ҡылыҡ
һүҙҙәре йәнә тәржемә ҡылынды. Батырша ҡылъяйманы ла. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЛЪЯНЛАУ (ҡылъянла-) (Р.: шевелиться; И.: stir; T.: kımıldamak) ҡ.
Тегеләй-былай ҡуҙғалыу; ҡыймылдау □ Шевелиться, прийти в движение. М [Аҡса батыр — Ҡоросҡа:] Эй, истәк, хәҙер мин атам, керпегеңделә ҡаҡмай төп-төҙ, ҡылъянламай тор, шунан батыр икәнеңде күрермен, ти. Әкиәттән.
ҠЫЛЪЯУҘЫҠ (ҡылъяуҙығы) и. диал. ҡар. ҡулъяулыҡ.
ҠЫЛЪЯРА ТӨШӨҮ (ҡылъяра төш-) ҡ. ҡар. бәхәсләшеү.
ҠЫЛЫ I (Р.: речка-протока; И.: brook; creek T.: çay, dere) и.
1. Үле йылғанан йәки күлдән сығып, ҙур йылғаға ағып ятҡан бәләкәй генә йылға. □ Речка, вытекающая из озера, старицы и впадающая в другую реку. ■ Йылғаның ике яҡ болононда, яҙ көнө күп һыу булғанлыҡтан, билгә етерлек бесән үҫә, ҡайһы бер соҡор урындарында яҙ көнө бүленеп ҡалған күл, ҡылыларҙа һимеҙ, эре балыҡ үрсей. А. Таһиров.
2. диал. ҡар. ҡылымыҡ. Ҡылыла балыҡ тотоу.
ҠЫЛЫ II и. диал. ҡар. ҡылыс IV. Ҡаҙан ҡылыһы.
ҠЫЛЫ III и. диал. ҡар. ҡын 1. Бысаҡ ҡылыһы.
ҠЫЛЫ IV (Р.: противоположный берег реки; И.: the opposite bank of a river; T: nehrin karşı kıyısı) и. диал.
Йылғаның арғы яғы. □ Противоположный берег реки. Ташты ҡылыға саҡлы ырғытыу.
ҠЫЛЫЙ (Р: косоглазый; И.: squint-eyed, cross-eyed; T: şaşı) с.
Икеһе ике тарафҡа ҡарашлы (күҙгә ҡарата). □ Косоглазый. ■ Ишектән өҫтөнә тун, аяғына төп һалынған быйма кейгән, ҙур ҡыҙыл танаулы, тәпәш буйлы, ҡылый күҙле кеше килеп инде. Ф. Әсәнов. Рамазан әле
мәктәп директорына, әле комсомол комитетына йүгереп, ҡыҙҙы уҡыуға ҡайтарыу хәстәрен күреп йөрөгән көндәрҙә тағы бер көтөлмәгән хәл булды: Зөһрәне ҡылый Фазыл урланы. Ә. Хәкимов. Сәхибәнән һуң, сәүкә ҡанаттары кеүек ҡара шырт сәстәре араһынан ҡылый күҙҙәрен йымылдатып, Сафа ла, таҡыр башлы Яппар ҙа ҡысҡыра-баҡыра «Тылсымлы төн» хикәйәһен теттеләр.
3. Биишева. Сабатасы ҡылый Хәбетдиндең өлкән ҡыҙы ҡолға Көмөшбикәне егерме алты йәшенә тиклем һоратыусы ла, йыуатыусы ла табылманы. М. Кәрим.
ҠЫЛЫЙЛАНЫУ (ҡылыйлан ) (Р: стать косоглазым; И.: become cross-eyed; T: şaşı olmak) ҡ.
Ҡылыйға әйләнеү, ҡылый булыу. □ Стать косоглазым; косоглазиться. Ҡылыйлана барыу. Ҡылыйланып китеү. Ҡылыйланып бөтөү.
ҠЫЛЫЙЛЫҠ (ҡылыйлығы) (Р: косоглазие; И.: strabismus; T: şaşılık) и.
Ике күҙҙең ике тарафҡа ҡарап тороуы. □ Косоглазие. Тыумыштан килгән ҡылыйлыҡ. Ҡылыйлыҡ менән яфаланыу.
ҠЫЛЫЙШ и. диал. ҡар. ҡауаҡ I, 1. Сәсе шау ҡылыйш.
ҠЫЛЫҠ (ҡылығы) (Р: поступок; И.: deed, action; T: davranış) и.
1. Ҡылған эш, ҡыланыш. □ Поступок, проделка. ■ Шул саҡ Яҡуповтың элегерәк бер дәрестәге ҡылығы ла Уғатар ағайҙың иҫенә келт итеп килеп төштө. Р. Байбулатов. [Князевтың] ни әйтерен дә, ни эшләрен дә алдан белә алмаҫһың, хатта ҡылған ҡылыҡтарының мәғәнәһе лә байтаҡ ваҡыт үткәс, бөтәһе лә урынына ултырып бөткәс кенә аңлашылып ҡуя. Р. Солтангәрәев. Йыйынып Ҡаҙанға китәйемме, тип тә уйланым, ләкин был ҡылығым ғаиләм менән бәйләнеште бөтөнләй өҙәсәк, әсәйемде ҡайғыға һаласаҡ, сабыр итәйем, бәлки, олатайым бер сараһын күрер, тип өмөтләндем. Ә.-З. Вәлиди. Ҡырын ҡылыҡ ҡылдан ишкән
727