ҡылыҡлы
арҡан икән ул, кәрәге юҡ, ләкин өҙөлмәй ҙә, туҙмай ҙа. Т. Килмөхәмәтов.
2. Холоҡтағы бер һыҙат; ғәҙәт. □ Черта характера. ■ Уның [Емештең] ағаһының, Иштуғандың, ҡылығы шулай: ул .. уҙе белгән, тойған, йәнен-йөрәген ярһытҡан бөтә яҡшы, файҙалы аң-белем, ғәҙәт, ҡылыҡты ла балаларҙың куңеленә һеңдерергә, уларҙың донъяға ҡарашын камиллаштырырға тырыша.
3. Биишева. Кәуҙәгә тиҫтерҙәренән бейегерәк, эре һөйәкле был уҫмер [Рифат] уҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм ҡылығы менән хас унынсы класс уҡыусыларын хәтерләтә. Р. Байбулатов. [Ҡарасәс:] Тағы ла тотонған икән... Гөлзифа, ҡуй шул ҡылығыңды, был ни эшең? М. Буранғолов. Ғайсар бабайҙың бер мәҙәк ҡылығы бар ине, атты куреп ҡалдымы, уның ҡулы ҡысытҡандай булып китә. Ғ. Аллаяров. • Яҡшы аттың да бер алама ҡылығы була. Әйтем. Ҡылығын белмәгән аттың ауыҙлығын һалдырма. Мәҡәл.
3. Кешенең эше, ҡылығында сағылып, уның шәхесен билдәләй торған психик сифаттар; холоҡ. □ Нрав, натура, характер. Яҡшы ҡылыҡлы. Яман ҡылыҡлы. Я Хам-затовтап йәки Ҡамаловтан һорашырға, бригадирҙар менән бергәләп уйлашырға ла мөмкин, әлбиттә, әммә улай ваҡланырға Ғәб-делхәкимовтың ҡылығы ҡушмай. Яр. Вәлиев. • Ҡыҙ ҡылығы менән, ир эше менән һөйҙөрөр. Әйтем. Ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле. Мәҡәл. Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, ҡуйың муйынын саптырыр. Мәҡәл. Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат, теҙгенеңде белеп тарт. Мәҡәл. Булыр баланың ҡылығы яҡшы булыр. Мәҡәл. Ҡешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара. Мәҡәл. Ҡыҙҙың ҡылығы ҡырҡ булыр. Мәҡәл. Ояты юҡ ул яман, ҡылығы юҡ ҡыҙ яман. Мәҡәл.
♦ Ҡылыҡмы инде [шул] кемдеңдер бер эшен хупламағанда әйтелә. □ Это разве дело (при неодобрении проступка кого-л.). ■ Уҙаман булып тыя торған урыныңда—ҡылыҡмы һуң был? —тип илап-илап
упкәләп алды Хәйрулла. Т. Хәйбуллин. Ҡы-лыҡ(ты) ҡылыу ниндәйҙер ярамаған эш эшләү. □ Натворить дел(ов). Я Кешеләргә ҡаршы ҡылыҡ ҡылыу енәйәт булған кеуек, вайымһыҙлыҡ та енәйәт. И. Ғиззәтуллин. Туҡта, ҡылайыҡ әле ҡылыҡты, - тип, былар Сәлмәндең утынын уртәп китергә була. Әкиәттән.
ҠЫЛЫҠЛЫ (Р: с каким-л. характером; И.: with character; T.: huylu) с.
1. Ниндәйҙер холҡо булған. □ С каким-л. характером. Насар ҡылыҡлы. Яҡшы ҡылыҡлы. Фазхан тигәне, ихтимал, Фазылулла йәки Фазылхан булғандыр. Яҡшы ҡылыҡлы, куңелле, йомарт егет кеше ине. Ә.-З. Вәлиди. Бына тағы ла бер иғлан: «Миңә ҡырҡ биш тулды. Уртаса буйлымын. Сәсем һары. Кәуҙәм бик матур. Квартирам да бар. Яҡшы ҡылыҡлы ир менән бәхетле булырға ризамын. Кемдән хәбәр килер?..» Ә. Бикчәнтәев. Яҡшы ҡылыҡлы, тырыш уҡытыусы ололар араһында ла, уҡытҡан балалары алдында ла уртаҡ хөрмәт тапты. Б. Бикбай.
2. Яҡшы холоҡло. □ Имеющий хороший нрав. Ҡылыҡлы булыу. • Һәнәрле булып ул уҫһен, ҡылыҡлы булып ҡыҙ уҫһен. Мәҡәл.
ҠЫЛЫҠСЫРАТЫУ (ҡылыҡсырат-) ҡ. диал. ҡар. үсектереү. ■ Кылыҡсыратма кешене. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛЫҠ-ТОРОҠ (ҡылыҡ-тороғо) (Р: нрав; И.: disposition, temper; T.: huy) и. йыйн.
Ҡылыҡ һәм ғәҙәт. □ Нрав, характер. Малдың ҡылыҡ-тороғон белеу. Яҡшы ҡылыҡ-тороҡло бала.
ҠЫЛЫҠ-ФИҒЕЛ и. йыйн. ҡар. ҡылыҡһыр. Я Атҡа менгән ир-аттың ҡылыҡ-фиғеленең уҙгәреуен элек тә куҙәткәне бар Ғөлбаныуҙың, ә инде уларҙың ярышҡа әҙерләнгәндәре самаһыҙ уҙгәрә. Т. Ғарипова. Мансур, ағайҙары кеуек ук, бәләкәйҙән аттар араһында уҫкән, уларҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен белеп бөткән. Н. Мусин. Дошмандың ҡылыҡ-фиғелен, ниндәйерәк хөсөтлөккә барасағын алдан тойомларға кәрәк. Ә. Хәкимов. Гумер
728