ҠУРҒЫ ҠАҘАН
1. Тимерсенең металл ҡыҙҙыра торған махсус мейесе. □ Горн (в кузнице). Тимерсе ҡурғыһын ҡарап килде. Тимерсенең ҡурғыһы яна.
2. Иретеп йәбештереүсе ҡорамал; паяльник. □ Паяльник. Ҡурғыны килтереп биреу. ■ [Тимерсенең] сукеше, һандалы бар. Ҡурғыһы менән йәбештерә торған әллә купме нәмә өйөлөп киткән. Ғ. Ибраһимов.
ҠУРҒЫ ҠАҘАН (Р.: неглубокий котёл для жаренья; И.: kind of cauldron; T.: küçük kazan) и.
Бойҙай, борсаҡ һәм башҡа шуның һымаҡ нәмә ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан. □ Неглубокий котёл для жаренья. ■ Ҡу-сәк бейҙең әсәһе ярыҡ ҡурғы ҡаҙанда ҡурмас ҡыҙҙырып ултыра. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ҡурмас, ғәҙәттә, усаҡта, талғын утта, йәйпәк ҡаҙанда (беҙҙә уны ҡурғы ҡаҙан тиҙәр) ҡурыла. Экспедиция материалдарынан. Ҡурғы ҡаҙанға өс-дурт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. 5—6 минуттан бойҙай уҙенән-уҙе сыртлап һикерешә башлай. Шул саҡ бер нисә бөртөгөн алып йә тешләп, йә бармаҡ араһына ҡыҫып, өлгөргәнлеген һынайҙар. «Башҡорт аш-һыуҙары» китабынан.
ҠУРҒЫЛЫҠ (ҡурғылығы) и. ҡар. ҡурғы I, 1. Ҡурғылыкка тал сыбығы йыйырға барыу. * Ҡурғылыкта һис бер тынмай сылтыр-сылтыр шишмә йырлай. С. Ҡудаш.
ҠУРҒЫУ I (ҡурғы-) ҡ. ҡар. ҡурғау II. Яуҙан ҡурғыу. Бәлә-ҡазанан ҡурғыу. ■ Ай Уралым, таш йортом, башҡортомдоң баш йорто, ете ырыуға ҡор булған, бергә туплап ҡурғыған. Р. Шәкүр.
ҠУРҒЫУ II (ҡурғы-) ҡ. диал. ҡар. ҡурҡыу I. Ҡурғып китеу. Ҡурғып тороу. Ҡапыл ҡурғыу.
ҠУРҘАЙ I и. анат. ҡар. ҡоролдай II. Боғарлаҡ ҡурҙайҙан башлана. Ҡурҙай тиресәһенең шешеуе.
ҠУРҘАЙ II (Р: болотная камышовка; И.: millerbird; T.: çalı kamışçını) и. зоол.
Башҡа турғайҙарҙан башлыса тауышы менән айырылған бәләкәй генә бик теремек йырсы ҡошсоҡ. □ Болотная камышовка (лат. Acrocephalus palustris). Йырсы ҡурҙай. Сыбар ҡурҙай. Тал ҡурҙайы. ■ Ҡурҙайҙың тауышы көслө, шығырлап һайрай. Ҡайһы ваҡыт башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығара. Э. Ишбирҙин. Ҡурҙай һыуға яҡын урындағы таллыҡтарҙа, ҡамыш араларында йәшәй, ваҡ бөжәктәр, улән орлоҡтары менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ҠУРҘАҠ (ҡурҙағы) (Р: жаркое; И.: roast (meat); T: kızartma) и.
1. этн. Яңы һуйған малдың үҙ майында ҡурылған йөрәге, үпкә-бауыры. □ Жаркое. Ҡурҙаҡ әҙерләу. ■ Башҡорт ашамлыҡтары араһында саф иттән тыш, малдың эсәк-ҡарынынан, упкә-бауырынан, баш-тояғынан да бик тәмле ризыҡ әҙерләйҙәр. Әйтәйек, упкә-бауырҙы йыуып таҙартып, ҡайнатып алғас, ваҡлап турап, ҡаҙанда ҡыҙҙырып, ҡурҙаҡ әҙерләгәндәр. «Башҡортостан», 11 июль 2011. Өмәселәр бер ҙур табын булып әйләнеп ултырҙылар. Әңгәмәләшеп, лабырлашып ашап эсергә тотондолар. Уларға Муйылбикәнең һурпалы ит ҡурҙағы ла, тары бутҡаһы ла, йомғаҡлы аҡ майҙары ла бик тәмле тойолдо, һ. Дәүләтшина.
2. Утта ҡурылған ит. □ Жаренное на углях мясо; барбекю. Ҡурҙаҡ бешереу. Ҡурҙаҡҡа саҡырыу. М Бер тирмә янында ике ҡатын ит турай. Улар ҡурҙаҡ бешерергә әҙерләнәләр. Ш. Шәһәр.
ҠУРҘАУ (Р: кумыс, прокисший в первой посуде; И.: koumiss after fermenting in the first vessel; T.: kımız türü) и. диал.
Беренсе көбөлә әсегән ҡымыҙ. □ Кумыс, прокисший в первой посуде. Ҡурҙау ҡойоп биреу. Ҡурҙау яҡшы әсегән.
ҠУРҘЫ (Р: плодовитый; И.: fertile; Т.: verimli) с. диал.
Үрсемле, ҡурлы. □ Плодовитый. Ҡурҙы мал. Ҡурҙы һарыҡ.
606