ҠУРҠЫР
ҡурҡыныслы борсолоуҙарын эсенә һеңдерә. Н. Мусин. Тулыбай, донъяла һәр нәмәһе етеш, һис бер вайымы булмаған кеше һымаҡ, һуҙгә керешеп, мең мәртәбә һөйләнгән, мең ҡабат сәйнәлгән ҡурҡыныслы «Йәшел әулиә» әкиәтен һөйләргә тотондо. Ғ. Дәүләтшин.
ҠУРҠЫНЫСЛЫҠ (ҡурҡыныслығы)
(Р.: страх; И.: danger, fear, fright; T.: korkunçluk) и.
Ҡурҡыныс булыу хәле, хәүеф-хәтәр, бәлә-ҡаза, шом. □ Страх, тревога, жуткость, опасность. Ҡурҡыныслыҡ янай. ■ Юлдың ҡурҡыныслығы ҡурҡытмай уны [Ғумәрҙе]. М. Ғатауллин.
ҠУРҠЫНЫС ҺАЛЫУ (ҡурҡыныс һал-) (Р.: напугать; И.: scare; T.: korkutmak) ҡ.
Ҡурҡытыу, ҡурҡытырлыҡ нәмә эшләү, әйтеү, һөйләү. □ Напугать, сделать страшным, жутким. Тауышына юрамал ҡурҡыныс һалып һөйләшә. Ҡурҡыныс һалып әйтте.
ҠУРҠЫНЫСҺЫҘ (Р: безопасный; И.: safe; T.: korkusuz) с.
Ҡурҡынысы булмаған; хәүеф-хәтәрһеҙ.
□ Безопасный, нестрашный. Ҡурҡынысһыҙ эш. Ҡурҡынысһыҙ сәйәхәт. Ҡурҡынысһыҙ урын. ■ Урауыраҡ булһа ла, был юл ҡурҡынысһыҙ ине. М. Кәрим.
ҠУРҠЫНЫСҺЫҘЛЫҠ (ҡурҡыныс-һыҙлығы) (Р: безопасность; И.: safety; Т.: korkusuzluk) и.
Именлек, тыныслыҡ. □ Безопасность. ■ Мәктәптә эште уҡыусыларға ҡурҡы-нысһыҙлыҡ принцибынан сығып ойошторорға кәрәк. «Табын», 30 август 2011.
ҠУРҠЫНЫУ (ҡурҡын-) (Р: пугаться;
И.: be frightened (by); T: korkulmak) ҡ.
1. Билдәһеҙ нәмәнән ҡурҡыу, шомланыу, ҡурҡыу хисенә бирелеү; өркөү. □ Пугаться, страшиться. Юҡҡа ҡурҡыныу. Ҡуркыныуым бушҡа булған икән.
2. Ныҡ ҡурҡыу, ҡот алыныу. □ Перепугаться. Ҡурҡынған ҡош кеуек булыу.
ҠУРҠЫНЫШЫУ (ҡурҡыныш-) ҡ. урт. ҡар. ҡурҡыныу, взаимн. от ҡурҡыныу. ■ Ҡаяла ҡалған йыландар кешеләрҙе
саҡҡан, ти. Ҡешеләр бынан зарланып, ҡур-ҡынышып, ялбарып, Уралға бары килгәндәр, Уралға һөйләп биргәндәр. «Урал батыр».
ҠУРҠЫП БӨТӨҮ (ҡурҡып бөт ) (Р: перепугаться; И.: get a fright; T: korkmak) ҡ.
Ныҡ ҡурҡыу, ҡот алыныу. □ Перепугаться. ■ Рафиҡ төнөн йоҡламай тиерлек уткәрҙе. .. Унда Зәлифәһе нисек йәшәйҙер? Төрлө уйҙар куңеленә килә, .. тамам ҡурҡып бөттө. Н. Мусин.
ҠУРҠЫП КИТЕҮ (ҡурҡып кит-) (Р: испугаться; И.: be frightened; T: korkmak) ҡ.
Ҡапыл ҡурҡыу, тертләү. □ Испугаться; вздрогнуть от испуга, страха. Ҡургәс, ҡурҡып киттем. Ҡурҡып китеп абынып йығылыу.
ҠУРҠЫП ҠАЛЫУ (ҡурҡып ҡал-) (Р: испугаться; И.: be frightened (by); T: korkmak) ҡ.
Ҡыҫҡа йәки оҙаҡ ваҡытҡа ҡурҡып тороу, йөрөү. □ Испугаться ненадолго (надолго). Бер аҙға ҡурҡып ҡалыу. Ғумерлеккә ҡурҡып ҡалыу. М Йәнде алыр яуыз Үлем кешегә ҡулын һалғанда, ирмен тигән ир-батыр шып-шым ҡарап торормо? Яуыздарға юл ҡуйып, батыр ҡурҡып ҡалырмы? «Урал батыр».
ҠУРҠЫП ТОРОУ (ҡурҡып тор ) (Р: бояться; жить под страхом; И.: take fright (of); T: korkarak yaşamak) ҡ.
Ҡурҡып йәшәү. □ Бояться; жить под страхом. ■ Ҡоҙғон: «Мин Үлемде табыуҙан бер ҙә ҡурҡып тормайым, әммә тотоп биреугә һис ҡасан да кунмәйем», — тигән. «Урал батыр». Заманаһының ҡырҡыу ҡаршылыҡтарын сағыу яҡтыртырға ла ҡурҡып торманы Ә. Мирзаһитов уҙенең әҫәрҙәрендә. Р. Байымов. Хыялымдағын осратып, Мәж-нундәй баҫып торам. Төш булмаһын!.. Ҡулдарымды һонорға ҡурҡып торам. Ф. Күзбәков.
ҠУРҠЫР (Р: боязливый; И.: timid; nervous; T.: korkak) с. диал.
Ҡурҡаҡ, ҡурҡыусан. □ Боязливый, пугливый. Ҡуркыр кеше.
611