Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 732 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ
ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ (ҡылысъяпрағы) и. бот. ҡар. бысҡы үлән.
ҠЫЛЫУ I (ҡыл-) (Р.: делать; И.: do; T.: kılmak) ҡ.
1. Нимәнелер ғәмәлгә атҡарыу; эшләү. □ Делать, совершать. Яҡшылыҡ ҡылыу. Насарлыҡ ҡылыу. Ҡылған эш. Кәңәшләшеп ҡылыу. ■ Ир-егеттең ҡылғаны илдән башҡа була алмаҫ. Ҡобайырҙан. [Марфа:] Аңламайым мин Таңһылыуҙы: бер ҡараһаң, етди, аҡыллы кеуек, икенсе ҡарағанда, йуләрлек ҡыла ла ҡуя. Р. Камал. [Әлфир] уҙенең ошо бисә алдында көсһөҙлөгөнә асыуы килә, әммә бер ни хәл дә ҡыла алмай. Н. Мусин. Ҡарымтасым ауылға инеп китте, тыуған өйөмә минең юлым киҫелде. Сөнки мин йолабыҙға ярлыҡалмай торған хыянат ҡылдым. М. Кәрим. [Саяф] уҙенә ҡалһа, бик йәшерен дә эшләгән кеуек ине, әммә ни ҡылһа ла аҡ еп менән тегелгән булып сыҡты. Т. Ғарипова. Хәҙер инде Баса-риев уҙ биләмәһендә, ни ҡылһа ла уҙ ихтыяры, ҡаршы сығып ҡара уға! Р. Солтангәрәев. • Ирҙең яманы уғрылыҡ ҡылыр, ҡатындың яманы уйнаш ҡылыр. Мәҡәл. Артҡы айылың ныҡ булһа, атың тулап ни ҡылыр? Мәҡәл. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ни ҡылһаң, шуны курерһең. Мәҡәл. Кешегә ҡылған кешелә ҡалмаҫ. Мәҡәл. Үҙ ҡылғаның уҙеңә ҡайта. Мәҡәл. Үҙеңә яҡшылыҡ теләһәң, кешегә яманлыҡ ҡылма. Мәҡәл. Эш, тауға тәгәрәткән таш кеуек — яҡшылыҡ ҡылһаң да, яманлыҡ ҡылһаң да, уҙеңә ҡайтыр. Мәҡәл. Яҡшыға яҡшылыҡ ҡылһаң, бише менән ҡайтарыр. Мәҡәл. Яҡшылыҡ ҡылған — аш йыйған, яманлыҡ ҡылған — таш йыйған. Мәҡәл.
2. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында исемгә ҡушылып, шуның мәғәнәһенә ярашлы ҡылым яһай. □ Выступает в функции вспомогательного глагола. Баян ҡылыу. Бина ҡылыу. Бәхәс ҡылыу. Вәғәҙә ҡылыу. Ғибәҙәт ҡылыу. Ғәфу ҡылыу. Доға ҡылыу. Дәфен ҡылыу. Зыярат ҡылыу. Йәлеп ҡылыу. Ҡабул ҡылыу. Сарыф ҡылыу. Сәйәхәт
ҡылыу. Талап ҡылыу. Тамаша ҡылыу. Тәрбиә ҡылыу. Тәубә ҡылыу. Фатиха ҡылыу. Фиҙа ҡылыу. ■ Һеҙҙән бутән был ерҙә рәхим ҡылыр кешем юҡ. Бәйеттән. Урта Азия мосолмандарының изге һәм киң билдәле мәхәлләһенең тубәнге ҡатында ураҙа осоронда өйгә лә ҡайтмай ураҙа тотоу һәм ғибәҙәт ҡылыу башлана. Р. Өмөтбаев. Мирхәйҙәров, нигеҙ буйындағы эскәмйәгә ултырып, доға ҡылды. Т. Ғарипова. Ирназар ҡарт йәшлегендә сауҙа каруанында һаҡсы булып хеҙмәт иткән, куп илдәргә сәйәхәт ҡылған. Ә. Хәкимов. Сәғиҙә, Өфө төнөнөң ошондай куренештәрен тамаша ҡылып тора торғас, башын Хәйҙәрҙең кукрәгенә терәп, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. М. Тажи.
ҠЫЛЫУ II (ҡыл-) ҡ. диал. ҡар. ҡыпсыу I. ■ Ҡунысы балтырымды ҡылып тормағас, итеген алғым килмәне. Картотека фондынан.
ҠЫЛЫУ III с. диал. ҡар. тар. Ҡылыу кейем.
ҠЫЛЫШ и. диал. ҡар. ҡауаҡ 1,1. Сәсе ҡылыш.
ҠЫЛЫШ Л АУ (ҡылышла-) ҡ. диал. ҡар. ҡауаҡлау. Башы ҡылышлаған.
ҠЫЛЫШЫУ (ҡылыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡылыу, взаимн. от ҡылыу. Шарт ҡылышыу. ■ Ут куршеләрең менән алыш-биреш ҡы-лышмай, ярҙам ҡулы һуҙышмай көн итеуе мөмкин тугел. Й. Солтанов. Килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе Вахит менән курешеп, шул уҡ бер төрлө иҫәнләшеу, фатиха ҡылышыу, бер һуҙҙе ҡабатлауҙан һуң урындарға ултырҙылар. М. Ғафури.
ҠЫМҒЫЛДАУ (ҡымғылда-) ҡ. диал. ҡар. ҡыймылдау. Өҫтәл ҡымғылдап ултыра.
ҠЫМҒЫРЛАТЫУ (ҡымғырлат-) ҡ. диал. ҡар. һелкетеү. ■ Ел ҡымғырлатмаған урында һаҡлағандар ул муйылды. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМҒЫРЛАУ (ҡымғырла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыймылдау. Аҡрын ғына ҡымғырлау.
732