Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 733 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫМТЫЛЫУ
ҠЫМ-ҒЫУАТ БУЛЫУ (ҡым-ғыуат бул-) ҡ. диал. ҡар. шау-шыу килешеү. Ҡым-ғыуат булып уйнайҙар.
ҠЫМЙЫРАУ (ҡымйыра-) ҡ. ҡар. ҡымйыу. Халыҡ ҡымйырап тора.
ҠЫМЙЫТЫУ (ҡымйыт ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡымйыу, понуд. от ҡымйыу. Бала-сағаны ҡымйытыу.
ҠЫМЙЫУ (ҡымйы ) (Р.: кишеть; И.: swarm; teem; T.: kaynaşmak) ҡ.
Күмәк булып бер урында ҡайнашыу; мыжғыу □ Кишеть, М Шифалы йылы аҫтында ерҙәге бөтә тереклек уянған, үлән араһында, куҙгә саҡ куренеп, бөжәктәргә тиклем ҡымйып йөрөй. Д. Бүләков. Поездан тошоп, вокзалға ингәс, Менәуәрә, ҡымйып торған халыҡҡа ҡарап, аптырап ҡалды. Н. Мусин. Тоҡтомалдан бындай телефонограмма бирмәҫтәр. — Мейемдә гел Новиков әйткән шул һуҙҙәр ҡымйый. Д. Юлтый. Нығытма ҡороуға сығарылған халыҡ иртә таңдан ҡырмыҫҡа кеуек ҡымйый башлай: берәүҙәр ҡатҡан ерҙе кәйлә менән аҡтара, таш бушата, икенселәр балта туҡылдата. 3. Ураҡсин.
ҠЫМЙЫШЫУ (ҡымйыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡымйыу, взаимн. от ҡымйыу. ■ Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡар һыуҙары көмөш уҡалай һуҙылған йырғанаҡтарға әйләнде, йылғалар ташты, сыйырсыҡтар ҡағына-талпына ҡышты ҡыуышты, ҡарҙан көндән-көн нығыраҡ әрселә барған ҡара тупраҡта ҡарғалар ҡымйышты. Т. Ғарипова. Улар [бүҙәнәләр] иртәнсәк һәм кискеһен, тамаҡ туйҙырыр өсөн, урман ауыҙына сығалар, ҡуйы һаҙ үләне араһында ҡымйышалар, һаҡһыҙ ҡыланалар, һунарсыны яҡын уҡ ебәрәләр. Д. Юлтый.
ҠЫМҠЫЛДАУ (ҡымҡылда-) ҡ. диал. ҡар. ҡыбырлау. ■ Ҡымҡылдап белдерә балыҡ эләккәнен. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМПАЙЫУ (ҡымпай-, ҡымпая) ҡ. диал. ҡар. тумпайыу. Бите ҡымпайып тора.
ҠЫМРАН (Р: кумыс из верблюжьего молока; И.: koumiss made of camel's milk; T.: deve sütünden kımız) и.
Дөйә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ. □ Кумыс из верблюжьего молока. Ҡымран әҙерләү. Ҡымран бик тә шифалы, дөйә һөтөнән яһала. ■ Ул ҡымран, ҡарағым, ҡымран, — тип йорт хужаһы һабалағы ҡымыҙҙы болғатты. Я. Хамматов. [Абулхайыр] уҙ старшиналарын, батырҙарын саҡырып, ҡулынан ҡаҙы һоғондорҙо, ҡымыҙ, дөйә һөтөнән әҙерләнгән ҡымран һемертте. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫМСЫУI (ҡымсы-) ҡ. диал. ҡар. ҡыпсыу I. Балтырҙы ҡымсып торған балаҡ.
ҠЫМСЫУ II с. диал. ҡар. тар. Ҡымсыу ер.
ҠЫМТЫ с. ҡар. ҡымтыҡ. ■ Әтәс муйын, ҡуш урай, суңҡа эйәк, ҡымты ирен Аҡбуҙ толпар янында. «Аҡбуҙат».
ҠЫМТЫҠ (Р: плотно закрытый; И.: shut tightly; T.: sıkıca kapalı) с.
Ҡымтып ябыулы. □ Плотно закрытый. Ауыҙы ҡымтыҡ. ■ Хәмит — ҡуңыр йөҙлө, түбәтәйе аҫтынан сығып торған шырт сәстәре сем ҡара, кәүҙәһе ҡаҡса, ҡымтыҡ иренле, тыржыҡ танаулы, битендә һипкелдәре бар. Д. Бүләков. [Вәсилә] эш кейемен һалып, халат кейергә лә өлгөрмәне, ишектә ҡымтыҡ иренле Шәрифәнең башы күренде. Б. Рафиҡов.
ҠЫМТЫЛЫУ (ҡымтыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡымтыу, страд, от ҡымтыу. Ҡымтылған ирен. М Гөлзифаның осҡондар һикергеләп торған күҙҙәре йәшләнде, йоҡа ирендәре ҡымтылды, һөйкөмлө йөҙө тартылып киткәндәй булды. Н. Мусин. [Сибәғәт] ни уйлағанын сырамытырға тырышып, күпме генә уның [Фәүзиәнең] йөҙөнә баҡмаһын, ныҡ итеп ҡымтылған йоҡа ирендәрҙән, керпек аҫтына, төпкә йәшеренгән күҙҙәренән бер ни ҙә уҡый алмаясаҡ. Т. Ғарипова. Мәһәҙи ҡарттың ирене ҡымтылған, күҙҙәре йомоҡ. Ә. Хәкимов. Бындай бойороҡто ишетермен тип башына ла килтермәгән Хөсәйеновтың үткер ҡарашлы күҙҙәре баҙлап янды, ҡалын ирендәре ҡымтылды. Я. Хамматов. Ҡуйы ҡыйғас ҡаштары ҡаты төйөлгән, ирендәр ҡымтылған, күҙҙәрҙә уй, моң ята. 3. Биише
733