ҠУРЛАШЫУ
1. Шөрләү, хафаланыу тойғоһо. □ Страх, боязнь, испуг; опасение. Ҡурҡыу алыу. Ҡурҡыуынан аяғы йөрөмәҫ булды.
■ Сымырғанды тәнем ҡурҡыуҙан. Халыҡ йырынан, [һомай — Шүлгәнгә:] Ҡараңғыға осҡандан һуң, күңелең ҡурҡыу алдымы? Миңә бысаҡ ҡайраған сағың алға килдеме? Ҡурҡыуыма — ҡурҡыуың. «Урал батыр». Инде миңә ике хис-тойғо таныш — ҡурҡыу һәм ҡыуаныс. Г. Яҡупова. • Ҡурҡыуын еңгән батыр булыр. Мәҡәл. Ҡыйыуҙы ҡурҡыу алмаҫ. Мәҡәл.
2. миф. Башҡорт мифологияһында: йөрәк ауырыуы (балаға ҡурҡыу булһа, инәһе ете юл сатына баланың кейемдәрен ташлаған). □ Болезнь сердца (если от испуга ребёнок заболевал, мать выбрасывала его одежду на перекрёсток семи дорог). ■ Балаға ҡурҡыу булған. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠУРҠЫУ БЕЛМӘҪ (Р.: бесстрашный; И.: fearless; T.: korkusuz) с.
Ҡурҡа белмәгән, ҡыйыу. □ Бесстрашный. Ҡурҡыу белмәҫ батырҙар күп беҙҙә.
■ Кеше китә башлаған еренән туҡтай, ҡаяның морононда уҡ ятҡан әйҙәй дәү таш яғына күҙ һала, унда бөркөт ҡарашлы, ҡурҡыу белмәҫ кешенең күкрәк киреп баҫып торғанын күргәндәй була. Н. Мусин.
ҠУРҠЫУҒА ТӨШӨҮ (ҡурҡыуға төш ) (Р.: быть объятым страхом; И.: be taken by fright; T.: korkmak) ҡ.
Ниндәйҙер хәл өсөн шомға, хафаға төшөү; хафаланыу, хәүефләнеү. □ Быть объятым (охваченным) страхом. ■ Ямғыр килә башлағас, бесән һыулана инде тип, ҡурҡыуға төштөм. Экспедиция материалдарынан.
ҠУРҠЫУЛЫ (Р: испуганный; И.: scared; T.: korkmuş) с.
Ҡурҡыу сорнап алған, ҡурҡыу ҡатыш, ҡурҡыу төҫмөрө булған. □ Испуганный, напуганный. Ҡурҡыулы ҡараш. Ҡурҡыулы йөҙ. Ҡурҡыулы борсолоу. Ҡурҡыулы ҡыҙыҡһыныу.
ҠУРҠЫУСАН (Р.: боязливый; И.: cautious; T.: korkak) с.
Тиҙ генә ҡурҡыу тойғоһона бирелеүсән, ҡурҡып барған. □ Боязливый, пугливый. Ҡуркыусан бала. Ҡуркыусан кеше.
ҠУРҠЫУҺЫҘ (Р: бесстрашный; И.: fearless; T.: korkusuz) с.
Ҡурҡмай торған, йөрәкле. □ Бесстрашный. Ҡурҡыуһыҙ яугир. Ҡурҡыуһыҙ бала. ■ Арыҫлан кеүек ҡурҡыуһыҙ егеттәрҙе үҙ итһәлә ҡыҙым, урынлы. М. Кәрим.
ҠУРҠЫШ (Р: боязнь; И.: fear; phobia; T: korku) и.
Ҡурҡыу тойғоһо. □ Боязнь, чувство страха. Ҡурҡыштан тертләү. Ҡурҡыштан телһеҙ ҡалыу. Ҡурҡышымдан йығылып китә яҙҙым. ■ Ҡурҡыштан «ура» ҡысҡырған саҡтар ҙа була. Ғ. Садыҡов.
ҠУРҠЫШЫУ (ҡурҡыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡурҡыу I. взаимн. от ҡурҡыу I. Күмәкләшеп ҡурҡышыу. Ҡурҡышып ултырыу.
ҠУРЛАНДЫРЫУ (ҡурландыр-) (Р.: освежить кумыс; И.: add leaven; T.: kımızı tazelemek) ҡ.
Ҡур һалып, әсе хәлгә килтереү, әсетеү. □ Освежить, омолаживать кумыс, добавляя свежее молоко. Ҡымыҙҙы ҡурландырыу.
ҠУРЛАУ I (ҡурла-) (P: заквашивать кумыс; И.: leaven koumiss', T.: kımızı mayalandırmak) ҡ.
Ҡур һалыу, ҡур менән емләү. □ Заквашивать кумыс. ■ Ҡымыҙҙы тәү яһағанда ҡатыҡ менән ҡурлайһың, шунан бешәһең инде бер туҡтауһыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠУРЛАУ II (ҡурла-) (Р.: реагировать; И.: react; T: tepki vermek) ҡ. диал.
Нимәгәлер иғтибар итеп, мөнәсәбәтеңде белдереү; ыжлау. □ Реагировать. Әрләгәнгә ҡурлап та бирмәй.
ҠУРЛАШЫУ (ҡурлаш-) (Р: ругаться;
И.: curse; T: sövmek) ҡ. диал.
Әрләшеү, тиргәшеү. □ Ругаться. Юҡ-барға ҡурлашыу. ■ Тәбиғәт хозурлығына
613