Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 607 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРЙЫН
ҠУРҘЫРТЫУ (ҡурҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡурҙырыу, понуд. от ҡурҙырыу. Картуф ҡурҙыртыу. Ҡурмас ҡурҙыртыу.
ҠУРҘЫРЫУ (ҡурҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡурыу I. понуд. от ҡурыу I. Ит ҡурҙырыу. Картуф ҡурҙырыу.
ҠУРЖА (Р.: накипь на дне посуды; И.: scum; T.: kazantaşı) и. диал.
Ҡайнағанда иремәй торған тоҙҙарҙың берәй һауыт эсенә ултырып ҡатҡан юшҡыны; ҡомаҡ. □ Накипь на дне посуды. Сәйнүккә ҡуржа ултырған. Самауырға һыуҙың ҡуржаһы ултыра. ■ һыу ҡайната торған һауыт (самауыр, сәйнүк һ. б.) төбөнә ултырып ҡатҡан ҡом һымаҡ нәмәне ҡуржа тиҙәр беҙҙең һөйләштә. Экспедиция материалдарынан. Самауырға ҡуржа ултырғанға сәйҙең тәме юҡ. М. Тажи.
ҠУРЖАҠ (ҡуржағы) (Р: иней; И.: hoarfrost; T: kırağı) и. диал.
1. Лүшә, сасҡау. □ Иней. Ағасҡа ҡур-жаҡ ҡунған. Куржаҡ ағас ботаҡтарын эйҙерә. Куржаҡ ҡайын ботаҡтарын ҡаплаған.
2. Ҡар шекәрәһе (епшек көндән һуң ҡар өҫтөнә ҡатҡан йоҡа боҙ). □ Наст. Куржаҡ барлыҡҡа килгән. Куржаҡ ялтырай.
ҠУРЖЫМ (Р: закваска; И.: leaven; Т: maya) и. диал.
1. Ҡур, әсетке. □ Закваска. Бал ҡур-жымы. Икмәк ҡуржымы.
2. ҡар. ҡуржа. Һыу татырлы, ҡуржым ултыра. Ҡуржым ҡатҡан.
ҠУРЖЫН I (Р.: перемётная сумка из кожи или шерсти; И.: saddlebag; T.: yük) и. этн.
Эйәр ҡанъяғаһына артыу өсөн күндән йәки йөн балаҫтан матур итеп биҙәп яһалған ике яҡлы моҡсай; артмаҡ. □ Перемётная сумка из кожи или шерсти; вьюк. Ҡуржынға аҙыҡ һалыу. Ҡуржын аҫыу. ■ Ибраһим, ҡуржын төбөнән йомарлап ҡорот һәрмәп алып, егеттәргә ырғытты. Картотека фондынан. [Тимербулат] аттың бауырлығын
күтәреп, ҡуржындағы ваҡ-төйәген тартып бәйләне. Һ. Дәүләтшина.
ҠУРЖЫН II (Р: накипь; И.: scum; Т: kazantaşı) и. диал.
1. Ниндәйҙер һауыт (самауыр, сәйнүк, биҙрә һ. б.) төбөнә ултырып ҡатҡан ҡом һымаҡ нәмә, ҡаҡ, юшҡын. □ Накипь. Ҡуржын таҙартыу.
2. ҡар. ҡуржым 1. Ҡуржын ҡалдырыу. Ҡуржын һалыу.
ҠУРЖЫН III (Р: подонки; И.: dregs; Т: döküntü) и. диал.
1. һарҡынды, нимәнеңдер төбөндәге ҡалдыҡ, төпрә, сүпрә. □ Подонки (остатки жидкости на дне посуды вместе с осадком). Ҡуржынын йыйып алыу. Ҡуржын түгеү.
2. Шыйыҡлыҡтың төпкә ултырған ҡуйыһы. □ Осадок жидкости. Май ҡуржыны. Бал ҡуржыны.
3. һутын йәки майын һығып алғандан ҡалған сүп. □ Выжимки. Еләк ҡуржыны. Киндер ҡуржыны. Көнбағыш ҡуржынын мал аҙығы итеп файҙаланыу.
ҠУРЖЫН IV (Р: пастила; И.: marshmallow sticks; T: pestil) и. диал.
Иҙеп, таҡтаға йәйеп киптерелгән емеш-еләк; ҡаҡ. □ Пастила. ■ «Асыҡҡанда, ҡоҙа, ҡапҡыларһың», — тип, ҡорот, ҡуржын, ҡыҙыл эремсек һалып, төйөнсөк әҙерләне [Таһира]. Ф. Ғәлимов.
ҠУР ИТЕҮ (ҡур ит-) (Р: осрамить; И.: disgrace; T.: rezil etmek) ҡ. диал.
Кеше алдында оятлы итеү, мәсхәрәгә ҡалдырыу; хур итеү. □ Осрамить, опозорить. ■ [Олатаһы:] Ҡарт көнөмдә битемә ҡара яҡты, мир алдында ҡур итте бәдбәхет ҡыҙыҡай. Н. Иҙелбай. [Мифтах:] Ҡур иттеләр мине. К. Мәргән. • Әҙәмде әҙәм ҡур итер, күрә алмаһа; аҡһаҡ эт ятып өрөр, өрә алмаһа. Әйтем.
ҠУРЙЫН I и. диал. ҡар. ҡуржын I. Ҡурйын аҫыу. • Арыҡ атҡа ҡурйын да ауыр. Әйтем. Арыҡ ат һимерһә, янына ҡурйын бәйләтмәҫ. Әйтем. Яман мал ҡурйын
607