ҠЫМЫҘЛЫҠ ТУЙЫ
ҠЫМЫҘЛЫҠ ТУЙЫ (Р.: весеннее молодёжное гуляние; И.: Youth festival in the open; T.: gençlik şenlikleri) и. этн.
Яҙ көндәре ҡымыҙлыҡ яңы сыҡҡанда яҡын-тирә ауылдарҙан йәштәрҙең йыйылышып яланға күңел асырға, егеттәрҙең ҡыҙ күҙләргә сығыу йолаһы. □ Весеннее молодёжное гуляние (для знакомств и выбора девушек). Ҡымыҙлыҡ туйын уткәреу. Ҡымыҙлыҡ туйында танышыу.
ҠЫМЫҘСЫ (Р.: кумысодел; И.: koumiss maker; T.: kımız yapan kimse) u.
1. Ҡымыҙ яһаусы. □ Кумысодел. M Әммә хәрби тәртипкә өйрәнеп бөткән кантон башлығы ҡубырсыған йәйләуҙе йәһәт яңы яйға борҙо, һәр ғаилә ағзаһының уҙ урынын һәм бурысын билдәләне; малсылар, ҡымыҙсылар, аш-һыусылар уҙҙәренә тейешле эштәрен белде. Ғ. Хөсәйенов. Алла-ғолдан һөйөндөк ҡарт менән әбейе, туған-тыумасаһы ҡымыҙсылар ярышында ҡатнашырға булдылар. 3. Ураҡсин. Арбаға һалып шунда килтерелгән Мандарҙы, тиҙерәк һауыҡтырырға ҡушып, табип ҡулына тапшырҙылар, табипҡа ярҙамға дауалау серҙәрен белеусе ике ҡымыҙсы әбейҙе бирҙеләр. Б. Рафиҡов.
2. Ҡымыҙ эсергә, ҡымыҙ менән дауаланырға килгән кеше. □ Кумысник (тот, кто лечится кумысом). ■ Шул матур саҡтарҙа ауылға төрлө ҡалаларҙан ҡымыҙсылар киләләр. Д. Юлтый. Ул [Шоңҡар], ҡыйыу ғына атлап, ҡымыҙсылар эргәһенә йунәлде. Н. Мусин.
ҠЫМЫҘСЫЛЫҠ (ҡымыҙсылығы) (Р: производство кумыса; И.: koumiss production; T.: kımızcılık) и. a. х.
Хужалыҡтың ҡымыҙ яһау тармағы. □ Производство кумыса. Ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеу. Ҡымыҙсылыҡ тармағы. Ҡымыҙсылыҡтан килем алыу. ■ Зөләйхә әбей бер һылтауҙан киленен ҡымыҙсылыҡ эше менән ҡыҙыҡһындырып булмаҫмы тигән
өмөт менән уны уҙе менән алып йөрөргә теләй ине. 3. Биишева.
ҠЫМЫҘХАНА (Р: кумысхана; И.: koumiss selling store; T.: kımız evi) u.
Ҡымыҙ яһап, ҡымыҙ һата торған бина. □ Кумысхана (заведение, где подают или продают кумыс). ■ һуғыш алдынан ғына биш йөҙ баш йылҡы аҫрап, ҡымыҙхана тотоп ятҡан ошо ауылда бейә һауып маташҡан баш та инде! Й. Солтанов.
ҠЫМЫЙ с.диал. ҡар. ҡыр II, 3. Ҡымый яҡ.
ҠЫМЫЙЫУ (ҡымый-, ҡымыя) ҡ. диал. ҡар. мылыйыу. ■ Ҡымыйып ҡына тыңлап тора. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМЫЛДАТЫУ (ҡымылдат-) ҡ. диал. ҡар. ҡыймылдатыу. Бармаҡтарҙы ҡымыл-датыу.
ҠЫМЫРҘАУ (ҡымырҙа-) ҡ. диал. ҡар. ҡымырйыу. Бөтә тән ҡымырҙай.
ҠЫ МЫ РЖ Ы У (ҡымыржы-) ҡ. диал. ҡар. ҡысыу 1,1. Ҡымыржып китеу. Ҡымыр-жып тороу.
ҠЫМЫРЙЫТЫУ (ҡымырйыт-) (Р: вызывать зуд; И.: cause an itch; T.: kaşınmak) ҡ.
Ҡымырйыу тыуҙырыу, ҡымырйыу хәленә килтереү. □ Вызывать зуд, зудить. Ҡымырйытып ҡысытыу. Тамаҡты ҡымырйытыу. ■ Уның [Тоняның] куңелен нимәлер ҡымырйытып ҡуйҙы. А. Абдуллин. Эсеу менән тамырҙарыңды ҡымырйытып китә торған кәусәр шарабы ине. И. Насыри. Тулған ай кеуек балҡып торған ҙур карауай ҡаластың куҙ алдында тороуы ауыҙҙарыбыҙҙан һыуҙар килтерә, тамаҡтарыбыҙҙың төбөн ҡымырйытып тора ине. М. Ғафури. [Байморат] геологтар менән байлыҡ эҙләй башлаясағын әйтеп, ҡыҙ йөрәген ҡымырйытып ҡуйырға самаланы. Н. Мусин. [Ғәзиздең] тамағын ҡымырйытып торған төйөн китте кеуек, уҙенә төбәлгән куҙҙәр-гә ҡарап алды, ләкин берәуһе лә куренмәне.
3. Ураҡсин.
ҠЫМЫРЙЫУ (ҡымырйы-) (Р: зудеть;
И.: itch; T.: kaşınmak, gıcıklanmak) ҡ.
736