ҠУРЙЫН
бәйләтмәҫ, яман әҙәм янына кеше эйәләтмәҫ. Мәҡәл.
♦ Ҡурйын тулыу аҡса, малға булған нәфсене ҡәнәғәтләндереү. □ Удовлетворяться богатством, деньгами. Һинең дә ҡурйының тулмаҫтай булды. <Үҙ> ҡурйынына һалыу 1) үҙенеке итеү, үҙләштереү. □ Присвоить. М Урал ҡуйынын-дағы бөтә алтынды уҙ ҡурйынына һалып бөтөр өсөн [Брагин] төрлө-төрлө заводтар ҡорған. 3. Биишева; 2) үҙ бизмәненә үлсәү; үҙе һымаҡ күреү. □ Примерять на себя. Үҙ ҡурйыны кеуек куреу.
ҠУРЙЫН II (Р.: осадок от медовухи; И.: mead dregs; T.: hamir) и. диал.
Бал балының әсеткеһе; ҡур, төпрә.
□ Осадок от медовухи, закваска. Ҡурйын һалыу. Ҡурйын менән бал ҡойоу.
ҠУРЙЫУ (ҡурйы-) (Р.: перекисать; И.: turn too sour; T.: ekşimek) ҡ.
Үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу. □ Перекисать. Бал ҡурйыу. Ҡурйыған ҡымыҙ. Ҡурйыған буҙа.
ҠУРҠАҠ I (Р: трусливый; И.: cowardly; T: korkak) с.
Ҡурҡыу тойғоһона тиҙ бирелеүсән; ҡурҡыу тойғоһон еңә алмаған, ҡурҡыусан.
□ Трусливый, боязливый; пугливый. Кур-ҡаҡ кеше. Ҡурҡаҡ йән. Ҡуркак ҡиәфәт. Ҡурҡаҡ булыу. М Быны куреп торған Айҙарҙың эсе бошто: «Ҡурҡаҡ нәмә һин, серәкәй, — тип әрләне ул эсенән теге оҙон морондо. — Танауына ҡунғансы, куҙенә килеп инһәң, ни ерең кәмер ине, йунһеҙ. Етмәһә, минең сигелгән тубәтәйгә ата». М. Кәрим. Егеттәрҙең ҡайһылары икеләнеберәк ҡалғандар, ә ҡайһылары: «Ҡурҡаҡ кеше беҙ тугел», — тип, Ерәнсә сәсәндең һуҙен ҡе-у этләгәндәр. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». Ирмен тигән егеттең әйтер һуҙе хаҡ булыр, куңеле уның аҡ булыр, яман эштән һаҡ булыр; ҡурҡаҡ булмаҫ ир-батыр, өркәк булмаҫ ир-батыр. Ҡобайырҙан. • Бирәм тигән бей булмаҫ, ҡурҡаҡ әҙәм ир булмаҫ. Әйтем. Иҙел кисмәй ил булмаҫ, ҡурҡаҡ егет
ир булмаҫ. Мәҡәл. Иманһыҙ ҡурҡаҡ булыр. Әйтем. Куҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр. Әйтем. Куҙ ҡурҡаҡ, куңел батыр. Әйтем. Курҡаҡ егет ҡуй башынан да ҡурҡыр. Әйтем. Курҡаҡ эт өрөп ҡурҡыуын баҫыр. Әйтем. Курҡаҡ ир — аяҡлы сир. Әйтем.
ҠУРҠАҠ II (ҡурҡағы) (Р: трус; И.: coward; T.: korkak) и.
Ҡурҡыу тойғоһон еңә алмаған, ҡурҡыусан кеше. □ Трус. ■ «Өс таған»ды емерер өсөн ҡотҡо ҡораһыңмы? — тип ҡыҙып китте былай ҙа кәйефе боҙолған Башлыҡ. — Шөрләйһеңме, ҡурҡаҡ? М. Кәрим. Халыҡтың яманды, ялғанды, ҡурҡаҡты тугел, ә яҡшыны, хаҡлыҡты һәм батырлыҡты данлау ғәҙәтенә мин тәрән хөрмәт менән ҡарайым. 3. Биишева. Курҡаҡ хатта тубыҡтан һай һыуға батыр, утты-һыуҙы кисеп сығыр һәр саҡ батыр. Н. Иҙелбай. Ҡыйыуҙыр тип уйлап йөрөгәнем ҡурҡаҡ булып сыҡты. Ул бары тик яҙмыш ҡулындағы ҡурсаҡ булып сыҡты. Р. Сафин. • Айыу — өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө. Мәҡәл. Батыр бер улгәнсе ҡурҡаҡ ҡырҡ у лер. Мәҡәл. Курҡаҡ батырлыҡ тураһында һөйләргә ярата. Әйтем. Курҡаҡ ҡурҡһа — сөскөрөр, дошманына көс бирер. Әйтем. Курҡаҡ менән юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма. Әйтем. Курҡаҡ ҡом менән бер: ҡойола ла төшә. Әйтем. Курҡаҡ уҙ куләгәһенән дә ҡурҡа. Әйтем. Курҡаҡ уҙ куләгәһенән ҡурҡҡан, куҫәк алып һуҡҡан. Әйтем. Курҡаҡ юғалтҡанды батыр табыр. Мәҡәл. Ҡурҡаҡтың йоҙроғо кеҫәһендә. Әйтем. Курҡаҡтың куңеле юртаҡ. Әйтем.
ҠУРҠАҠ III (ҡурҡағы) (Р: холодец; И.: jellied minced meat; T: paça dondurması) u. кул. диал.
Ҡойҡа ашы, дерелдәк. □ Холодец. Курҡаҡ бешереу. Курҡаҡ ашау.
ҠУРҠАҠЛАНЫУ (ҡурҡаҡлан) (Р: становиться трусливым; И.: become cowardly; T.: korkak olmak) ҡ.
Ҡурҡаҡҡа әйләнеү, ҡурҡаҡ булыу. □ Становиться трусливым, боязливым, пу-
608