ҠЫНА
итләс ҡыҙыл һабаҡлы ҡыҙыл сәскәле бүлмә гөлө. □ Бальзамин (комнатное растение) (лат. Impatiens). В Йәне көйөүҙән иларға етешеп, тәҙрә төбөндәге гөлдәргә һыу һибә башлағайны ғына, яңы сәскә атып килгән ҡына гөлөнөң ботағын һындырып төшөрҙө. Д. Бүләков.
ҠЫНА III (Р.: перга; И.: bee-bread; T.: arıların topladığı çiçektozu) и. умарт.
Бал менән тулы кәрәҙҙең өҫтөн һылап ҡуйған йоҡа ғына балауыҙ. □ Перга. Ҡыналы бал.
ҠЫНА IV (кенә, ғына, генә) (Р.: только, лишь; И.: only; T.: sadece) киҫ.
1. Һәр төрлө һүҙҙең мәғәнәһен айырым алып сикләй. □ Только, лишь, всего (ограничительная частица). Алғас ҡына тынысланыу. Арығас ҡына ултырыу. Бер минут ҡына көт. Алтмыш ҡына көн ҡалды. Ҡыш ҡына килә. В Бәлки, улар унда ярты минут ҡына һөйләшкәндәрҙер, әммә малайға ярты көн буйы әңгәмәләшеп торалар кеүек тойолдо. Н. Ғәйетбаев. Әле бер нисә минут ҡына элек ҡурҡыныс ут ялҡындары тулы ҡорал һандығы күршеһендәге ябай ҡаралдылар һымаҡ бер ҡаралды булды ла ҡалды. И. Насыри.
2. һөйләм, хәбәр эсендә айырым һүҙгә баҫым яһау, процесты көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Только (усилительная частица). Барып ҡына ҡара. Алып ҡына ҡайтһын! Ваҡ ҡына күҙле ямғыр. В Был яҡтарҙа, әллә йылға, урмандар тарта, башҡа, яланлы урында яумаһа ла, әленән-әле ямғыр ҡойоп ҡына тора. И. Абдуллин, һыу ситендә үҫкән ваҡ ҡына ағастар араһынан ҡаҡылдашып ҡаҙ бәпкәләре килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев. Бик һөйкөмлө йәштәр. Яҙмыштары ла ҡыҙыҡ ҡына. Р. Солтангәрәев.
3. Ҡайһы бер рәүеш һәм сифатты айырым бер шартта ҡылымға теркәй йәки уларҙың сифатын кәметә. □ Связывает некоторые наречия и прилагательные с глаголами либо указывает на ослабление признака. Оҙаҡ ҡына ҡарап тороу, һалмаҡ ҡына юр
тыу. Йомшаҡ ҡына өндәшеү. Ҡыҙыҡ ҡына спектакль булды. Ашығыс ҡына килеп инде. ■ Күкрәгенән шатлыҡ тулҡыны сайпылған Сәғит айнып ырғып торҙо, ҡунаҡтарҙы түргә уҙырға ҡыҫтаны. Ләкин йәштәр бик ашығыс ҡына килгәндәр икән. Й. Солтанов. Ярлы-етем балаларҙы аслыҡ тырнағынан ҡотҡарып ҡалыу маҡсаты менән ашығыс ҡына ойошторолған балалар йортонда уҡытыу-тәрбиә эштәре тейешле кимәлдә түгел ине әле. 3. Биишева. Ә ырҙын артында һыйыр ашатыусы малайҙар туп һуғып уйнай, ҡыҙҙар йыш ҡына «ете таш» сөйә. И. Абдуллин.
4. Зат, килеш ялғауҙары менән килгәндә иркәләү йәки кесерәйтеү, йылылыҡ мәғәнәһен бирә (был осраҡта исемгә ҡушылып яҙыла). □ Выражает уменьшительно-ласкательное значение (при употреблении с аффиксами категорий падежа, лица). В Һауаларға уҡ сойорғоттом, ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам. С. Юлаев.
5. Халыҡ йырҙарында ижек һанын тултырыу һәм эмоциональ төҫмөр биреү хеҙмәтен үтәй. □ Употребляется в народных песнях для дополнения недостающих слогов и придания эмоционального оттенка. В Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай тиҙәр, ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән. Халыҡ йырынан.
ҠЫНА ГӨЛӨ и. бот. ҡар. кына II.
ҠЫНАЙЫН (Р.: корова третьего отёла; И.: third calving cow; T.: üç yaşındaki inek) и. диал.
Өс йәшлек һыйыр. □ Корова третьего отёла. Ҡынайын көтөүҙән ҡайтты.
ҠЫНАЛАНЫУ (ҡыналан-) ҡ. төш. ҡар. ҡыналау, страд, от ҡыналау. Ҡыналанған кәрәҙ.
ҠЫНАЛАУ (ҡынала-) (Р.: запечатать пергой соты; И.: cover with bee-bread; T.: çiçektozunu petek gözlerine sıkıştırma) ҡ.
738