ҠУРЫС
тамағы ҡурылыуын һәм куҙҙәренә йәш эр-келеуен тойҙо. М. Иҙелбаев.
2. төш. ҡар. ҡурыу I, 1. страд, от ҡурыу I, 1. Картуф ҡурылған. Ит ҡурылыуын көтөу. ■ Әсәйем, өлтөрәп йөрөп, өҫтәлгә боҫо сығып торған ит, яңы ҡаймаҡ, майлы ҡоймаҡ, .. тағы әллә купме ризыҡ теҙә башланы, ә картуф ҡурылыу еҫе танауҙы ҡытыҡлай, әйтерһең, беҙҙең туҙемлекте һынай. Ф. Кузбәков.
ҠУРЫЛЫУ II (ҡурыл-) (Р.: скупиться; И.: stinge, stint; T.: esirgemek) ҡ. диал.
Һаранланыу, йәлсекләнеү. □ Скупиться. Һаранлығынан ҡурылып бөткән.
ҠУРЫЛЫУ III (ҡурыл-) (Р.: испытывать чувство отвращения; И.: feel disgust; T.: iğrenmek) ҡ. диал.
Әшәкенән, бысраҡтан күңел тартыныу; сикәнеү, ерәнеү. □ Испытывать чувство отвращения, брезговать, гнушаться. ■ Шундай йәмһеҙ куренештән ҡурылып киттек. Картотека фондынан. Артабан шағир әҫәрҙең буйынан-буйына был исемде .. телгә алмай, исемен атамай һөйләй, телгә алырға ла ҡурыла. Р. Бикбаев.
ҠУРЫЛЫУ IV (ҡурыл ) (Р: ломить; И.: ache; T.: sızlanmak) ҡ. диал.
Яныу, ҡоро һыҙлау. □ Ломить, ныть (страдать от болезни). Яурын ҡурылып һыҙлай. Ҡулдар ҡурыла.
ҠУРЫЛЫУ V (ҡурыл-) (Р: усохнуть; И.: shrink; T.: kuruyup kıvrılmak) ҡ. диал.
Ҡартлыҡтан сүгеү, бәләкәйләнеү. □ Усохнуть. ■ Бөгөнгө көндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тереләре (хәҙер инде уларға һикһән-туҡһан йәш) бәләкәйләнеп, сугеп, ҡурылып бөткәндәр. «Торатау», 27 май 2011.
ҠУРЫЛЫУ VI (ҡурыл-) (Р: испытывать недостаток; И.: feel a lack of; T: sıkıntı çekmek) ҡ. һөйл.
Мөмкинселек кәмеү; ҡыҫынҡыланыу, наҡыҫланыу (аҡсаға һ.б. ҡарата). □ Испытывать недостаток; быть в стеснении;
бедствовать; расходоваться, потребляться в меньшем количестве. Аҙыҡ яғы ҡурылды. Ашау ҡурылмаған, бик матур. ■ Өй алғандан һуң аҡса яғы ҡурылды. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
ҠУРЫП (ҡурыбы) [рус. короб] (Р: короб; И.: woven box; T: kutu) и. диал.
1. Нимәлер һалыу өсөн эшләнгән алап, күреп. □ Короб. Я Курыптарҙың төрлөһө була: урелгәне, ҡабыҡтан эшләнгәне, хатта ситән кеуеге лә бар. Уларҙың һәр береһенең атамалары ла, ҡулланышы ла уҙенә башҡа. 3. Ураҡсин.
2. Талдан үреп эшләнгән һауыт, оя.
□ Короб плетёный. Талдан уреп ҡаҙ ҡурыбы яһайҙар.
3. Ҡабыҡтан яһалған тубал; мәрке.
□ Лубяной короб. ■ Шыйыҡ ҡоротто һоҫоп һарҡытыу өсөн курыпты ҡабыҡтан яһағандар борон. Экспедиция материалынан.
4. һөйл. Ситән һауыт; сыт. □ Большой короб из прутьев (для угля). Кумер ҡурыбы.
ҠУРЫПСА (Р: лыко; И.: bast bark; T: ıhlamur kabuğunun lifi) и. һөйл.
Йәш йүкәнән һыҙырылған ҡабыҡ.
□ Лыко, корьё, снятое с молодой липы про запас (для плетения лаптей и прочих изделий). Ҡурыпса әҙерләу. Курыпсанан сабата уреу.
ҠУРЫС (Р: луб; И.: bark stripped from trees; T: kalbursu tabaka) и.
1. Тотош һыҙырылған ҡабыҡ (төрлө нәмәләр яһау өсөн ҡулланыла). □ Луб, корьё (используемое для получения деловой коры), кора дерева, снятая целиком. Ҡурыс һыҙырыу. ■ [Арыҫлан] ағасҡа менер өсөн ҡурыстан яһалған кирәмен тотҡан, ҡорт саҡмаһын тип кейә торған иләксәһе бар. Ғ. Ибраһимов.
2. Йүкә ҡабығынан һыҙырылған һалабаш. □ Кора молодой липы; мочало. Ҡурыс төшөрөу. ■ [Әсәйем:] Уҡыу башланыр саҡ етһә, арғы ос Хәйбрахман бабайыңа ба
621