Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 739 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҢҒЫРАУ
Кәрәҙ өҫтөн ҡына менән һылау. □ Запечатать пергой соты. Кәрәҙҙәр көҙгә табан ҡыналап ябылған.
ҠЫНАЛЫ с. диал. ҡар. мисәтле. Ҡыналы бал.
ҠЫНДАРАҠ (ҡын д ар ағы) и. бот. диал. ҡар. ҡондораҡ I.
ҠЫНЖЫРАҠ (ҡынжырағы) и. диал. ҡар. ҡынйыраҡ. Яңы ҡынжыраҡ тектереу.
ҠЫНЙЫРАҠ (ҡынйырағы) (Р.: кожаная обувь; И.: leather footwear; T.: deri ayakkabı) и. этн.
Табаны йылҡының сираҡ тиреһенән, башы күндән, ҡунысы бәкәлгә тиклем итеп, киндерҙән бышымлап тегелгән боронғо аяҡ кейеме. □ Кожаная обувь (на мягкой подошве, с коротким холщовым голенищем). Я Куп тә утмәй, беҙ һәр ауылда тип әйтерлек, бик ҡыҙыҡлы һәм шаҡтай боронғо ирҙәр аяҡ кейеме осраттыҡ. Аттың артҡы бот тиреһенән эшләнгән ҡынйыраҡ. К. Мәргән. Шул Альттарҙың береһе ҡайҙандыр яуҙан ҡайтҡас, ҡынйыраҡ кун ҡатаһына тулған балсыҡты ҡағып кейгән икән, шул балсыҡ өйөмөнән әлеге Алып тауҙары хасил булған да ҡуйған: ике ҡата балсығынан ике тау. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫНЛЫҠ (ҡынлығы) и. зоол. диал. ҡар. сурағай. Ал а ҡынлыҡ.
ҠЫНЫУ I (ҡын-) (Р.: заботиться; И.: take саге (of); T: düşünmek) ҡ. иҫк.
Алдан хәстәрлек күреп әҙерләнеү. □ Заботиться, заранее принимать меры. Я Ир Бабсаҡ Йәмиләне алып ҡайтҡан, уйын-көлкө, тамашаға ҡынып ҡайтҡан. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Ҡаты ҡышҡа ҡыныу кәрәк, буръяҡ һыуға тоноу кәрәк. Мәҡәл.
ҠЫНЫУ II (Р.: заботливый; И.: caring; Т.: özenli) с. иҫк.
Киләсәккә әҙерлек, хәстәрлек күреүсән; йүнсел, хәстәрлекле, булдыҡлы. □ Заботливый. Ҡыныу әҙәм.
ҠЫЙЫУЛАНЫУ (ҡыныулан-) (Р: заботиться; И.: look (after); T: düşünmek) ҡ. иҫк.
Киләһе көнгә, алдағы эшкә әҙерлек, хәстәрлек күреү; әҙерлекләнеү. □ Заботиться, проявить заботу. Я һөйләшә бар халыҡ кукрәк киреп, ҡыйыуланғас һин дә, мин дә бер. X. Ғәбитов.
ҠЫҢҒЫР I с. диал. ҡар. ҡырын I. • Беҙ ҡапсыҡта ятмай, ҡыңғыр эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Әйтем.
ҠЫҢҒЫР II р. диал. ҡар. ҡырын II. Ҡыңғыр ятыу. • Ҡырыҫланған эт ҡыңғыр йугерер. Әйтем.
ҠЫҢҒЫР III (Р.: дзинь; И.: imitation of jingling; T.: şıngır) оҡш.
Ҡыуышланып торған ҡалын тимергә һ. б. һуғып алғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; дыңғыр. □ Дзинь (подражание бренчанию, звяканью, звону). Ҡыңғырау ҡыңғыр итә.
ҠЫҢҒЫРАҒҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. ҡондораҡ I. Ҡыңғырағулән уҫкән ер.
ҠЫҢҒЫРАТЫУ (ҡыңғырат-) (Р: бренчать; И.: jingle; T.: şıngırdamak) ҡ.
Ҡыңғыр-ҡыңғыр иттереү; дыңғырлатыу.
□ Бренчать, звякать, звенеть чем. Я Мисэп-мисәп яҡшы аттар еккән ҡоҙалар, донъяны дер һелкетеп, ауылды бер итеп, ҡыңғырауҙар ҡыңғыратып килә ята. М. Кәрим.
ҠЫҢҒЫРАУ I (ҡыңғыра-) (Р: бренчать;
И.: jingle; T.: şıngırdamak) ҡ.
Ҡыңғыр-ҡыңғыр итеү; дыңғырлау.
□ Бренчать, звенеть. Ҡыңғырауҙар ҡыңғырайҙар.
ҠЫҢҒЫРАУ II (Р: колокол, колокольчик; И.: beli; T.: çan) и.
Шалтыратыу өсөн тел ҡуйып эшләнгән эсе ҡыуыш нәмә. □ Колокол, колокольчик, бубенец. Еҙ ҡыңғырау. Суйын ҡыңғырау. Ҡыңғырау һуғыу. Дуғаларға ҡыңғырау тағыу. Я Аты ла бит әле әкиәттәге төҫлө ажғырып, ялдарын ялпылдатып тора, ә муйынында — баяғы алтын ҡыңғырау.
739