Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 597 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУР
Үҙен шәпкә һанап, маһайып, эреләнеп йөрөү. □ Зазнаваться, кичиться, чваниться. ■ Ул [кейәу] muş ук һайтлап сабып китмәй, ҡупырая биреп, бер талай туп-тура ҡарап тора: курмәгәндәр куреп ҡалһындар, йәнәһе. М. Кәрим. Айҙар был еңгәһе Сәлимәне уҙенә нисек алыуы тураһында дуҫ-иштәре араһында, һәр ваҡыт маһайып, ҡупырайып, ошондай әңгәмә һөйләй торғайны. Һ. Дәүләтшина.
ҠУПЫРАЙЫШЫУ (ҡупырайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡупырайыу, взаимн. от ҡупырайыу. Ҡупырайышып йөрөу. Ҡупырайышып ултырыу.
ҠУПЫРЛЫҠ (ҡупырлығы) (Р.: чванство; И.: swagger; T.: kibir) и. һөйл.
Маһайыусанлыҡ, ҡупымлыҡ, маҡтан-сыҡлыҡ, эрелек. □ Чванство, кичливость, высокомерность. Ҡупырлык курһәтеу. ■ Батыев уҙенең яңғыҙлығын аңланы. Ҡупырлығының әҫәре лә ҡалманы, йыйылыш аҙағынса башын баҫып ултырҙы. Яр. Вәлиев.
ҠУПЫРСЫУ (ҡупырсы-) (Р.: вздуваться; И.: swell; T.: kabarmak) ҡ. диал.
1. Күберсеү, ҡабарыу. □ Вздуваться, покрываться волдырями, мозолями. Ҡояшҡа бешеп арҡа ҡупырсыны. Ҡул ҡупырсыны.
2. Типсеү, тоташтырып тороу өсөн эре-эре сәнсеп тегеү. □ Сметать. Кулдәктең билен ҡупырсыу. Ең ҡупырсыу.
ҠУПЫРТЫП (Р: преувеличивая; И.: exaggerating; T.: abartarak) р. диал.
Артыҡ арттырып, аштырып. □ Преувеличивая. Ҡупыртып һөйләу. Ҡупыртып маҡтау.
ҠУПЫРТЫУ (ҡупырт-) (Р: преувеличивать; И.: exaggerate; T.: abartmak) ҡ. диал.
Артыҡ арттырыу, маҡтаныу. □ Преувеличивать. ■ [Аҡназар] ҡайһы саҡта кеше ышанмаҫлыҡ нәмәләрҙе ҡупыртып көлкөгә ҡала. Я. Хамматов.
ҠУПЫРЫЙ (Р: чванливый; И.: conceited, swanky; T.: kibirli) с. һөйл.
Ҡупым, ҡупыр (кешегә ҡарата). □ Чванливый, спесивый (о человеке). Ҡупырый булыу. Ҡупырый ҡатын тағы маҡтаныр инде.
ҠУПЫРЫҠ I с. һөйл. ҡар. ҡупым I.
■ Башында шундай кикрекләнеп торған аҫыл тараҡ була тороп, ҡупырыҡ әтәс муйынса бөртөгө эҙләп йөрөймө һуң? Әкиәттән.
ҠУПЫРЫҠ II (ҡупырығы) и. һөйл. ҡар. ҡупым II. Ҡупырыҡ килгән. ■ Ҡупырыҡ йөрөй әллә кем булып, танауын куккә сөйөп. И. Ғиззәтуллин.
ҠУПЫРЫМ I (Р: чванливый; И.: arrogant; T: kibirli) с.
Ҡупырый, ҡупым. □ Чванливый, спесивый. Ҡупырым кеше. Ҡупырым булыу.
■ Абулхайырҙы бик тә ҡупырым һәм уҫал хан, тиҙәр. Н. Мусин.
ҠУПЫРЫМ II и. һөйл. ҡар. ҡупым II. Ҡупырым китеп бара. К Фәнис маҡтанырға булды, тик уйы барып сыҡманы, ҡупырымдың ярты юлда аты арып туҡтаны. Картотека фондынан.
ҠУПЫРЫНЫУ (ҡупырын-) (Р: зазнаваться, кичиться, чваниться; И.: put on airs, boast; T.: kendini beğenmek) ҡ. һөйл.
Үҙен шәпкә һанау; ҡупырайыу, кәпәренеү. □ Зазнаваться, кичиться, чваниться. Юҡ-барға ҡупырыныу. Ҡупырынып йөрөу. ■ Ауыл старостаһы Мөхәррәм ... ҡупырынды, ата куркәләй эсен киреп йөрөнө. Я. Хамматов. Үҙен ҙурлап килгән кеше алдында ҡупырынырға яратҡан Солтанғәле: «Ниндәй ярҙам кәрәк һиңә?» — тип йомшаҡ ҡына һорап ҡуйҙы. Я. Хамматов.
ҠУПЫРЫШI с. диал. ҡар. ҡупырым I.
ҠУПЫРЫШ II и. диал. ҡар. ҡупырым II.
ҠУР I (Р: закваска; И.: leaven; T.: kor) и.
1. Ҡымыҙ, бал әсеткеһе. □ Закваска, солод. ■ Ҡымыҙ юғары сифатлы булһын өсөн, барыһынан да бигерәк, ҡурҙың дөрөҫ һаҡланыуы, яҡшы сифатлы булыуы кәрәк. Картотека фондынан. Торна Ҡарамдың йөрәген елкетеусе ҡеуәтле ҡур ҙа юҡ ине башында. Ә. Хәкимов.
597