Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 615 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРПЫЛЫ
Хайуандарҙың үркәсе. □ Горб (у животных). Дөйә ҡурпасы. Бер ҡурпаслы дөйә.
ҠУРПЫ I (Р.: отава; И.: after-grass; Т.: hasattan sonra çıkan otlar) и.
1. Сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән йәки йәш иген. □ Отава. Ҡурпы күтәрелеү. Ҡурпыға мал төшөрөү. М Сабылған ерҙәр хәҙер күпереп үҫкән ҡурпы менән ҡаплана. Н. Мусин. Туры бурыл йөрөй ҡурпы утлап, еҙ ҡыңғырау ҡуя сыңғырҙап. X. Назар. Хәҙер Йәғәфәрҙең сал сәстәре лә күренә, ә теге егеттең ат ялындай ҡуйы ҡара сәстәре, тартһаң да йолҡолмаҫ ҡурпы үләне шикелле, ялбырап тора. Р. Солтангәрәев. Уларҙың [баҫыу ҡырҙарының] ҡайһыһы һөрөлгән, ҡайһыһында көҙ сәсеп ҡалдырған арыш ҡурпыһы, йәм-йәшел келәм булып, йәйелеп ята. Һ. Дәүләтшина.
2. Киҫелгән ағас төбөнән сыҡҡан үҫенде, үрген. □ Поросль. ■ Юл, ҡартайған, ҡарағусҡылланған тотош әрәмәлектәр, уйым-уйым урындарҙы ҡаплап ятҡан аҡһыл зәңгәр шаңдар, ҡурпылар, йәшәреп ултырған бүтәгәләр, ҡыуарып, ағарған ҡылғандар, татыры сығып, ағарып ятҡан яланғас ерҙәр, дала битен сыбарлап, миң кеүек һибелеп ятҡан убасыҡтар араһынан бара. И. Көҫәпҡол.
ҠУРПЫ II (Р: осока; И.: sedge; T.: ayak otu) и. бот. диал.
1. Дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән; күрән. □ Осока (лат. Carex). Ҡурпы сабыу. Ҡурпы ташыу.
2. Ваҡ кесерткән. □ Крапива жгучая (лат. Urtica urens). Ҡәртә буйына йәм-йәшел ҡурпы үҫкән.
3. Йәш кесерткән. □ Молодая крапива. Ҡурпы ашы. Ҡурпы турамаһы.
ҠУРПЫ III (Р: только что вспаханная, мягкая, пышная земля; И.: freshly ploughed soil; T.: sürülmüş tarla) и. диал.
Яңы һөрөлгән йомшаҡ, күпереп торған ер. □ Только что вспаханная, мягкая, пыш
ная земля. Ҡурпы көрпөлдәп ята. Ҡурпы күпереп тора.
ҠУРПЫ IV (Р: отавный; И.: after-grass; T.: hasattan sonra çıkan) с.
Сабылған ергә яңынан үҫкән (бесән, үлән). □ Отавный. Ҡурпы бесән. Ҡурпы үлән. ■ Беҙҙең аттар күл буйында, эштәрен иҫкә лә төшөрмәй, ҡурпы үлән ашап йөрөйҙәр ине. М. Ғафури.
ҠУРПЫЛАНЫУ (ҡурпылан ) (Р: покрываться отавой; И.: get covered with aftergrass; T: hasattan sonra otların çıkması) ҡ.
Ҡурпы (I) менән ҡапланыу. □ Покрываться, обрасти отавой. М һай соҡор буйында аттар ҡурпыланған бесән ашап йөрөй. М. Кәрим. Ә ҡырау, көн һайын тип әйтерлек, ҡурпыланған үләндәр өҫтөн күгелйем итеп ҡаплай торғайны. Б. Хәсән.
ҠУРПЫЛАУ (ҡурпыла-) (Р: покрываться отавой; И.: become covered with after-grass; T: hasattan sonra çıkan otlar ile kapanmak) ҡ.
1. Сабылған ерҙә яңынан үлән йәки йәш иген үҫеү. □ Покрываться отавой. Иген ҡурпылаған. М Яңыраҡ сабылған яландарҙа үләндәр шашып ҡурпылаған. Я. Хамматов.
2. Йәш ағас үҫендеһе менән ҡапланыу; үргенләү. □ Покрываться, обрасти порослью. Йылға буйындағы талдар ҡурпылаған. Ямғырҙан һуң әрәмәлек ҡурпылап китте.
ҠУРПЫЛДАУ (ҡурпылда-) (Р: хлюпать; И.: splosh; T.: şaplamak) ҡ.
Еүешләнеп, ҡурп-ҡурп итеп тауыш сығарыу (аяҡ кейеменә ҡарата). □ Хлюпать, шлёпать. М Юл ситендәге оҙон үлән ысығына бәрелеп, [Емеш менән Йәнештең] күлдәк итәктәре тубыҡтарына хәтле еүешләнә, Ишбикә инәйҙең сарығы ла ҡурпылдап ҡурыла, тайып ыҙалата ине. 3. Биишева.
ҠУРПЫЛЫ (Р: с отавой; И.: with new grass on; T.: yeni otlu) c.
1. Ҡурпы (I, 1) үҫкән, ҡурпыһы булған.
□ С отавой. Ҡурпылы баҫыу.
615