Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 734 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫМТЫНЫУ
ва. • Киленемә барҙым — кирелдем дә һуҙылдым, ҡыҙыма барҙым — ҡыҫылдым да ҡымтылдым. Әйтем.
ҠЫМТЫНЫУ (ҡымтын-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡымтыу I, 1. возвр. от ҡымтыу I, 1. Юрған менән ҡымтынып ятыу.
ҠЫМТЫУ I (ҡымты-) (Р.: поджимать; И.: purse [press up] one’s lips; T.: kısmak) ҡ.
1. Ҡыҫып йомоу, ҡыҫа тотоу. □ Поджимать. Ҡымтып алыу. Ҡымтып барыу. Ҡымтып ҡуйыу. Ауыҙҙы ҡымтыу. Билдән ҡымтып алыу. Я Ташҡа һалып баштарын, ҡан эсендә йоҡлаған, төшөн куреп уянып, ағыу сәскән убырҙың уңәсенән сал бөркөт ҡымтып алды. Халыҡ ижадынан. Тегеләр өндәшмәне, шунан файҙаланып, Илғужа Гөлшанды яурынынан ҡымтып, һиҙҙермәй генә уҙенә тарта биреп ҡуйҙы. Д. Бүләков. Икегә булкәсләнгән башы тушенә эйелгән, һыңар куҙен һалынып төшкән сәс ҡаплаған, ҡыҙарынған йөҙөнә бөрсөк-бөрсөк тир ҡалҡҡан, ҡымтып ҡыҫҡан ирендәре, курек һуҙылған ыңғайға, бер асыла, бер ябыла. Я. Хамматов. Шамилов, упкәләп, иренен ҡымтыны. Ә. Хәкимов. Урманов ирендәрен ҡымтыны, төшөнкө ҡабаҡ аҫтындағы йонсоу куҙҙәре йәнә өҫтәлдәге ҡағыҙға төбәлде. М. Кәрим.
2. Ысҡынмаҫлыҡ, асылып китмәҫлек итеп тарттырып ҡуйыу. □ Подтянуть, затянуть, подоткнуть. Ҡымтып бәйләу. Ҡымтып тегеу. Салғыйҙы ҡымтыу. Итәкте ҡымтыу. Итәкте ҡымтып ултырыу. Я Ҡарсыҡ, ки-нәт бер ҡарарға килгәндәй, яулығын эйәк аҫтына ҡымтып бәйләне. Т. Ғарипова. Тур яҡҡа инде лә [Фәриҙә] балаларының өҫтөндәге юрғанды ҡымтып япты. А. Мағазов. Тояҡтарынан ҡар киҫәктәре сәсрәтеп, бәҫләнгән йомро һыртына бер генә мәртәбә лә сыбыртҡы һуҡтырмайынса тигеҙ, йылдам юртҡан Турайғырҙы уҙ яйына ҡуйып, Сергей толобоноң салғыйҙарын ҡымтыны ла яңынан уйға сумды. А. Абдуллин. Уны [сабыйҙы] урап, яҡ-яғын ҡымтып өтөрҫәләнеп бөткән
бер мендәр өҫтөнә һалып ҡуйғандар. Ж. Кейекбаев.
3. кусм. Ирек бирмәй тотоу, ихтыярын баҫыу. □ Подавлять, чрезмерно опекать. Я Әсәһенең әлдән-әле ҡымтып тороуы арҡаһында, Ирназар хирес тойғоларын, укенеу-юҡһыныуҙарын эскә йоторға кунек-те, йомоғораҡ тәбиғәтле булып уҫте. Ә. Хәкимов. Нарыҫтан киткәс, Иҙеукәй Иҙел, Нөгөш, Семдәрҙең барлыҡ илдәрен туплап, Тора бейгә яу асҡан, Иҙеукәй мән Мораҙым ике яҡлап Тораның яуын ҡымтып алған, ти, Урал аша Син яҡҡа Тора бейҙе ҡыуған, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫМТЫУ II (ҡымты-) ҡ. диал. ҡар. ҡыуыу 4. Я Атты артыҡ ҡымтыма. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМҺАЙЫУ (ҡымһай-, ҡымһая) ҡ. диал. ҡар. тумһайыу. Я Ҡыҙҙар ҡымһайып торалар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМШАНЫУ (ҡымшан-) (Р.: шевелиться; И.: stir slightly; T.: kımıldamak) ҡ.
1. Саҡ ҡына ҡуҙғалыу, ҡыймылдау. □ Шевелиться, пошевелиться. // Шевеление. Ҡымшанып ҡуйыу. Ҡымшанып алыу. Я Асыуы ҡабарған пәрей, куҙ асып куҙ йомғансы, икенсе уғын һура һалып, ҡымшанмай ҙа торған Аллабирҙегә атып ебәрә. Әкиәттән. Таныш мөхит шунда уҡ йыуашайтты Дилбәрҙе. Мөйөшкә барып иҙәнгә ултырҙы ла, ҡымшанмай уйҙарына сумды. Г. Ғиззәтуллина. Малай ишекте улай-былай тартҡылап ҡараны. Ҡымшанмай ҙа!.. Н. Ғәйетбаев. Шәһурә ҡулын тушенә ҡаушырған да, прилавкаға һөйәлеп, ҡымшанмай ҙа тора. Н. Мусин. Буре эсенән сыҡҡан бысраҡ һарҡындыны ел кешенең битенә сәпәне. Әммә кеше ҡыбырламаны, ҡымшанманы. Т. Ғарипова. Мортаза һаман тубән ҡараған килеш ултыра һәм ҡымшанғыһы килмәй. Р. Солтангәрәев. Тороп ултырыу тугел, хатта ҡымшанырлыҡ әмәле юҡ. Ә. Хәкимов. • Аллаға ышан, уҙең ҡымшан. Мәҡәл.
2. кусм. Нимәгәлер иғтибар биреп, ғәм итеү. □ Заботиться, печалиться о ком,
734