Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 614 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРЛЫ
һоҡланған Айнурҙың башында бер генә уй: юҡ-барға ҡурлашып хушлашҡан Розаһы элеккесә ҡаршы алырмы? Р. Тойғонов.
ҠУРЛЫ (Р: имущий; И.: wealthy; Т.: varlıklı) с.
1. Мал-мөлкәтле, бай; хәлле. □ Имущий, состоятельный; зажиточный. Ҡурлы кеше. Я «Таҙартыу» уткәрәһе ауыл иһә оло юлдан байтаҡ ситтәрәк ике тау араһына ҡыҫылып ултырған... Йорттар ҙа куп тугел, мәсеттәре лә ыҡсым, матур итеп һалынған, тирә-яҡ семәрле рәшәткәләр менән уратып алынған, .. ҡурлы кешеләр йәшәйҙәрҙер был ауылда. Р. Тойғонов.
2. Бәрәкәтле, үрсемле (мал тураһында). □ С приплодом (о скотине). Ҡурлы мал. Ҡурлы һарыҡ.
ҠУРЛЫҠ (ҡурлығы) и. диал. ҡар. ҡур I, II. Ҡурлыҡ һалыу. Ҡурлыҡ ҡалдырыу. Ҡурлык ҡуйыу.
ҠУРМАҠ (ҡурмағы) (Р: жаркое; И.: kind of national dish; T: kızartma) и. диал.
Майҙа ғына бешерелгән үпкә-бауыр, ҡурҙаҡ. □ Жаркое. Ҡурмак бешереу. Я Мал һуйғанда һәр ваҡыт ҡурмаҡ бешерелә. Экспедиция материалдарынан.
ҠУР МАЛ (Р: породистый жеребец-производитель; И.: elite livestock; T: seçkin ata) u.
Үрсетеү өсөн ҡалдырылған йылҡы малы. □ Породистый жеребец-производитель. Ҡур мал әҙерләу. Ҡур мал буләк итеу.
ҠУРМАС I (Р: жареное зерно; И.: fried corn; T: kızartılmış buğday) и.
1. Бөтәүләй ашау өсөн ҡыҙҙырған бойҙай. □ Жареное зерно. Ҡурмас ҡурыу. Ҡурмас ашау. Ҡурмас тойоу. Ҡурмастан талҡан яһау. Я Ашлыҡты йыйып алғас, ҡурмас ҡыҙҙырып тараталар ине әуәле. Р. Шаммас. Әсе, өйөрмә ел еңел сепрәк кулдәкте кутәреп, сәнскеле ғинуар ҡарын уның [Емештең] яланғас тәненә һыланы. Ҡескәй арыҡ тән ҡурмас кеуек ҡурылды.
3. Биишева. • Ярлының итәгенә ҡурмас һалһаң, тугелер. Әйтем.
2. йола. Уңдырышлылыҡ символы булған йола ашы. □ Ритуальная еда, символ плодородия, плодовитости. Я Боронғо йола буйынса, 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә ҡурмас ашы. «Башҡортостан», 22 ғинуар 2013.
ҠУРМАС II (Р: родовое подразделение башкир племени усерган; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Курмас (родовое подразделение башкир племени усерган). Ҡурмас аймағы урамдар араһында иң яҡшы йортҡа ярыш ойошторҙо.
ҠУРМАС БАЙРАМЫ (Р: обрядовый праздник, проводимый осенью после сбора урожая; И.: sort of Bashkir ritual feast; T: hasattan sonra yapılan bir bayram) и. этн.
Көҙ көнө уңыш йыйып алғас, киләһе йылда ла шулай уңһын, тигән теләк менән ҡурмас ҡурып, бер-береһен һыйлашып үткәрелгән йола байрамы. □ Обрядовый праздник, проводимый осенью после сбора урожая для проецирования нового обильного урожая и благодарения духа земли. Ҡурмас байрамы алтын көҙҙә уткәрелә торғайны.
ҠУРМАС ҠУРЫУ и. этн. ҡар. ҡурмас байрамы. Ҡурмас ҡурыу байрамы. Я Көнъяҡ башҡорттары әле лә ҡурмас ҡурыу йолаһы уткәрә. Экспедиция материалдарынан.
ҠУРМЫШ (Р.: скряга; И.: stingy person; miser; T: malperest) с. һөйл.
Ҡормош, һаран, һыҡмыр. □ Скряга. Ҡурмыш кеше. Ҡурмыш булыу. Я Эй, ҡыҙыҡ был тормош: йә йомарт, йә ҡурмыш, һул ҡулға — боҙ һона, уң ҡулға — ҡуҙ һона. Т. Йосопов. • Ҡурмыш һис байымаҫ. Әйтем.
ҠУРПАС (Р.: горб; И.: hump; T: hörgüç) и. диал.
614