Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 600 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРАЙ ЕЛӘК
idaeus). Ҡурай еләге ҡайнатмаһы. Ҡурай еләге йыйыу. ■ Улар [Сәғиҙәләр] кеше бейеклек булып уҫкән ҡурай еләге араһына инеп киттеләр. М. Тажи. Ҡурай еләге ҡыуаҡта ҡыҙара, сирень сәскә ата, көн көлә. М. Хәй. Тәнзилә әбей .. ынтылып ҡурай еләктәрен ҡапҡылай. М. Тажи.
ҠУРАЙ ЕЛӘК (еләге) и. бот. диал. ҡар. ҡурай еләге. Ҡурай еләк ҡыуаҡлығы. Ҡурай еләк ашау.
ҠУРАЙ ЕЛӘКЛЕК (еләклеге) (Р.: малинник; И.: raspberry growth; T: ahududu çalılığı) и.
Ҡурай еләге үҫә торған урын. □ Малинник. Элекке ҡырҡындыны ҡурай еләклек баҫҡан. Ҡурай еләклегендә танышҡайнылар.
ҠУРАЙ-КӘРТӘ (Р.: скотный двор; И.: animal farm, cowhouse; T: ahır) и. диал.
Кәртә-ҡура, мал-тыуар торған урын.
□ Скотный двор. Малдар ҡурай-кәртәлә тора. Ҡурай-кәртә төҙөу.
ҠУРАЙЛЫ (Р.: поросший дудником; И.: grown with saltwort; T: kurayh) c.
1. Ҡурай (I) үҫкән (урын). □ Поросший дудником (место). Ҡурайлы туғай. Ҡурайлы ялан.
2. Ҡурайы (II) булған. □ С кураем; имеющий курай. ■ Ҡурай, ҡурай! Халҡымдың бөтмәҫ хазинаһы, халҡымдың мәңге тере хәтере, мәңгелек намыҫы һәм аҡылы! Ҡурайлы халҡымдың .. мәңге шиңмәһен моңо! Ғ. Хисамов.
3. диал. Ҡурайы (V) булған. □ С лабазником. Ҡурайлы бесәнде мал яратып ашамай.
ҠУРАЙЛЫҠ (ҡурайлығы) (Р: место, где растёт курай; И.: saltwort grown place; T: kuray çeçeği büyüyen yer) u.
Ҡурай (I) үҫә торған урын. □ Место, где растёт курай (реброплодник уральский). Ҡурайлыкта ҡурай купләп уҫә.
ҠУРАЙСЫ (Р.: кураист; И.: Bashkir flute player; T: kuraycı) и.
Ҡурай уйнаусы, ҡурай уйнау оҫтаһы.
□ Кураист. Ҡурайсылар ансамбле. ■ Ҡу
райсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа. Халыҡ йырынан. Әллә ҡайҙарҙан уратып-уратып, матур биҙәктәр менән семәрләй биреп, ҡурайсы бер оҙон көйҙө тартып ебәрҙе. Картотека фондынан. Ҡурайға Төлкөсура ла малай сағынан уҡ өйрәнде, өйрәнде генәме, ауылдағы иң шәп ҡурайсы хәҙер. Н. Мусин. Ҡурайсы донъяла тиңе булмаған әлеге ҡыр ҡурайының йөрәктәрҙе өҙөрлөк моңо аша башҡорттоң ике йөҙ йыллыҡ аҙаплы тарихын асып бирә. Ғ. Дәүләтшин. Ишмөхәмәт сәсән заманында йырсы, ҡурайсы, ҡобайырсы булып танылған. Башҡортостан календарынан. Атаҡлы ҡурайсы, йырсы сәсән Ғәбит Арғынбаев, ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәуҙә уның легендаһын һөйләй. С. Галин.
ҠУРАЙСЫ ТУРҒАЙ (Р: козодой; И.: nightjar; T: çobanaldatan) и. зоол. диал.
Күгелйем көрән төҫтәге ҡауырһынлы, нәҙек оҙон ҡанатлы, турғай ҙурлыҡ бәләкәй ҡош; төн ҡошо; төн күгәрсене. □ Козодой (лат. Nyctibius griseus). ■ Ҡурайсы турғайҙың суҡышы бәләкәй, ләкин ауыҙы ҙур. Ҡурайсы турғай тауышһыҙ ғына оса, бөжәктәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин. Ҡурайсы турғайҙың тауышы мотор тауышына оҡшаш оҙайлы тырылдау йәки ҡыҫҡа ғына «ҡуйт». Интернет селтәренән.
ҠУРАЙ ТАРТЫУ (ҡурай тарт ) (Р: играть на курае; И.: play the quraj', T.: kuray çalmak) ҡ.
Тынлы музыка ҡоралы ҡурайҙа көй сығарыу; ҡурай уйнау. □ Играть на курае. М .. Шул ҡыу һабаҡты ҡырҡып алып, көпшәһе аша тын өрөп, ҡурай тартыу, тәбиғәттең уҙе кеуек мәңгелек моң яралтыу — уҙе бер мөғжизә. «Башҡортостан», 22 ғинуар 2013. Алпамыша, ҡурайыңды тартһана, моңландырып өрһәнә, ҡыҙҙар куңелен курһәнә. «Алпамыша». Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңдан сор ҡурайҙар яһап тартайым. Халыҡ йырынан.
600