Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 618 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУРСАҠ УЙНАУ
үҫмерҙәр өсөн тамашалар ҡуйыла торған махсус театр. □ Кукольный театр. Ҡурсаҡ театры бинаһы. Ҡурсаҡ театры артистары. Ҡурсаҡ театры килгән. ■ 1932 йыл башында Башҡортостан хөкүмәте Өфөлә театр асырға фатиха бирә һәм 5 февраль театрҙың тыуған көнө булып тарихҡа инә. Ғаилә календарынан.
ҠУРСАҠ УЙНАУ (ҡурсаҡ уйна-) (Р.: играть в куклы; И.: play dolls; T.: kukla ile oynamak) к.
1. Ҡурсаҡ менән уйнау. □ Играть в куклы. Балаларға ҡурсаҡ уйнау оҡшай. Ҡыҙҙар гел ҡурсаҡ уйнай.
2. кусм. Еңел эш менән шөғөлләнеү.
□ Играть в куклы (заниматься лёгкой рабо-той). ■ Ғумер буйы ҡурсаҡ уйнау килешмәй һиндәй ир-атҡа. «Шоңҡар», № 9, 2011.
ҠУРСАҠ УЙЫНЫ (Р.: игра с куклами; И.: puppet show; T.: kukla ile oynama) u.
1. Ҡурсаҡтарҙы һөйләштереп уйнала торған балалар уйыны. □ Игра с куклами. Ҡурсаҡ уйыны ҡыҙыҡ бит ул.
2. кусм. Еңел эш. □ Лёгкая работа. ■ [Байрамбикә:] Их, ҡыҙыҡай, тормошҡа сығыу ҡурсаҡ уйыны тугел шул ул. М. Хәйҙәров.
ҠУРСАЛАНЫУ (ҡурсалан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡурсалау, страд, от ҡурсалау. Ҡыҫымдан ҡурсаланыу.
2. ҡайт. ҡар. ҡурсалау, возвр. от ҡурсалау. Янғын, бәлә-ҡазанан ҡурсаланыу.
ҠУРСАЛАУ (ҡурсала-) (Р: защищать;
И.: guard, protect; T.: korumak) ҡ.
1. Хәстәрлек күрһәтеү, яҡлау, ҡурсыу; хәүеф-хәтәрҙән кәртәләү, аяу, яҡлау.
□ Защищать, оберегать, ограждать от обид, притеснений. // Защита. Яман куҙҙән, яман һуҙҙән ҡурсалау. Хәуеф-хәтәрҙән ҡурсалау. ■ Бала табыу йортона Мәули-ҙәне ҡурсаларға тип, төҫ-башы, холоҡ-фиғеле менән тәкәббер кеуек куренгән, әммә яҡындан белә башлаһаң, ябай, киленен шул ҡәҙәр уҙ иткән, ҡәйнәһе килгәйне. Г. Яҡупова.
2. Бәлә-ҡазанан һаҡлау. □ Защищать, оберегать, ограждать. // Защита, ограждение. Тауыҡ себештәрен төйлөгәндән ҡурсалай. ■ Ерен ҡурсалап ҡатнашты ирҙәрҙең аҫылдары. А. Игебаев. Ҡарамдың ай буйы ҡорған ҡоролмаһын йәшен ата. Өйҙәрен көскә янғындан ҡурсалап алалар. Ә. Хәкимов. [Миҙхәт:]Мине лә саҡ-саҡ туҡмаманылар. Ярай уҙемдең егеттәр ҡурсаланы. Б. Рафиҡов. Ҡурсалауҙың киреһе — борсоу, асыуландырыу. Ҡырмыҫҡа иләүен, ҡош ояһын туҙҙырыу һымаҡ. Б. Бикбай. Таң һарыһынан тора һалып, билемә ҡылыс, иңемә уҡ-һаҙаҡ аҫып, яҡшы атҡа атланыр ҙа далаға сабыр, атайымдың көтөүҙәрен урап сығып, уларҙы төрлө ҡош-ҡорттан ҡурсалар йә һунарға ғына йөрөр инем. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ҠУРСАЛАШЫУ (ҡурсалаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡурсалау, взаимн. от ҡурсалау. Яуыз әҙәмдәрҙән ҡурсалашыу.
ҠУРСЫУ (ҡурсы-) (Р: защищать; И.: protect; T.: korumak) ҡ.
Аяп, хәстәрләп, тел-тештән, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау; һаҡлау. □ Защищать, оберегать, выгораживать. // Защита. Бейәнең ҡолонон ҡурсыуы. Илде ҡурсыу. ■ Халҡына йәне ҡушылып, дошмандан илен ҡурсыған, илдең батыры шул булыр. С. Юлаев. Килмешәк хан яуынан ҡан илаған илемде ҡурсып, яуҙа куп сапҡан мин барын беләһең. «Мәргән менән Маянһылыу». Зөләйхә әбей уны [Ҡинйәбай ағайҙы] һаман йәш бала кеуек итеп ҡурсый, бер ыңғайҙан улы менән бергә киленен дә иркәләй, ҡәҙерләй ине. 3. Биишева. Илен ҡурсып, яу сапҡан, төйәгем тип йән атҡан, батырҙарым бар минең. А. Игебаев. Беҙ бит донъя ҡыл өҫтөндә саҡта, ҡурсып уны ерҙә уттан-йоттан, еңеп сыҡтыҡ аҙмы дошманды? Р. Ғарипов. • Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр, илен борсоған ил буҫағаһы булыр. Мәҡәл.
ҠУРТМА (Р: осётр; И.: sturgeon; Т.: mersin) и. зоол.
618