Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 616 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРПЫ МАЙЫ
2. Ҡурпы (I, 2) үҫкән, ҡурпыһы булған. □ С порослью. Ҡурпылы аҡлан. Ҡурпылы болон.
ҠУРПЫ МАЙЫ (Р.: осеннее сливочное масло; И.: butter made in autumn; T.: tereyağı) и. диал.
Көҙгө аҡ май. □ Осеннее сливочное масло. Ҡурпы майы йыйыу. Сейә һалынған ҡурпы майы. Ҡурпы майынан ҡышҡылыҡҡа һары май ҡайнатыу.
ҠУРПЫ П СЫҒЫУ (ҡурпып сыҡ-) ҡ.
1. ҡар. ҡурпыланыу. Сабылған ерҙә яңынан улән ҡурпып сыҡҡан. Йәш иген ҡурпып сыға башлаған. Йәш ағас уҫенделәре ҡурпып сыҡҡан.
2. Шытып сығыу. □ Прорасти, взойти. Бөтә орлоҡтар ҙа ҡурпып сығасаҡ.
ҠУРПЫСЫҠ I (ҡурпысығы) (Р.: вальдшнеп; И.: woodcock; T.: çulluk) и. зоол.
Күберәк ерҙән йөрөүсе, һыуһыл урманда була торған сыбар көрән төҫлө, оҙон төҙ суҡышлы, ҡыҫҡа нәҙек аяҡлы күгәрсен ҙурлыҡ бик һаҡ күсмә ҡош; урман өйрәге. □ Вальдшнеп (лат. Scolopax rusticola). Ата ҡурпысыҡ. Инә ҡурпысыҡ. Ҡурпысыҡ тауышы. ■ Ҡурпысыҡ төрлө киҫкен генә тауыштар сығара: «ҡахт», «турх», «тахҡ» йәки «сип». Э. Ишбирҙин. Ҡурпысыҡ башлыса ямғыр селәусене, ҡайһы ваҡыт төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Интернет селтәренән. Һуңғы декадала бөтә урындарҙа ла сурәгәй өйрәктәрҙе һәм ҡурпысыҡтарҙы осратырға була. Башҡортостан календарынан. Ҡурпысыҡ оса башланымы, башҡа ҡоштар уяна, һуйыр уйнарға тотона. Экспедиция материалдарынан.
ҠУРПЫСЫҠ II (ҡурпысығы) (Р: кокетка; И.: smarty pants; T.: fingirdek) и. һөйл.
Ҡылансыҡ, ҡыйпандаҡ кеше. □ Кокетка, кривляка. Ҡурпысыҡ ҡылансыҡланып килә. Ҡурпысыҡ ҡыйпандай.
ҠУРПЫТЕШ (Р: молочный зуб; И.: baby tooth; T.: sütdişi) и. диал.
һөт теше, тешәүтеш. □ Молочный зуб. Ҡурпытеше төшкән. Ҡурпытеше сығып килә.
ҠУРПЫУ (ҡурпы-) (Р: пастись на отаве; И.: graze on after-grass; T.: hasattan sonra çıkan otları otlamak) ҡ.
1. Ҡурпы утлау, ҡурпы ашау. □ Пастись на отаве. Аттар ҡурпып йөрөй.
2. диал. ҡар. ҡурпылау. Үләндәр ҡур-пыған. Таҡыябаш ҡурай яҙын ерҙән ҡурпып шытып сыға, йәйен сәскә ата.
ҠУРСАҠ I (ҡурсағы) (Р: кукла; И.: doll; T.: kukla) и.
1. Кеше һынына оҡшатып яһалған балалар уйынсығы. □ Кукла. / Кукольный. Ҡурсаҡ уйнатыу. Ҡурсаҡ яһау. Ҡурсаҡ театры. ■ Баҙамша бабай Тәзкирәһе Оксанаға ҡурсаҡ килтерҙе; ҡурсағы бик елле: кулдәк кейгән, яулыҡ бәйләгән, ысын ҡурсаҡ. М. Кәрим. Альбина Юлдашбаева балалар алдында матур кейемле, милли һыҙатлы, яғымлы, ысын ҡурсаҡтар менән эшләй, уларҙы «терелтеп», ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы ҡыуандыра, уйландыра, иғтибарын йәлеп итә алыуына ҡыуана. Л. Абдуллина.
2. кусм. Кейенеп-яһанып йөрөргә яратҡан еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙ. □ Куколка, кокетка. Ҡурсаҡ булып йөрөу. Ҡурсаҡ ҡына ҡыҙы бар.
3. миф. Башҡорт мифологияһында кис көнө енгә әйләнә һәм кешенең йәнен ала торған нәмә (магик медицинала ул ауырыуҙы кешенән ҡурсаҡҡа кусереу өсөн ҡулланыла). □ Кукла (по представлениям башкир, это предмет, который ночью превращается в беса и забирает душу людей. Применяется в магической медицине для переселения духа болезни от человека на куклу). В Ҡискә ҡурсаҡ уйнарға ярамай, йәнеңде алыр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠУРСАҠ II (ҡурсағы) (Р: куколка; И.: chrysalis; T.: kuklacık) и. зоол.
616