ҡылымыҡ
дәнең көс-кәрен арттырып ҡына ҡалмайса, ҡандарын ҡыҙҙырып, дәрт-нәфселәрен ҡуҙғытып, әллә ниндәй ҡылымһыр ҡылыҡтарын, ярһыуҙарын, әлмисаҡтағы ҡырғый тойомда-рын да ҡуҙғатып ҡуя кеуек. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЛЫМЫҠ (ҡылымығы) (Р.: проток; И.: channel; T.: kol) и.
Йылғаның төп үҙәндән айырылған тармағы. □ Проток. ■ Ике йөҙ сажин самаһы ур-ҙәрәк Ыҡ ике тармаҡҡа, йәғни ҡылымыҡҡа буленә, улар бер-береһенә бик яҡын аға. Картотека фондынан.
ҠЫЛЫНЫУ (ҡылын-) ҡ. төш. ҡар. ҡылыу, страд, от ҡылыу. Уйламай ҡылынған эш. Ҡуптән ҡылынған. ■ Әҙәм тарафынан ҡылынған бер генә ғәмәл дә уның уҙенән бейек тә, ҙур ҙа була алмай. Т. Ғарипова. Бында ла мәсьәлә куптән хәл ҡылынған була. Р. Өмөтбаев. Ителдең дала тарафында ваҡытлы урдуға текләнеп, егерме төмәндең һәр ҡайһыһы уҙенә тәғәйен ҡылынған төбәкте биләугә, хан ныҡлы ҡурғау аҫтында юлға сыҡты. Ә. Хәкимов. Ә Ҡорбанғәли былай ҡылтымдарҙан тугел. Әлбиттә, курше-ку-лән алдында ҡылынманы был яза, аулаҡта ҡылынды. М. Кәрим. Ашъяулыҡ алыу алдынан оҙон иттереп доға ҡылынды. Т. Хәйбуллин. Ауылдан килгән крәҫтиәндәр уҙҙәрен мәсеттә, намаҙҙа ултырған кеуек тойоп, тәһәрәтһеҙлектәрен хәтерләп ҡурҡыштылар. Ҡөрьән уҡылды, доға ҡылынды. А. Таһиров. Ҡалай һәм нисегерәк ҡылынды һуң был фажиғәле орош, ҡан ҡойош? Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЛЫС I (Р: сабля; И.: sabre; T.: kılıç) и.
Бик оҙон һоноҡ бысаҡ рәүешендәге үткер һуғыш ҡоралы. □ Сабля. Үткер ҡылыс. Ҡылыс менән сабыу. Ҡылыс тағыу. Ҡылыс ҡайрау. Ҡылыс һелтәу. М Ҡындан алып алмас ҡылысымды Урал ташҡайына ҡайраным. Халыҡ йырынан. Ҡылысы һынды батырҙың, ышаныстары ҡыйралды... Р. Камал. Парад формалары кейеп, ҡылыстар тағып сыҡҡан тәртип һаҡлаусыларға аҙаҡтан эш еңелгә килде. Ж. Кейекбаев. Ҡая таштар янына
еткәс, ете туған, аттарын уйнатып, тау-таштарҙы яңғыратып, салғы яныған шикелле, ҡылыстарын ҡайрап алғандар. И. Абдуллин. Ҡылысҡа ҡылыс бәреп, ике тигеҙ көс береһе лә өҫтөнлөк ала алмай, бер урында ат бейетеп торҙо, берсә ҡыуышып елде, осҡондар сәсрәтеп, ҡылыстар бәрелеште.
3. Биишева. Баш өҫтөндә ҡылыстар ялтлай, ҡыл ҡороҡтар шыйлай, гөп тә гөп килеп мылтыҡ, нагандар ата. Р. Байымов. • Ҡылыс яраһы төҙәлер, тел яраһы төҙәлмәҫ. Әйтем. Ҡылыслы ҡурҡаҡты һуйыллы батыр һуғып ала. Әйтем. Юғалған ҡылыстың һабы алтын. Мәҡәл. Ҡылыс берҙе ултергән, тел меңде ултергән. Мәҡәл. Тел ҡылыстан уткер. Мәҡәл. Уҡ етмәҫ ергә ҡылыс менән һелтәнмә. Әйтем. Үткер ҡылыс ҡынын киҫер. Мәҡәл. Байға бурысыңды бир, ҡылысыңды курһәт. Мәҡәл. Эйелгән башты ҡылыс сапмай. Мәҡәл. Ҡорал эшләр — ир маҡтаныр, ҡылыс киҫер — ҡул маҡтаныр. Мәҡәл. Ҡылысың ут-мәһә, туңгәккә сап. Мәҡәл.
ҠЫЛЫС II (Р: бёрдо; И.: reed (of loom)', T.: dokuma tarağı) и. туҡ.
Буйлыҡҡа үткәрелгән арҡауҙы тартып тығыҙлай торған тешле ҡорал. □ Бёрдо. Бишле ҡылыс. Етеле ҡылыс. Туғыҙлы ҡылыс. Ун икеле ҡылыс. Төгәй ҡылыс. Ялан ҡылыс.
ҠЫЛЫС III (Р: дужка; И.: knob; handle; T.: külp) и.
Һауыт-Һабаның ике яҡ ситенән эләктерелгән ярым дуға рәүешендәге тотҡа. □ Дужка, ручка (ведра, котла). Ҡунәк ҡылысы. Ҡаҙан ҡылысы. Ҡылысынан элеп ҡуйыу. ■ Кешеләрҙең тегендә-бында лабырлап һөйләшкәне, мал ҡыуалағаны, кемдеңдер биҙрә ҡылыстарын сыңҡылдатып һыуға киткәне ишетелә. Н. Мусин. Ишек асылды. Биҙрә ҡылысын сылтыратып, Мәликә соланға сыҡты. Я. Хамматов.
ҠЫЛЫС IV (Р: край котла, казана; И.: brim; T: kazanın yukarı kenarı) u.
Ҡаҙандың сите. □ Край котла, казана (верхний). Ҡаҙан ҡылысына бәке яныу. Ҡа
730