ҠУРАНЫСЛАНЫУ
ҠУРАЙ УЙНАУ (ҡурай уйна-) (Р.: играть на курае; И.: play the quraj', T.: kuray çalmak) ҡ.
Ҡурай үләненән йәки башҡа эсе көпшәле нәмәләрҙән тишектәр тишеп яһалған тынлы музыка ҡоралы ҡурайҙа көй сығарыу; ҡурай тартыу. □ Играть на курае. ■ Мин бөтәһенән бигерәк ағайымдың ана шулай башын бер aş ҡырын һалып, күкрәк киреп, ҡурай уйнауын ярата торғайным. Д. Бүләков.
ҠУРАЙ ҮЛӘНЕ (Р.: курай обыкновенный, реброплодник уральский; И.: kind of parsley plant, salt grape; T.: kuray çiçeği) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы эре үлән. □ Курай обыкновенный, реброплодник уральский (лат. Pleurospermum uralense). Ҡурай үләнен таҡыябаш ҡурай тип тә йөрөтәләр. ■ Таҡыя башлы, ҡырһыҙ, быуынһыҙ, эстән дә, тыштан да шып-шыма был көпшә — нәғеҙ Урал ҡурайы, беҙҙең яҡтарҙа ғына үҫер наҙлы бер һабаҡ ул ҡурай үләне. Ғ. Хөсәйенов.
ҠУРАЙҮҢӘС (Р: трахея; И.: windpipe; T.: trakea) и. анат.
Тын юлының боғаҙҙан артабанғы өлөшө; боғарлаҡ. □ Трахея. Ҡурайүңәстең ше-шеүе.
ҠУРАҠ (ҡурағы) (Р.: породистый жеребец-производитель; И.: stallion; T: kösemen aygır) и.
Ҡур (II) итеп (йәки ҡурға) ҡалдырылған тоҡом айғыры. □ Породистый жеребец-производитель; жеребец-вожак, оставленный как основа, фонд. Ҡураҡ ҡалдырыу. Ҡураҡ аҫрау.
ҠУРАМА (Р.: лоскутное покрывало; И.: patchwork quilt; T.: kırpıntı örtü) и. диал.
Ваҡ ситса киҫәктәрен ялбырлатып теккән ябыу; ҡорама, ялбырлаҡ. □ Лоскутное покрывало. Ҡурама ҡорау. Ҡурама ябыу.
ҠУРАМТА (Р: сбруя; И.: harness; Т: koşum) и. диал.
Ҡамыт-дуға, өпсөн, ат егәре, сбруй.
□ Сбруя. Ҡурамта әҙерләү. Ҡурамта һатып алыу.
ҠУРАНЫС I (Р.: щуплый; И.: puny, frail; T.: cılız) с.
1. Бәләкәй генә, ҡаҡса кәүҙәле. □ Щуплый, щупленький, низкорослый. Ҡураныс кеше. Ҡураныс һалдат. ■ Шул, кәүҙәгә ҡураныс булһа ла, бик егәрле, эшкә бөткән халыҡ [ҡытайҙар], тубыҡтан һыу кисеп дөгө үҫтерәләр, тип һөйләй торғайны Камил ағай. Ә. Әминев.
2. Ҡурылып бөрөшкән; ас (орлоҡтарға ҡарата). □ Дряблый, неполноценный (о семенах). Ҡураныс орлоҡ. Ҡураныс орлоҡ сәсеп ниндәй уңыш алырға уйлайҙарҙыр.
3. диал. Оҙонлоғо, буйы килешһеҙ ҡыҫҡа; наҡыҫ (кейемгә ҡарата). □ Кургузый, куцый, тесноватый, коротенький (об одежде). Ҡураныс күлдәк. Ҡураныс тун. Ҡураныс кейем.
ҠУРАНЫС II (Р.: туго, мало, недостаточно; И.: not enough, insufficiently; T: az) p. диал.
Ҡыҫаныс, аҙ, етерлек дәрәжәлә түгел.
□ Туго, мало, недостаточно, һуңғы ваҡытта ҡураныс булып тора. Тау ар-маҙар ҡураныс булып тора.
ҠУРАНЫС III (Р: название родового подразделения башкир племени усерган; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кураныс (родовое подразделение башкир племени усерган). Ҡураныстар һабантуйҙа матур йола башлап ебәрҙеләр.
ҠУРАНЫСЛАНЫУ (ҡураныслан ) (Р: становиться щуплым; И.: get puny; T.: cılızlanmak) ҡ.
1. Бәләкәйләнеп, ҡаҡсаға, ҡуранысҡа әйләнеү, ҡураныс булыу. □ Становиться щуплым. ■ Шик-шөбһәләрҙән ул [Фәтих], юҡ ҡына осҡондан да хәҙер-хәҙер гөлтләп тоҡанырҙай сыбыҡ-сытыр кеүек булып,
601