ҠЫНА
1. Төрлө ерҙә нимәлер йыбырлаған, йөрөгән һымаҡ булыу; ҡымырлау, сымырлау. □ Зудеть, першить; чувствовать озноб, шевелиться. Тамаҡ төбө ҡымырйый. Ҡуҙ ҡымырйып ҡысый. ■ Ара-тирә ҡымырйып ҡуйған ирендәре, куҙ ҡабаҡтары ғына уның [Фатиманың] әле тере икәнен һиҙҙереп тора. 3. Ураҡсин. Иҫләмәҫтән ҡамсы төшкән һымаҡ, Ҡәбирҙең арҡа һабаҡтары ҡымырйып ҡалтыранды. Яр. Вәлиев. Шул саҡ Зәкиҙең тәндәре ҡымырйып, тыны ҡыҫылып китте. Р. Байбулатов.
2. кусм. Эстән тынғыһыҙланыу, ҡытыҡланыу. □ Беспокоиться. Йөрәк ҡымырйый. ■ Егет тип өндәшкәс тә, йөрәк тирәң ҡымырйый башланы, шикелле, иха-ха-хай! Н. Мусин. [Брагин] курәһең, буреләр араһында һарыҡ, ҡара һарыҡтар араһында уҙен буреләй курә. Шул ҡырағай ҡылығы ҡымырйый хәҙер. Ғ. Хөсәйенов.
3. диал. ҡар. ҡымйыу. Халыҡ ҡымырйып тора. ■ Майҙан ғәләмәт дәу йән эйәһе кеуек, геуләп ҡымырйып тора. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫМЫРЛАУ (ҡымырла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыймылдау. Аҡрын ғына ҡымырлай. Ҡы-мырлап тора.
ҠЫМЫРТҠА и. зоол. диал. ҡар. ҡырмыҫҡа. ■ [Барсынбикә:] Шәңгәрәйҙе... улыңды мин ҡымыртҡа майы менән ыуып һалам гел. Т. Ғарипова. Был ваҡиғаны кургән Туман, Айытбай, тағын башҡалар, сыҙап тора алманылар, бер табандан ташланып, уны ҡотҡарып алдылар ҙа, ҡымыртҡа һымаҡ ҡайнаған халыҡ араһына инеп юғалдылар. Т. Хәйбуллин.
ҠЫ М ЫУ (ҡымы-) ҡ. диал. ҡар. ҡымтыу!. ■ Йәнде усҡа ҡымып ултырҙым. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫМЫШ с. диал. ҡар. ныҡыш. Ҡымыш әҙәм.
ҠЫН (Р.: ножны; И.: scabbard; T: kın) и.
1. Үткер, осло ҡорал һауыты. □ Ножны (чехол оружия). Балта ҡыны. Бысаҡ ҡыны. Ҡылыс ҡыны. Хәнйәр ҡыны. Ҡынға
һалыу. ■ Абдулла ахун пистолетын ҡындан ала, атам, тип. Халыҡ йырынан. Ҡотлояр иһә ҡылысын ҡындан һура башланы ла, уның һыныҡлығын хәтерләп, тыҡ иттереп кире төшөрҙө. Ә. Хәкимов. Йыйын тып-тын ҡалды. Хандың ҡындан һурылған ҡылысы кире ҡынға ҡанһыҙ инмәҫен йыйындағылар яҡшы белә ине. Ғ. Хөсәйенов. Ҡемдер мылтығын тикшерә, кемдер биленә дарылы мөгөҙ таға, кемдер бысағын ҡындан һурып ҡарай. Б. Рафиҡов. Батырҙың йөрәгендә бик ҡаты ус-асыу урғып ташып китте. Шунан ул булат ҡылысын ҡындан һурып алды ла аждаһаның ун ике ауыҙлы ҡомһоҙ башын бер һелтәуҙә ҡыйып төшөрҙө. 3. Биишева. Шул арала оҙон буйлы, ҡара оҙон мыйыҡлы бер жандарм йугереп килде лә, вагон ишек тотҡаһына йәбешкән һалдаттарҙы тартып төшөрә, ҡайһыһына ҡылыс ҡыны менән һуға башланы. А. Таһиров. • Үткер ҡылыс ҡынын киҫер. Әйтем. Үткер ҡылыс — ҡынға көс, утмәҫ бысаҡ — йәнгә көс. Мәҡәл. Ҡуш ҡылыс ҡынға һыймай. Әйтем. Ҡылыс ҡында килешә. Әйтем.
2. Ҡурай һауыты. □ Чехол для курая. Ҡынынан ҡурайын алды.
ҠЫНА I |ғәр. (Р.: хна; И.: henna; T: kınaağacı) и. бот.
1. Дымғыл, һаҙмат урындарҙа үҫкән алабута япраҡлы тәпәшәк үлән. □ Хна (растение) (лат. Lawsonia inermiş). Ҡына һабағы. Ҡына япрағы.
2. Үҫемлектән алынған сәс, тырнаҡ буяуы. □ Хна (краска). Сәсте ҡынаға буяу. ■ [Йәғәфәр:] Ҡазый, фетнәсе Сәйеткә ҡатын-ҡыҙ кулдәге кейҙереп, ҡулдарының ус төбөн ҡынаға буяғыҙ ҙа, дөйә ҡойроғона тағып, аҡшам намаҙына тиклем ҡала буйлап йөрөтөгөҙ! Н. Асанбаев. • Туй уткәс, ҡына яҡмайҙар. Әйтем.
ҠЫНА II (Р: бальзамин; И.: balsamine; T: camgüzeli) и. бот.
Сит-сите саҡ ҡына кирткәсләнеп торған оҙонсараҡ япраҡлы, быуынтыҡ-быуынтыҡ
737