ҠУРҠЫТҠЫС
ҠУРҠЫТҠЫС I и. ҡар. ҡарасҡы 1. Курҡытҡыс яһап ҡуйғандар. Баҡсаға ҡурҡытҡыс ҡуйыу.
ҠУРҠЫТҠЫС II (Р.: пугающий; И.: brightening; deterrent; T: korkucu) с.
Ҡурҡытырлыҡ, ҡурҡыныс. □ Пугающий. Курҡытҡыс ҡиәфәт. Ҡурҡытҡыс тамаша. Ҡурҡытҡыс укереу.
ҠУРҠЫТЫЛЫУ I (ҡурҡытыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡурҡытыу, страд, от ҡурҡытыу. Ҡурҡытылған кеше.
ҠУРҠЫТЫЛЫУ II (ҡурҡытыл-) ҡ. эйл. ф. ҡар. ҡурҡыу I. безл. от ҡурҡыу. Ҡараңғы урманға инергә ҡурҡытыла.
ҠУРҠЫТЫП АЛЫУ I (ҡурҡытып ал ) (Р.: вымогать; И.: extort; T.: zorla almak) ҡ.
Нимәнелер көслөк менән алыу, талау. □ Вымогать, шантажировать. Аҡсаны ҡурҡытып алыу.
ҠУРҠЫТЫП АЛЫУ II (ҡурҡытып ал-) (Р: попугать; И.: scare a bit; T.: biraz korkutmak) ҡ.
Аҙыраҡ ҡурҡытыу, өркөтөү, шөрләтеү.
□ Попугать, напугать. Аҙыраҡ ҡурҡытып алыу артыҡ булмаҫ. Балаларҙы ҡурҡытып алыу.
ҠУРҠЫТЫП АЛЫУСЫ (Р: вымогатель; И.: extortionist; T.: şantajcı) и.
Көслөк менән алыусы, талаусы. □ Вымогатель, шантажист. Я Мәктәп, училище тирәһендә ҡурҡытып алыусылар куренгә-нен хәбәр иттеләр. «Ашҡаҙар», 10 сентябрь 2010.
ҠУРҠЫТЫП ЕБӘРЕҮ (ҡурҡытып ебәр-) (Р: вспугнуть; И.: scare, frighten away; T.: ürkütmek) ҡ.
Ҡурҡытып ҡыуып ебәреү. □ Вспугнуть. Ҡоштарҙы ҡурҡытып ебәреү. Эттәрҙе ҡурҡытып ебәреу.
ҠУРҠЫТЫУ (ҡурҡыт ) (Р.: пугать; И: intimidate; T.: korkutmak) ҡ.
1. Ҡурҡыу хәленә, ҡурҡыуға төшөрөү.
□ Пугать, устрашать, запугивать.// Запугивание, устрашение. Баланы ҡурҡытыу.
Я Беҙҙе бер ниндәй янауҙар ҙа ҡурҡытмай. Ғ. Хисамов.
2. Хәүеф-хафаға төшөрөү; хафаландырыу. □ Устрашать, запугивать. Ҡурҡытып йәшәу. Я Ҡурҡытыуға нигеҙләнгән йәмғиәттең нигеҙе ныҡ булмай. Ғ. Садыҡов.
3. эйһ. ф. ҡар. ҡурҡыу I. безл. от ҡурҡыу I. Ҡояшта ҡыҙынырға инелә, ҡурҡыта.
4. Өркөтөп ҡыуыу. □ Припугивать. // Припугивание. Балыҡты ҡурҡытыу. Аттарҙы ҡурҡытыу.
ҠУРҠЫТЫШЫУ (ҡурҡытыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡурҡытыу, взаимн. от ҡурҡытыу. Я Тыныс торамы һуң замандары — ҡан ҡаҡшата, рухың аҡһата; ҡурҡытышып купме йәшәп була, әйтегеҙсе, кемегеҙ аңлата. М. Хисамова.
ҠУРҠЫУ I (ҡурҡ-) (Р: бояться; И.: fear; dread; T.: korkmak) ҡ.
1. Хәүеф-хәтәр алдында ҡаушап төшөү, шөрләү тойғоһо кисереү; шөрләү. □ Бояться, страшиться, опасаться. Буренән ҡурҡыу. Уттан ҡурҡыу. Үлемдән ҡурҡыу. Язанан ҡурҡыу. Я Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! М. Аҡмулла. «Ҡурҡам, — тиһең, — һине һойөуҙән...» Кем ҡурҡмаған утҡа инеуҙән?! Яратыу бит — янып йән атыу, боҙ өҫтөндә осҡон уятыу. Ф. Кузбәков. Һайыҫҡан: «Үлемдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр, тул йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр», — тигән. «Урал батыр». • Бер ҡурҡҡан эт өс көн өрә. Әйтем. Көслөнән ҡурҡма, усленән ҡурҡ. Әйтем. Сиңерткәнән ҡурҡҡан — иген икмәгән. Әйтем. Курҡҡанға — ҡуш, ҡойроғо менән биш. Әйтем.
2. Берәй шартҡа түҙмәү; бирешеп барыу (уҫемлектәргә, ҡайһы бер ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Бояться, не переносить (о растениях, птицах). Еләк сәскәһе ҡырауҙан ҡурҡа. Куркә себеше ямғырҙан ҡурҡа.
ҠУРҠЫУ II (Р: страх; И.: fear; phobia; T.: korku) и.
612