өмөтбаев. Ҡырктартмасы былтыр килгәндә, ҡыҙына [Гөлйемешкә] ҡупшыланып йөрөргә иртәрәк әле, тип уйлап, ҡуй, сулпылары матур тугел, алырбыҙ әле, тип, юҡ сәбәпте бар итеп, һуҙен кире ҡаҡҡайны [Ғилмияза]. Н. Мусин.
2. кусм. Матурланыу, йәмләнеү, күркәмләнеү, күрк биреү (тирә-яҡ тәбиғәткә ҡарата). □ Наряжаться, украшаться, иметь красивый, привлекательный вид (об окружающей природе). ■ Ер көҙҙөң куркәм биҙәктәре менән куҙҙең яуын алырлыҡ булып ҡупшыланды. Ш. Янбаев.
ҠУПШЫЛАП (Р: красиво; И.: nicely; Т.: güzel) р. һөйл.
Килештереп, матурлап. □ Красиво; правильно. Ҡупшылап кейенеп алған. Ҡупшылап һөйләшмәйбеҙ шул.
ҠУПШЫЛАТЫУ (ҡупшылат-) (Р: делать нарядным; И.: make smart; T: zariflendirmek) ҡ.
Ҡупшы иттереү, матурлатыу. □ Делать нарядным, изысканным, элегантным. К Шаян елдәр йәш муйылдың ҡупшылата ап-аҡ шәлен, ҡоштарҙың да, сутылдашып, талдан талға ҡунған мәле. Ә. Таһирова.
ҠУПШЫЛАУ (ҡупшыла) (Р: делать нарядным; И.: make exquisite; T.: güzelleştirmek) ҡ.
Ҡупшы итеү, матурлау. □ Делать нарядным, изысканным, элегантным. Өҫ-башты ҡупшылау.
ҠУПШЫЛЫҠ (ҡупшылығы) (Р: нарядность; И.: elegance; T: görkem) и.
Күңелгә рәхәтлек, йәнгә ләззәт биргән сифат, матурлыҡ, күркәмлек. □ Нарядность, элегантность. Ҡейемдең ҡупшылығы. Ҡупшылығы менән айырылып тора.
ҠУПШЫЛЫҠҠА (Р: на выход; И.: in full dress; T.: abiye) р. диал.
Ҡәҙерлегә, һыйға. □ На выход. Ҡупшылыҡҡа кейә торған кулдәгем.
ҠУПШЫ ТУРҒАЙ и. зоол. ҡар. ҡупшыҡай II. М Ҡыш көнө ҡупшы турғайҙарға ем табыу ауырлашҡанға курә, балалар бойҙай, икмәк һыныҡтары һалып, тағараҡтар элә. «Аҡбуҙат», № 10, 2012.
ҠУПШЫТЫУ (ҡупшыт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡупшыу, понуд. от ҡупшыу. Ҡупшытырға булышлыҡ итеу. Стенаның балсығын ҡупшытыу.
2. һөйл. Ҡуйылған, ҡағылған, торған еренән айырыу, ҡуптарыу. □ Расшатывать. Ҡаҙыҡ ҡупшытыу. Ишек яңағын ҡупшытыу.
3. һөйл. кусм. Тынысһыҙлау, шом һалыу.
□ Встревожить, наводить страх. Йөрәкте ҡупшытыу. Ҡуңелде ҡупшытыу.
ҠУПШЫУ (ҡупшы-) (Р: отклеиться; И.: come unstuck; T: ayrılmak) ҡ.
1. Йәбешкән ерҙән айырылып сығыу; ҡубыу. □ Отклеиться, отлепляться. Стенаға йәбештерелгән ҡағыҙ ҡупшып тора. Я Стенаға йәбештерелгән ҡағыҙ, ләҫ булып, ҡупшый ҙа төшә. Картотека фондынан.
2. Ҡуйылған, ҡағылған, торған еренән айырылыу, ҡуптарылыу. □ Расшатываться. Ҡаҙыҡ ҡупшыу. Бағана ҡупшыу.
ҠУПЫ I (Р: небольшая деревянная чашка, миска; И.: small bowl; T: kase) и. диал.
1. Ағастан соҡоп эшләнгән һауыт; туҫтаҡ. □ Небольшая деревянная чашка, миска. М Әсәй шунда уҡ бер ҡулыма ат ҡылынан урелгән иҫке бауырлыҡ киҫәге, икенсе ҡулыма әсе ҡатыҡ һалынған ҡупы тоттора. Картотека фондынан.
2. Ҙур булмаған сөм һауыт; сеүәтә. □ Маленькая чашка, миска. М [Ҡыҙ] таҙ алдына
595