ҠУРҒАУСЫ
1. Ҙур дәрәжәле кешенең (батшаларҙың, монархтарҙың) һаҡсылары, ярандары; ҡарауыл. □ Личная охрана, охранники, свита (царя, монарха). Батша ҡурғалау ы.
2. Кемдеңдер шәхси һаҡсыһы. □ Личная охрана. Шәхси ҡурғалау тотоу.
ҠУРҒАЛАУҺЫҘ (Р.: без охраны, без защитника; И.: unprotected; T.: korumasız) с.
Ҡарауылһыҙ, һаҡлауһыҙ. □ Без охраны, без защитника. Ҡурғалауһыҙ депутат. Ҡурғалауһыҙ ҡалыу.
ҠУРҒАЛЫУ (ҡурғал-) ҡ. төш. ҡар. ҡурғау II. страд, от ҡурғау II. Яуҙан ҡур-ғалыу. Бәлә-ҡазанан ҡурғалыу. Һаҡсылар ярҙамында ҡурғалыу.
ҠУРҒАН I (Р: крепость; И.: fortress; Т.: kale) и. тар.
1. Тупраҡтан өйөп яһалған боронғо хәрби нығытма; ҡәлғә. □ Крепость, укрепление. Боронғо ҡурған. Ҡурғандарға сәйәхәт. ■ Шәрипте ҡулдан ыскындырҙыҡ. Зауыт ҡурғанына кереп бикләнде. Ғ. Ибраһимов. • Яңғыҙ ағас урман булмаҫ, яңғыҙ кирбес ҡурған булмаҫ. Мәҡәл.
2. Боронғо халыҡтар үҙҙәренең үлгән башлыҡтары, баһадирҙары иҫтәлегенә өйөп ҡалдырған яһалма ҡалҡыулыҡ; бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер. □ Курган. Ҡурған төҙөү. Ҡурғандарҙы тикшереү. ■ Ҡалҡыулыҡта Бәндәбикә ҡурғаны бар. Ул, тирмә ой һымаҡ итеп, кирбестән эшләнгән.
3. Биишева. Алтын болан инә төштәремә, музейҙа мин уны күргәйнем; Пшенич-нюк менән, гүйә, бергә ҡурғандарҙы асты көрәгем. Ф. Туғыҙбаева. Боронғо арийҙар ҡурғандарға айырым әһәмиәт биргән: бөйөк кешене бейек итеп өйөлгән ҡәбергә күмһәң, күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт биреп тороусы көс барлыҡҡа килә тип уйлағандар. «Башҡортостан», 22 ғинуар 2013.
ҠУРҒАН II (Р: жареный; И.: roasted; Т: kızartılmış) с.
Ҡурылған, ҡыҙҙырылған. □ Жареный, зажаренный. Ҡурған көнбағыш. Ҡурған ит. Ҡурған картуф.
ҠУРҒАНЫУ (ҡурған-) (Р.: защищаться; И.: defend oneself; T: kendini korumak) ҡ.
Һөжүмдән һаҡланыу. □ Защищаться, обороняться. Дошман һөжүменән ҡурғаныу. Маньяк һөжүменән ҡурғаныу.
ҠУРҒАУ I (Р.: защита; И.: defence; Т: korunma) и.
Нимәнелер һаҡлаусы, һаҡ. □ Защита, оборона; охрана. / Защитный, оборонительный. Ҡурғау тотоу. Ҡурғау һыҙығы. ■ Баштан-аяҡ ҡораллы утыҙлап һаҡсы ҡурғауында ҙур каруан Сәмәрҡәндтән сығып китте. Ә. Хәкимов.
ҠУРҒАУ II (ҡурға-) (Р: защищать; И.: defend; T: korumak) ҡ.
1. Яуҙан, бәлә-ҡазанан һаҡлау, ҡурсалау. □ Защищать; оберегать, бдительно охранять (окружая со всех сторон). Илде ҡурғау. Ҡурғап алып ҡалыу. • Курҡаҡлыҡ үлемдән ҡурғамай. Әйтем.
2. Хәстәрлек күрһәтеү. □ Окружать вниманием, заботиться. Ата-әсәне ҡурғау. Балаларҙы ҡурғау.
ҠУРҒАУЛАУ (ҡурғаула-) (Р: защищать; И.: protect; T: korumak) ҡ.
Нимәнелер һаҡлау, ҡурғау; яуҙан, һөжүмдән һаҡлау, ҡурсалау. □ Защищать; оберегать, охранять. Я Бер төбәкте сит яуҙар килеп баҫһа, ил азаматтары тупланып, үҙҙәренең ирәүәнлектәрен ҡурғаулау өсөн, дошман сабауылына ҡаршы сыҡҡандар. Ғ. Ибраһимов.
ҠУРҒАУСЫ I (Р: защитник; И.: defender; T: koruyucu) и.
1. Яуҙан, һөжүмдән һаҡлаусы. □ Защитник. Илде ҡурғаусы. Һөжүмдән ҡурғаусы. ■ Ошо тирәлә төйәк тотҡан, ныҡ төпләнгән ил ҡурғаусыларының үҙ-ара хәбәрләшеүе булды был. К. Мәргән.
2. күсм. Һәр төрлө бәлә-ҡазанан яҡлаусы; ҡурсалаусы кеше. □ Заступник, покровитель. Ҡурғаусың булмаһа, йәшәүе ҡыйын.
603