ҠЫЛТЫР
1. Хәрәкәтһеҙ, ҡатып ҡалыу, хәрәкәт яһамау. □ Не шелохнуться. ■ Атыр өсөн яҡын һәм уңайлы булһа ла, йәш һунарсы ҡылт та итмәне, ул түҙемлек менән көтә бирҙе. X. Мохтар. Амантаев ышанмаған һымаҡ кнопкаға баҫып ҡараны. Бер ни ҡылт та итмәне. Р. Солтангәрәев.
2. Ыжлап та бирмәү, уйлап та бирмәү. □ Ухом не ведёт. ■ Ул [Ғәбдеян] үҙ эшенә шул тиклем ныҡ күнеккән, намыҫына тейерҙәйерәк хәлдәрҙе лә ҡылт та итмәй үткәреп ебәрә, ҡайһы берәүҙәрҙең кәмһеткес әрләү һүҙҙәренә лә түҙә, дөрөҫөрәге, был һүҙҙәр уның бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Н. Мусин. Ҡыҙмаса тауыш менән артынан ярһып ҡысҡырып ҡалған тауышҡа ҡылт та итмәне ҡыҙ, тар һуҡмаҡтан өйҙәренә табан боролдо. Д. Шәрәфетдинов.
ҠЫЛТЫЙс. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылтый кеше.
ҠЫЛТЫЙ-БЫЛТЫЙ с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылтый-былтыйкеше.
ҠЫЛТЫЙФАН с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылтыйфан кеше.
ҠЫЛТЫҠ с. диал. ҡар. ҡылтым. ■ Ҡыл-тыҡ кейәү ғәрләнгән дә кәләшен ташлап ҡасҡан. Я. Хамматов.
ҠЫЛТЫҠАЙ с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылтыкай ир.
ҠЫЛТЫЛДАТЫУ (ҡылтылдат-) (Р: щёлкать чем-то', И.: click; T: şaklatmak) ҡ.
Ҡылт-ҡылт тигән тауыш сығарыу, ҡылт-ҡылт иттереү. □ Щёлкать чем-то. Йоҙаҡты ҡылтылдатып ябыу. ■ Һуңғы сиктә ул [Йәләлетдин], тамағын ҡылтылдатып: «Бына шундай хәбәр...» — тип саҡ әйтә алды. Ә. Хәкимов.
ҠЫЛТЫЛДАУ (ҡылтылда-) (Р: щёлкать; И.: crack; T.: şaklatmak) ҡ.
Ҡылт-ҡылт итеү, ҡылт-ҡылт килеү. □ Щёлкать (о замке или ключе). М Иртәнән бирле ризыҡланғаны булмаһа ла, Ҡыуандыҡ ашауын онотҡайны. Әле иһә һурпа еҫенән тамағы ҡылтылдап ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
ҠЫЛТЫМ I (Р: обидчивый; И.: susceptible; T: kırılgan) с.
Ҡапыл үсегеп, үпкәләп, ҡылтайып барыу-сан; ҡылтымбый. □ Обидчивый. ■ Бөтә күсте усында уйнатып, ғәҙеллеге, айыҡ аҡылы менән илгә танылған байбисә ун ту-ғыҙы тулыр-тулмаҫ көндәшен нисек үҙ итһен? Нисек ризалашһын уның ҡылтым холҡона? Ә. Хәкимов. Ҡайтарыр булһағыҙ, кире алмам! — тип киҫәтте ҡылтым Хәбетдин. М. Кәрим.
ҠЫЛТЫМ II р. ҡар. ҡырт. ■ Суҡынып китегеҙ шул ҡушылыуығыҙ менән! — тине лә Гөлзифа, ҡылтым ғына боролоп китеп тә барҙы. Н. Мусин.
ҠЫЛТЫМБИКӘ и. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылтымбикә ҡыҙ.
ҠЫЛТЫМБЫЙ с. диал. ҡар. ҡылтым I. ■ Ҡыҙҙар улар — ҡылтымбый халыҡ, кире әйләнеп сыҡты-китте, күҙең упайып тор-ҙоң-ҡалдың. Н. Мусин. Үтә ҡаты бәғерле ҡылтымбый булырға ярамай. М. Кәрим.
ҠЫЛТЫМБЫЙЛАНЫУ (ҡылтымбыйлан-) ҡ. диал. ҡар. ҡылтайыу. Ҡылтымбыйланып бармау. ■ Ҡыҙ, ҡылтымбыйланып, Мотаһар ҡулындағы буш туҫтаҡты һелкетә тартып алды. Й. Солтанов.
ҠЫЛТЫМ-МЫЛТЫМ I (Р., обидчивый И.: quick to take offence; T.: darılgan) с.
Үсеккән булып, тырт-мырт итеүсән.
□ Обидчивый. Ҡылтым-мылтъғм әҙәм. Ҡылтым-мылтым кеше.
ҠЫЛТЫМ-МЫЛТЫМ II (Р: обидчиво;
И.: bearing an offence; T.: darılgan) р.
Үсеккән булып, тырт-мырт. □ Обидчиво. Ҡылтым-мылтым һөйләшеу. Ҡылтым-мылтым йөрөү.
ҠЫЛТЫР (Р.: подражание дребезжанию; И.: tinkling; jingling; T.: zangır) оҡш.
Йоҡа ҡаты нәмә ҡатыға бәрелеп-бәрелеп киткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание дребезжанию. Ҡылтыр килеү.
725