ҡымыҙлыҡ
о чём. К Үҙең эшләп, мал таба башлағас, бә-хилләтерһең әле, — тине Ғәмбәриә апай, артыҡ ҡымшанмай ғына. М. Садыкова. Ҡоролтай һайлап ҡуйған комиссия ҡайҙалыр китте лә юғалды, зал ҡымшанмай ҙа ултыра бирҙе. Р. Байымов. Әйтерһең, бейек ҡоймалар, уҫал бурҙайҙар һаҡлауына маһайып, ҡымшанмай ял итә ине был йорт. 3. Биишева. Ләкин әле генә ҡая һымаҡ ҡымшанмай ҙа ултырған Арынбаҫаров ҡатынын тертләтеп, бигерәк тә аяҡ аҫтындағы эре-эре ҡыҙыл еләктәрҙе тапап иҙеп, ырғыны ла торҙо. Д. Бүләков. Уҡытыусының ҡарашы баянан бирле, тап-таҡыр итеп ҡырылған йомро башын түбән баҫып, ҡымшанмай ҙа ултырған Кәшфуллаға туҡталды. М. Кәрим.
ҠЫМШАТЫУ (ҡымшат-) (Р: шевелить; И.: stir; T.: kımıldatmak) ҡ.
Саҡ ҡына ҡуҙғатыу, ҡыймылдатыу. □ Шевелить, пошевелить. Ҡымшатып ҡуйыу. Ҡымшата биреү. Ҡымшата төшөү. Ҡымшатып алыу. Ҡымшатып йөрөү. Ҡымшатып ебәреү. Ҡымшатып тороу. М Парта артында ун йыл ултырып зиректек, йүнләп ҡыл ҡымшатманыҡ — белем һемерҙек фәҡәт. Й. Солтанов. Һалдаттарҙың береһе, ауыр эштән һуң етерлек тиклем ял итеп, йоҡоһонан уянғас, үҙендә көслөлөк һиҙгән кешеләй, бөтә кәүҙәһен ҡыймылдатып, күкрәк мускулдарын ҡымшатып ҡуйҙы. А. Таһиров.
ҠЫМШАУ (кымша-) ҡ. диал. ҡар. ҡыймылдау. Бармаҡтар аҡрын ғына ҡымшай.
ҠЫМШЫРЫУ (ҡымшыр-) ҡ. диал. ҡар. ҡымтыу I, 1, 2. Юрған менән ҡымшырып ятыу.
ҠЫМЫҘ I (Р: кумыс; И.: koumiss', T.: kımız) и.
Бейә, дөйә, кәзә һөтөнән әсетеп яһалған эсемлек. □ Кумыс. Йәш ҡымыҙ. Сөсө ҡымыҙ. Әсе ҡымыҙ. Ҡымыҙ эсеү. Туҫтаҡҡа ҡымыҙ ҡойоу. В Ул һимеҙ-һимеҙ ҡуй иттәре, ул йылҡы иттәре, ул йылҡы ҡаҙыһы, ул ҡымыҙ тиһеңме — барыһын-барыһын килтергәндәр. Ж. Кейекбаев. [Әбделҡадир:] Әх, ошонда
берәй көршәк ҡымыҙ, йәки асы бал булһа икән дәул. Н. Асанбаев, һай-û, бында ҡымыҙ эсеп, бишбармаҡ ашап ултырғанда ғына рәхәт, ә иҫкә төшкән саҡтарҙа йәндәрең өшөп китә. Р. Солтангәрәев. Ике яҡ, бер-береһенә күңелдәре иреп, татыулыҡ, ҡәрҙәшлек хаҡына мөлдөрәмә тулы ҡымыҙ туҫтаҡтары күтәрҙе. Ә. Хәкимов. • Ҡымыҙҙы кем яратмай, ҡыҙҙы кем һоратмай. Мәҡәл. Ҡымыҙға — бешкәк, ҡыҙға — тыйнаҡ. Мәҡәл. Бер аяҡ ҡымыҙҙың ике аяҡ еле бар. Мәҡәл. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар. Мәҡәл. Үҙеңдә айран булмаһа, кешенән ҡымыҙ эҙләмә. Мәҡәл. Һаумал ҡымыҙ булмаҫ, айран ҡатыҡ булмаҫ. Мәҡәл. Байтал менһәң — ҡолон юҡ, һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ. Мәҡәл. Күпме ҡымыҙ бирһә лә, кәзә бейә булмаҫ. Мәҡәл.
ҠЫМЫҘ II и. бот. диал. ҡар. ҡаҡы.
ҠЫМЫҘЛЫҠ I (ҡымыҙлығы) (Р: кумысная; И.: koumiss room; T.: kımız yapılan yer) u.
Ҡымыҙ яһай торған урын. □ Кумысная (место, помещение, где делают кумыс). Ҡымыҙлыҡта ҡымыҙ бешәләр.
ҠЫМЫҘЛЫҠ II (ҡымыҙлығы) (Р: горец альпийский; И.: Polygonum plant species; T: kuzukulağıgillerden bir bitki) и. бот.
Ваҡ ҡына өлпө сәскәле, тал япраҡлы, быуынтыҡ һабаҡлы әскелтем үлән. □ Горец альпийский (лат. Polygonum alpinum). ■ Йәмле генә Урал буйҙарында ҡымыҙлыҡтан йыуан йыуа бар; егет кенә саҡта әрмеләрҙә хеҙмәт итеү тигән йола бар. Халыҡ ижадынан. Ғәҙәттән тыш һутлы, мул булып үҫкән йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡтар, Шәүрә өмөт иткәндән дә һәйбәтерәк итеп, Емештең тәненән ауырыу һарыһын ҡыуҙы. 3. Биишева. Яҙ көнөндә ҡырҙа йөрөгәндә, исмаһам, ҡарын асып китһә, ҡаҡы, көпшә, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ кеүек төрлө үҫемлектәр ашап тамаҡ ялғап ебәреп була ине, хәҙер улар ҙа юҡ бит! М. Ғафури.
735