ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ
ҡотороп һәр кемгә лә тураябыҙ, һимерткән куркә, тауыҡ ҡуразындай. М. Аҡмулла.
2. диал. Тауыҡ һымаҡтарҙың (ҡорҙар, кугәрсендәр һ. б.) иркәге. □ Самец птиц отряда куриных; косач. • Ҡаҙ ҡаҙ менән, таҙ таҙ менән, таҙ тауыҡ таҙ ҡураз менән. Әйтем.
3. диал. Ирҙәрҙең енси ағзаһы. □ Половой орган мужчин. Ҡуразы ауырта.
4. Ҡайһы бер ҡоштарҙың (ҡорҙарҙың, кугәрсендәрҙең һ. б.) ҡауышыу һәм уйнау урыны. □ Ток (у глухарей, тетеревов и т. п). Ҡоштар ҡуразға йыйылған.
ҠУРАЙ I (Р.: реброплодник уральский; И.: saltwort species; T: kuray çiçeği) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы эре үлән; ҡурай үләне. □ Реброплодник уральский, курай обыкновенный (растение с полым стеблем) (лат. Pleurospermum uralense). Таҡыябаш ҡурай. Ҡурай сәскәһе. ■ Хайран ҡалмаҫлыҡмы — ерҙә уҫеп ултырған бер ябай ҡурайҙы киҫеп ал да, дурт-биш тишек тиш тә .. һуҙып-һуҙып тартып ебәр әле «Сибай»ҙы. Н. Нәжми. Сағылдарҙан ҡырҡып алһаң таҡыябаш ҡурайҙы, ул Уралды ғына тугел, донъяларҙы урайҙыр. С. Әлибаев. Ялан ерҙә уҫкән, ай, бер ҡурай, сәскәләрен елдәр киптерә. Халыҡ йырынан. • Ел өрмәй тороп, ҡурай һелкенмәй. Әйтем.
ҠУРАЙ II (Р: курай; И.: sort of Bashkir flute, quraj\ T: kuray: Başkurtların halk çalgısı) и. этн.
Башҡорт халҡының ҡурай үләненән йәки башҡа эсе көпшәле нәмәләрҙән тишектәр тишеп яһалған тынлы музыка ҡоралы. □ Курай (национальный музыкальный инструмент башкир). Ағас ҡурай. Еҙ ҡурай. Үлән ҡурай. Ҡурай моңо. Ҡурай тауышы. Шыма ҡурай. ■ Ҡурай — башҡорт халҡының ғорурлығы ул; уның моңона беҙҙең илдә генә тугел, бөтә донъяла ла таң ҡалалар. Башҡортостан календарынан. Ҡурай — быуаттан быуатҡа, атанан улға, ағанан ҡустыға өйрәтелгән беҙгә иң
ҡәҙерле музыка ҡоралы — ҡомартҡы булып ҡалған. Картотека фондынан, һыҙылып ҡына сыҡты ҡурай моңо һыҙылып ҡына атҡан был таңда. Р Бикбаев, һыҙғырт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, һөйҙөрт, ҡурай, башҡорт моңдарын. Ш. Бабич. Ҡурайыма һәйкәл ҡуйған саҡта, моңо бөтмәҫ ғорур башҡорттоң. И. Кинйәбулатов. Ирәндек ҡурайы концерттың уҙәгендә булды. Ул иҫ киткес моңло аһәңе менән куңелдәрҙе яулап алды. Н. Иҙелбай. Ҡурай менән ҡумыҙ .. уйнаны. Йомшаҡ аҡ ебәктәй ишелешеп, бар тәбиғәт тыңлап иланы. X. Ғәбитов. Ҡурай — уға йән өрөусе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғы, унһыҙ ул — ҡоро ҡыу һабаҡ. Ғ. Хөсәйенов. Алып бирсе, еңгә, ҡурайымды, «Ҡәкук» кенә көйөн тартайым. Халыҡ йырынан. • Ҡурай өсөн тын кәрәк, егет өсөн һын кәрәк. Әйтем. Ҡурай тартһаң, көй була, бурәнә тартһаң, өй була. Әйтем.
♦ <Кемдеңдер> ҡурайына бейеү кеше ыңғайына, кеше һүҙенә йөрөү, кемдеңдер күрһәтмәһе, теләге буйынса эшләү. □ соотв. Плясать под чужую дудку. ■ Бөтә ауыл уның [председателдең] ҡурайына бейей торғайны. «Көнгәк», 17 июль 2011. [Мәрйәм:] Ирҙәр ҡурайына бейей торған заман тугел, беҙ уҙебеҙ колхозда ҙур көс хәҙер. М. Тажи.
ҠУРАЙ III (Р: сухопарый; И.: gaunt; Т: kuru) с. диал.
Сандыр, ҡаҡса, нәҙек, ябыҡ (кешегә ҡарата). □ Сухопарый, сухощавый (о человеке). Ҡурай егет. Ҡурай кеше. Ҡурай ҡиәфәтле.
ҠУРАЙ IV и. диал. ҡар. ҡура I. Мал ҡурайы. Һыйырҙарҙы ҡурайға ҡыуып индереу.
ҠУРАЙ V и. диал. ҡар. ҡура III.
ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ (Р: малина; И.: raspberry; T: ahududu) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең хуш еҫле алһыу емеше. □ Малина. / Малинный, малиновый (лат. Rubus
599