ҠЫЛЫМҺЫР
юлының ҡайҙа һәм нисек туҡталырын белһә, кеше әсәнән тыуған ҡылыҡ-фиғелен юғалтып, икенсерәк төрлө — яһалма йәшәй башлар ине. X. Ғиләжев.
ҠЫЛЫҠҺЫҘ (Р.: дурной по характеру; И.: having bad character; T.: huysuz) c.
Ҡылығы, холҡо яман. □ Дурной по характеру, с плохим характером. Ҡылыҡһыҙ әҙәм. Ҡылыҡһыҙ һыйыр. Бигерәк ҡылыҡһыҙ бит. ■ Баҫымсаҡлап, ҡылыҡһыҙ был заман баһрау булып ятты елкәләргә. X. Назар. [Мөнирә] ҡылыҡһыҙ ҡарттың теҙгенен ныҡ тотоу сараһын уйлап тапты. Ш. Янбаев. Яҙ айы ҡылыҡһыҙ ҡатындар кеуек — берсә сыуаҡлай, берсә дауыллап ҡуя. Ғ. Ибраһимов. [Сажиҙә:] Һеҙ тугел, әле мин, оло башымды кесе итеп, йәнем бик көйһә лә, көндәшемдең куп ҡылыҡһыҙ ҡыланышын кургәнемдә лә курмәмешкә һалышам. Я. Хамматов.
ҠЫЛЫҠҺЫҘЛАНЫУ (ҡылыҡһыҙлан-) (Р.: вести себя плохо; И.: behave badly; T.: huysuzlanmak) ҡ.
1. Насар ҡыланыу, тәртипкә һыймағанды эшләү; холоҡһоҙланыу. □ Вести себя плохо. ■ [Юлбикә: I Китсе, ҡылыҡһыҙланып йөрөмә инде. М. Буранғолов.
2. Холоҡ боҙолоу, насар яҡҡа үҙгәреү. □ Испортиться (о характере). Бала ҡылыҡһыҙланды: тоҡтомалға усегә.
ҠЫЛЫҠҺЫР (Р: черта характера; И.: trait of character; T.: karakter) и. йыйн.
Кешенең холҡона, тәбиғәтенә хас үҙенсәлеген күрһәткәндә әйтелә. □ Черта характера, особенности характера. Ҡылыҡһырын белеу. Насар ҡылыҡһыр. М Бығаса аҫтыртын көс туплап ятҡан ҡылыҡһыр яҙмыш, өйөрмәләй өйөрөлтөп, уны уҙ ҡосағына алды. Ә. Хәкимов.
ҠЫЛЫҠҺЫРАТЫЛЫУ (ҡылыҡһыратыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡылыҡһыратыу, страд, от ҡылыҡһыратыу. Ҡылыҡһыратыла башланы. ■ Губернатор өс полк самаһы һалдат ебәрткән икән, ти. Шундай һуҙҙәр ҡолаҡтан ҡолаҡҡа, ауыҙҙан ауыҙға кусеп ҙурайҙы. Иҫ
киткес бер рәуештә ҡылыҡһыратыла башланы. И. Насыри.
ҠЫЛЫҠҺЫРАТЫУ (ҡылыҡһырат-) ҡ. ҡар. ҡылыҡһырлау. Ҡылыҡһыратып һөйләу.
ҠЫЛЫҠҺЫРЛАМА (Р: характеристика; И.: reference; T.: tanımlama) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер үҙенсәлекле һыҙаттарын, етешле-етешһеҙ яҡтарын сағылдырған баһа. □ Характеристика. Ҡылыҡһырлама биреу.
2. Кемдеңдер эш-тәртибен баһалау рәүешендә бирелгән рәсми ҡағыҙ. □ Характеристика (официальная бумага). Ҡылыҡһырлама яҙыу.
ҠЫЛЫҠҺЫРЛАНЫУ (ҡылыҡһырлан-) ҡ. төш. ҡар. ҡылыҡһырлау, страд, от ҡылыҡһырлау.
ҠЫЛЫҠҺЫРЛАУ (ҡылыҡһырла-) (Р: характеризовать; И.: define; characterise; T.: nitelemek) к.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер булмышын, тәбиғәтен тасуирлау. □ Характеризовать. Кешене ҡылыҡһырлау. М Мәҙинә ғәйеплеме ни хәтере уның [Хашимдың] яман яҡтан ҡылыҡһырлаған куренештәрҙе һаҡлағанға? Т. Ғарипова. Яҙа-йоҙа ғына бик һирәк исемдең тарихын да ҡылыҡһырлағайным әле. С. Шәрипов.
ҠЫЛЫМ (Р: глагол; И.: verb; T.: fiil) и. лингв.
Эш-хәрәкәтте, хәлде белдергән, заман, зат, һан менән үҙгәреүсе грамматик һүҙ төркөмө. □ Глагол. Ҡылым замандары. Ҡушма ҡылым. Затһыҙ ҡылымдар.
ҠЫЛЫМ ЙҮНӘЛЕШТӘРЕ (Р.гзало ги глагола; И.: aspect of verb; T.: fiil çatısı) u. лингв.
Эш-хәрәкәттең субъектҡа йәки объектҡа булған мөнәсәбәттәрен белдергән ҡылым категорияһы. □ Залоги глагола. Төп йунә-леш. Ҡайтым йунәлеше. Төшөм йунәлеше. Уртаҡлыҡ йунәлеше. Йөкмәтеу йунәлеше.
ҠЫЛЫМҺЫР с. диал. ҡар. ҡылыҡһыҙ. ■ Ҡолан ит-һуты, тәндәргә таралып, бән
729