ҠУРҠЫНҒЫС
дай яғымлы, йомшаҡ булып сыҡты, шунда уҡ малайҙар тынысландылар. Б. Бикбай.
ҠУРҠЫНҒЫС с. диал. ҡар. ҡурҡыныс II, 2. Ҡурҡынғыс ҡаяға менеу.
ҠУРҠЫНДЫРЫУ (ҡурҡындыр-) (Р.: заставлять испугаться; И.: make become frightened; T.: korkutmak) ҡ.
1. Ҡурҡынырға мәжбүр итеү. □ Заставлять, заставить испугаться, перепугаться. ■ Теләһә нәмә һөйләп, малайҙар беҙҙе ҡурҡындырып китте. X. Тапаҡов. Ахырызаман килә, тип купме генә ҡурҡындырһалар ҙа, халыҡ һәуетемсә йәшәп ята бирә. «Киске Өфө», №44, 2012.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡурҡыныу, безл. от ҡурҡыныу. Ҡуркындыра башланы. Урманда бер уҙеңә ҡуркындыра.
ҠУРҠЫНҠЫРАУ (ҡурҡынҡыра-) (Р: побаиваться; И.: be rather afraid; T: korkmak) ҡ. һөйл.
Ҡурка төшөү, ҡурҡҡан һымаҡ булыу.
□ Побаиваться, бояться. Һорарға ҡурҡын-ҡырау. ■ Ҡараһам, был бисара хәйерсе ҡыҙ: «Абзый, бер тин бир әле», — ти, ҡурҡынҡырап. М. Ғафури.
ҠУРҠЫНЫС I (Р: страшный; И.: frightful; terrible; T: korkunç) с.
1. Күңелгә шом, ҡурҡыу хисе һалған.
□ Страшный, тревожный, ужасный, опасный. Ҡурҡыныс тауыш. Ҡурҡыныс төш. Ҡурҡыныс уй. Ҡурҡыныс хәбәр. ■ Ҡурҡыныс төн яҡынлаша, буран көсәйә бара бит. Р. Байбулатов. [Фәриҙә] әсәһе менән серләшеп ҡайтҡас, әҙерәк тынысланғандай иткәйне, йөрөй-йөрөй уйҙары тағы ҡуйыра, хатта ҡурҡыныс була башлай. Р. Камал. • Ҡара урман ҡурҡыныс тугел, ҡарар ере ҡалмауы ҡурҡыныс. Әйтем.
2. Хәүефле, хәтәр; үлем йәки бәлә-ҡаза янап торған. □ Страшный, ужасный. Ҡурҡыныс дошман. Ҡурҡыныс хәл. Ҡурҡыныс эш. • Ҡурҡаҡ дуҫ ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ. Әйтем.
3. Ҡот осҡос, йәмһеҙ. □ Страшный, некрасивый. Ҡурҡыныс ҡиәфәт. Ҡурҡыныс йөҙ.
ҠУРҠЫНЫС II (Р: опасность; И.: danger; T: korkunç) и.
1. Хәүеф, хәтәр. □ Опасность, страх, тревога, боязнь. Үлем ҡурҡынысы. Ҡурҡыныс һалыу. М Көнгә сығарылған сәсеу орлоғо ҡурҡыныс аҫтында ҡалған. Ғ. Аллаяров.
2. Кешене ауыр кисерештәргә, ҡыйын, хәүефле шартҡа ҡуйған хәл. □ Опасность, тревога. Ҡурҡыныс барлыҡҡа килде. Ҡурҡыныс бөттө. Һуғыш ҡурҡынысы. Ҡурҡыныс бар. Ҡурҡыныс юҡ. Аслыҡ ҡурҡынысы. М Йөрәгенә яҡын ошо ерҙең именлегенә, бөтөнлөгөнә, гузәллегенә кемдер ҡурҡыныс янаһа, ул [Тумәр], уйлап та тормаҫтан, яуға кутәрелер, кәрәк икән, — йәнен фиҙа ҡылыр. М. Ғатауллин.
ҠУРҠЫНЫС III (Р: страшно; И.: awfully; T: korkunç) р.
1. Ҡот осҡос, иҫ китерлек. □ Страшно, жутко. Ҡарарға ла ҡурҡыныс. Уйлауы ла ҡурҡыныс. Ҡараңғыла ҡурҡыныс. ■ Берсә ауыр, берсә ҡурҡыныс миңә һинең олдыңда: «һөйөуемде һаттың», — тип упкәләгән сағыңда. Р. Әхмәҙиев. Ваҡыты менән тәбиғәттәге һиллек тә ҡурҡыныс икән: тыныс осорҙа ҡупҡан шау-шыу нисек һиҫкәндерһә, ғауғалы замандағы тыныслыҡ та шулай шөрләтә төшә, курәһең. «Таң», 15 ноябрь 2011.
2. Хәүефле, хәтәр. □ Опасно. Ҡурҡыныс булып китте. Яр ситендә хәҙер ҡурҡыныс. • Ҡартлыҡ ҡурҡыныс тугел, улем ҡурҡыныс. Мәҡәл.
ҠУРҠЫНЫСЛЫ (Р: страшный; И: dreadful; T.: korkunç) с.
Ҡурҡыу хисе тыуҙырған, ҡурҡытырлыҡ, ҡурҡыныс. □ Страшный, жуткий. Ҡурҡыныслы хәбәр. Ҡурҡыныслы хәл. Ҡурҡыныслы әкиәт. ■ Йорттар идаралығында экономист булып эшләгән ҡатыны Зәлифә ире өсөн ошо ҡатмарлы, ҡурҡыныслы мәлде тыныс ҡына уткәргән кеуек ине. Ә дөрөҫөндә, ул
610