Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 598 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУР
2. диал. Ҡамыр, ҡатыҡ һ.б. әсеткеһе.
□ Закваска, гуща. Икмәк ҡуры. Ҡатыҡ ҡуры. Кеуәҫ ҡуры. Буҙа ҡуры.
ҠУР II (Р.: основа; И.: basis; T.: temel) и.
1. Донъя ҡороп китер өсөн башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт, байлыҡ; мая, йыйынтыҡ. □ Основа, фонд. Ҡур аҡса. Ҡур мал. Ул ҡурһыҙ тугел.
2. Абруй, дәрәжә, мәртәбә. □ Авторитет, престиж, чин.
ҠУР III [фарс. (Р.: позор; И.: disgrace;
T.: rezalet) и. диал.
Хур, мәсхәрә. □ Позор. ■ Ҡатындары илашалар, инде ҡур булабыҙ тип, һай. Картотека фондынан. • Иртә торған бай булған, һуңлап торған ҡур булған. Әйтем.
ҠУР IV (Р: последствие; И.: consequence; T.: sonuç) и.
Ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. □ Последствие, следствие. Ауырыуҙың ҡуры бөтмәй ҡалды.
ҠУР V (Р: сак, сачок; И.: net; T.: ağ) и. балҡ.
Яҙғы ташҡында айылғаның кире ағымына ҡуйып балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес ау. □ Сак, сачок (мешкообразная сеть). Ҡур ҡуйыу. Ҡур менән балыҡ тотоу.
ҠУР VI (Р: подать; И.: tax; T.: vergi) и. иҫк.
һалым, яһаҡ. □ Подать, ясак. Ҡур һалыу. Ҡур туләу.
ҠУР VII (Р: горящие угли; И.: embers; T.: kor) и. иҫк.
Шырпы булмаған заманда ут һаҡлау өсөн ҡалдырылған утлы күмер; ҡуҙ.
□ Горящие угли (уголь для сохранения огня). ■ Туҡһандағы ҡарт атаң, селдәй сәсе ағарып, ҡурҙай куҙе ҡыҙарып, туҡылдап утын киҫһә, шул яман. Ҡобайырҙан. Ҡартайған көнөндә ҡарт бабаңдың ҡурҙай ҡыҙыл куҙен сығарҙың. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠУР VIII (Р: пчелиный яд, распространившийся в организме после укуса пчелы; И.: bee venom; T.: arı zehiri) и. умарт. диал.
Ҡорт саҡҡандан һуң организмға таралған матдә. □ Пчелиный яд, распространившийся в организме после укуса пчелы. Тәнгә ҡорттоң ҡуры тарала башланы.
ҠУРА I (Р.: хлев; двор; И.: cowhouse; Т.: ahır) и.
1. Мал-тыуар ояһы; һарай. □ Хлев; сарай. Ат ҡураһы. Һыйыр ҡураһы. • Ҡунаҡ башына ҡуй һуйһаң, ҡураңда ҡуйың ҡалмаҫ. Әйтем. Ҡуй ырыҫы ҡура эсендә. Әйтем.
2. диал. Ваҡ мал өсөн һарайҙың бер яҡ ситенән ситән менән кәртәләп ҡуйылған урын. □ Хлев. ■ Ҡурала мал-тыуарын тәрбиәләп йөрөгән хужа алдына Шамилов килеп баҫты. Ә. Хәкимов. Сабит ағай, — рәйес баш зоотехникҡа төбәлде, — һыйырҙарҙы ҡасан ҡураларға ябабыҙ? Ә. Әминев.
3. диал. Ишек алды, ихата. □ Двор. Ҡураға сығыу. ■ Ул бәпкәләр әле бөгөн генә ҡураға сыҡтылар. Картотека фондынан. Мин ике аралағы ҡапҡанан ғына сығып, Мансур бабайҙар ҡураһына индем. Ул ишек алдын һепереп тора ине. М. Кәрим. Өйҙә һыу бөтөп ҡалыу сәбәпле, ҡура эсендәге ҡойонан, һыу алып керергә кәрәк ине. М. Ғафури.
ҠУРА II (Р.: объедки сена; И.: leavings of hay; T.: kuru ot artığı) и. диал.
Мал ашағандан ҡалған тапанды, ҡалдыҡ. □ Объедки сена, соломы. Ҡураһы ҡалған. Ҡураны йыйып алыу. Мал аҫтына ҡура һалыу.
ҠУРА III (Р: лабазник; И.: corn chandler; T.: ergeç sakalı) и. бот. диал.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һыулы ерҙә үҫә торған ап-аҡ сәскәле, хуш еҫле, баллы дарыу үләне; ерке үлән. □ Лабазник (лат. Filipendula). Ҡураны сабыуы ауыр. • Ел иҫмәй, ҡура һелкенмәй. Әйтем.
ҠУРАЗ [фарс. (Р: петух; И.:
rooster; T.: horoz) и.
1. иҫк. һуғыш әтәсе; һуғышсан, уҫал әтәс. □ Петух (боевой петух; драчливый петух). ■ Әсебеҙ ҡарт бәкәрҙең быуа-ҙындай, телебеҙ йәһәннәмдең шуазындай,
598