Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 604 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРҒАУСЫ
ҠУРҒАУСЫ II (Р.: защищающий; И.: defending; T.: koruyucu) с.
1. Яуҙан, һөжүмдән һаҡлай торған.
□ Защищающий. Илде ҡурғаусы ирҙәр, һөжүмдән ҡурғаусы егеттәр.
2. Һәр төрлө бәлә-ҡазанан яҡлай, ҡурсалай торған. □ Покровительствующий. Ҡурғаусы кешең булыуы шарт.
ҠУРҒАУСЫЛЫҠ (ҡурғаусылығы) (Р.: обороноспособность; И.: defence capability; T: savunma gücü) и.
Һаҡланыу һәләте; яуҙан, һөжүмдән һаҡланыу әҙерлеге. □ Обороноспособность, оборона. / Оборонный. Ҡурғаусылыҡ сараһы. Ҡурғаусылыҡ эше.
ҠУРҒАУ ТОТОУ (ҡурғау тот-) (Р: держать охрану; И.: hold the line; T.: koruması olmak) ҡ.
Һаҡсылар, ярандар, ҡарауыл тотоу (батшаларға, монархтарға ҡарата). □ Держать охрану, команду охранников, личную охрану, свиту (о царе, монархе). Элек батшалар, монархтар ҡурғау тотҡандар.
ҠУРҒАУҺЫҘ (Р.: без охраны; И.: having no protection; T.: korumasız) с.
Ҡарауылһыҙ, һаҡһыҙ. □ Без охраны. Ҡурғауһыҙ батша булмай.
ҠУРҒАУЫЛ (Р: защита; И.: defence; Т.: koruma) и.
1. Яуға, һөжүмгә ҡаршы ҡуйылған һаҡ.
□ Защита, оборона; охрана. Ҡурғауылда ятыу. Ҡурғауылда тороу. Ҡурғауыл тотоу.
2. Яуға, һөжүмгә ҡаршы ҡуйылған һәр төрлө нығытма. □ Защита, оборона, укрепление. Ҡурғауыл һыҙығы. Ил ҡурғауылын нығытыу.
ҠУРҒАУЫЛЛАУ (ҡурғауылла-) (Р: защищать; И.: protect; defend; T.: korumak) ҡ.
Яуға, һөжүмгә ҡаршы тороп һаҡлау.
□ Защищать, охранять. Ил сиген ҡурғауыллау.
ҠУРҒАШ I (Р: свинец; И.: lead; Т.: rasas) и.
1. Ҡара ҡурғаш (еңел сүкелә торған, тиҙ иреүсән, күгелйем төҫлө ауыр металл).
□ Свинец. / Свинцовый. Ҡурғаш заво
ды. Ҡурғаш табыу. ■ Ғәйсәр ҡапҡаға табан атланы. Табанына, әйтерһең, ҡурғаш баулағандар, атлағыһы ла килмәй. Н. Мусин. • Фашист килһә, башҡа эшеңде ҡуй — ҡурғаш ал да пуля ҡой. Әйтем.
2. Аҡ ҡурғаш (еңел сүкелә торған, көмөш һымаҡ аҡһыл төҫтәге металл). □ Олово. / Оловянный. Ҡурғаш иретеү. Ҡурғаштан ҡот ҡойоу. • Ҡурғашты көмөш тигәндәр, ирегән дә төшкән, ти. Әйтем.
3. иҫк. Йәбештерә торған материал.
□ Паяльный материал, припой. Ҡурғаш менән самауыр ямау.
4. күсм. Винтовка, револьвер һәм пулеметтан атыла торған ҡурғашлы бәләкәй йәҙрә. □ Пуля. Ҡурғаш яуҙырыу. ■ Яу яланы. Бында олоп туҡтауһыҙ ҡурғаш яуа. М. Кәрим. Ямғыр кеүек, ҡурғаш яуа беҙ меҫкендәр башына. Бәйеттән.
♦ <Мейеһе (йәки башы)> ҡурғаш иретеп ҡойған һымаҡ башта ныҡ ауырлыҡ тойғанда, баш ныҡ ауыртҡанда әйтелә.
□ Голова словно свинцом налилась; голова тяжёлая, голова болит.
ҠУРҒАШ II (Р: свинцовый; И.: lead; Т.: rasas) с.
1. Ҡурғашлы, ҡурғашы булған. □ Свинцовый; оловянный. Ҡармаҡтың ҡурғаш ауыртмағы. Ҡурғаш туҙаны.
2. Ҡурғаштан яһалған. □ Свинцовый; оловянный. Ҡурғаш пуля. ■ Йәнтимер шуны һиҙемләне: был юлы өйҙән алып килгән ҡурғаш ҡашыҡты ғына түгел, үҙ рухының, әҙәмлек сифатының бер өлөшөн, бер осҡонон юғалтты. М. Кәрим.
3. күсм. Ҡурғаш кеүек, ҡурғаш төҫлө; ҡарағусҡыл. □ Свинцовый, тяжёлый. Ҡурғаш болоттар. ■ Ҡабул итәм ыжғыр бурандарын, ҡара ҡурғаш болот көндәрен. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ҠУРҒАШ ЙҮГЕРТЕҮ (ҡурғаш йүгерт ) (Р: лудить; И.: tin; T.: kalaylamak) ҡ.
Ҡурғашлы итеү, ҡурғаш (I, 1, 2) ялатыу. □ Лудить, вылудить, заливать оловом. Ҡәстрүлгә ҡурғаш йүгертеү.
604