Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 731 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛЫС ҮЛӘН
ҙандың ҡылысынан итеп һыу тултырыу. М Рәхимә ҡулындағы бысаҡты Мәғфурәгә бирҙе: «Ҡана, килен, һин оҫта яный торғанһың, ҡаҙан ҡылысына ғына ошоно бер-ике тартып бир әле». Һ. Дәүләтшина. Ҡаҙандың ҡылысынан итеп алҡындыра һалынған ит эргәһендә [Этҡол байҙың] йәш бисәһе Зәлифә тауыш-тынһыҙ ғына, сайырланған ҡарағас утынды ҡаҙан аҫтына яғып ебәреп, һалма һала. Т. Хәйбуллин.
ҠЫЛЫСБАЛЫҠ (ҡылысбалығы) (Р.: меч-рыба; И.: swordfish; T.: kılıçbalığı) и. зоол.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, морононда оҙон һөңгөһө булған эре диңгеҙ балығы. □ Меч-рыба, меченос (лат. Xiphias gladius). М Ҡылысбалыҡтың ауырлығы алты йөҙ алтмыш килограмға, буйы биш метрға етә. Уның ите бик тәмле. Картотека фондынан.
ҠЫЛЫСБАУ (Р.: верёвка из разноцветной шерсти; И.: motley woollen cord; T.: çok renkli ip) и. этн.
Төрлө төҫтәге йөндән ишелгән бау (килен тарафынан туйҙа ҡәйнештәргә, малайҙарға таратыла; һаулыҡ, байлыҡ, оҙон ғумер символы). □ Верёвка из разноцветной шерсти (раздаётся невестой мальчишкам, является символом долголетия; проецирование счастья, здоровья). М Туйҙа килен малай-шалайға, ҡәйнештәренә ҡылысбау тарата. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛЫСБОРОН и. диал. ҡар. ҡылыс танау.
ҠЫЛЫС КҮТӘРЕҮ (ҡылыс күтәр-) (Р.: начать войну; И.: start a war; T.: savaş açmak) ҡ.
Һуғыш башлау. □ Начать войну. Я Башҡорттар баҫҡынсыларға ҡаршы ҡылыс ку-тәргән. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛЫСМАУ и. диал. ҡар. ҡунысбау.
ҠЫЛЫС ТАНАУ (Р: тонкий прямой нос; И.: thin straight nose; T: ince düz burun) и.
Нәҙек, төҙ танау. □ Тонкий прямой нос. Я Завод менән һәр ваҡыт Петербургтан килгән оҙон кәуҙәле, асҡаҡ, таҫыр куҙле, ҡы
лыс танаулы Вилис фамилиялы бер кеше идара итте. Ж. Кейекбаев. Оҙонсараҡ буйлы, ҡараһыу ябыҡ йөҙлө, ҡылыс танаулы, ябай ғына кейенгән, яғымлы тауышлы Нәзифә Хәсәнгә уҙенең бик асыҡ куңелле булыуы менән оҡшаны. Ф. Әсәнов. Аҡ тирмә турендә ҙур кейеҙ келәм йәйелгән тушәк өҫтөндә ҡылыс танаулы, оҙонса битле, нескә ҡара мыйыҡлы ҡыр-ҡаҙаҡ ултыра. Ғ. Хөсәйенов. Сул ғәрәбе шикелле сем ҡара һаҡалтай, тар ғына битле, ҡылыс танаулы урта йәштәрҙәге был кешене малайҙар һәр ваҡыт шулай, мәҙрәсәнән сығып куҙгә куренеу менән, һырып ала. 3. Биишева.
ҠЫЛЫСТАН ҮТЕҮ (ҡылыстан үт ) (Р: погибнуть в бою; И.: be killed in battle; T: kılıçtan geçmek) ҡ.
Һуғышта ҡылыстан йәрәхәтләнеп үлеү. □ Погибнуть в бою от сабли. Куптәр ҡылыстан утеп ҡырылды. ■ [Кусем:] Ә ҡылыс кутәргән ҡылыстан да утер. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЛЫСТАН ҮТКӘРЕҮ (ҡылыстан үткәр-) (Р: изрубить; И.: put to sword destroy; T: kılıçtan geçirmek) ҡ.
Ҡылыс менән ҡырыу, тураҡлап ташлау. П Изрубить, уничтожить. Дошманды ҡылыстан уткәреу. Я Полковник Галкин кеуектәр баш тартыусыларҙы атыу, ҡылыстан уткәреу, ҡамсылау менән генә сикләнмәй, хәйерсе ауылдарҙы хатта артиллерия утына тота, ер менән тигеҙләп китә. Р. Байымов. [Кусем:] [Кыҙылдар менән партизандар] бандиттарҙы өс яҡлап ҡыҫып алып, ҡайһыһын ҡылыстан уткәрә, ҡайһыһын мылтыҡ көбәгенән осора башланылар. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫЛЫСТАРАН и. зоол. диал. ҡар. сәгер балыҡ.
ҠЫЛЫС ҮЛӘН (Р: меч-трава; И.: swordgrass; T: kılıç otu) и. бот.
Күрәндәр ғаиләһенә ҡараған, һабағы ҡаты кирткәс сәнскәкле үлән төрө. □ Меч-трава (лат. Cladium). Болондо ҡылыс улән баҫҡан. Кылыс уләнде мал ашамай.
731