Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 740 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ
Н. Мусин. Малай тағы ҡыңғырауҙауҙарҙы зыңғырлатты. Ф. Янышев. Гармунсы ике әйткәнде көттөрөп тора торған егет тугел ине булһа кәрәк, бөтә телдәренә бер юлы баҫып гармун куреген киң итеп тартты ла, ҡыңғырауҙарын сыңлатып, йома көйөн уйнап ебәрҙе. Ф. Әсәнов. Төн тын. Һыйыр муйынына таҡҡан ҡыңғырауҙар ғына сыңлап китә. Т. Ғарипова. Шәрәйҙең хәбәрен булдереп, зал геу итеп ҡалды, ләкин тегенең талапсан төҫтә ҡыңғырау зыцла-тыуына буйһоноп, шунда уҡ тымды. Ә. Хәкимов. • Ҡыңғырауҙың эсе буш. Әйтем. Яҡшы атҡа ҡыңғырау тағалар. Әйтем. Ояңа ҡарап, ҡанат ҡаҡ, дуғаңа ҡарап, ҡыңғырау таҡ. Әйтем.
ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ (Р.: колокольчик; И.: bluebell, campanula;!? çançiçeği) и. бот.
Ҡыңғырауға оҡшап торған күк, зәңгәр сәскәле күп йыллыҡ баллы үҫемлек. □ Колокольчик (цветок) (лат. Campanula). М [Емеш] берсә ҡыңғырау сәскәне, берсә ку-гәрсен куҙен, берсә сәскәһен ҡойорға өлгөргән умырзая тубырсығын яратты. 3. Биишева. һин килгәнде тойоп, болон көлһөн, ҡыңғырау сәскә китһен уянып. М. Ғәли. [Розаның] ап-аҡ йөҙөндәге зәңгәр куҙҙэр ҡыңғырау сәскәһен хәтерләтә һәм уның бар ҡиәфәтен алсаҡ, мөләйем итә. Р. Байбулатов. [Ҡорбан ҡарт:] Ә беҙ уҙ нигеҙебеҙҙе, уҙ туғайыбыҙҙа уҫкән ҡыңғырау сәскәләребеҙҙе ташлап киткебеҙ килмәй. Ш. Янбаев.
ҠЫҢҒЫРАУТӘТӘЙ и. бот. диал. ҡар. ҡыңғырау сәскә. Болонда ҡыңғыраутәтәй куп ине.
ҠЫҢҒЫР-ҠЫҢҒЫР (Р: дзинь-дзинь; И.: jingle, jingle; T.: şangır şangır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡыңғыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание многократному бренчанию). Ҡыңғыр-ҡыңғыр итеу. Ҡыңғыр-ҡыңғыр килеу. ■ Шул саҡ ат, ялдарын ялбыратып, башын һелкетеп ебәрҙе. Ҡыңғырау ҡыңғырлап
китте: ҡыңғыр-ҡыңғыр, ҡыңғыр-ҡыңғыр. Т. Килмөхәмәтов.
ҠЫҢҒЫРЛЫҠ (ҡыңғырлығы) и. диал. ҡар. ҡыйынлыҡ. Я Саҡ ҡына бер ҡыңғыр-лыҡ һиҙелдеме, һуҙеңде кирегә һапларға ғына әҙер. Й. Солтанов.
ҠЫҢҒЫРТ с. диал. ҡар. ҡырын I. Башты ҡыңғырт һалыу.
ҠЫҢҒЫРТЫУ (ҡыңғырт-) ҡ. диал. ҡар. ҡырынайтыу. Буректе ҡыңғыртып кейеу.
ҠЫҢҠЫЛТАУЫҠ (ҡыңҡылтауығы) и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡыңкылтауығына һыуыҡ уткән.
ҠЫҢРЫЙ 1с. диал. ҡар. ҡырын I. • Ҡырҡ кеше бер яҡ, ҡыңрый кеше бер яҡ. Әйтем.
ҠЫҢРЫЙ II и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙыл өйрәк. Ҡыңрый ҡанаты.
ҠЫП I (Р: подражание звуку при резком движении; И.: imitation of a sharp sound; T.: pat) оҡш.
Ҡапыл барлыҡҡа килгән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание звуку при резком движении. ■ Батыргәрәй һалдаттарға ҡып баҫып алды ла сығып китте. Р. Солтангәрәев. «Ярай, әсәй», — Рауил, ырғып тороп, инде байтаҡ ит ташлаған, бөршәйеп ҡалған әсәһе алдына ҡып баҫты. Б. Бикбай.
ҠЫП II (ҡыбы) (Р: жаберная кость; И.: gill bone; T.: solungaç kapağı) и. зоол. диал.
Айғолаҡ һөйәге. □ Жаберная кость. Алабуға ҡыбы.
ҠЫПА р. диал. ҡар. шыпа. Араны ҡыпа өҙоу.
ҠЫП АЙЫУ (ҡыпай-, ҡыпая) ҡ. диал. ҡар. ҡупайыу. Ҡыпайып йөрөй. Ҡыпайып тора.
ҠЫП АН с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2. М Йырларға, бейергә яратыусы ҡыпан Рая-ның был эшкә туҙемлеге етмәй, куңеле лә ятмай, әммә Василий Архипович уны әрләмәй, вәғәз уҡымай, ҙур такт һәм туҙемлелек менән ҡыҙын һыҙым эшенә ылыҡтыра. И. Абдуллин.
740