ҠЫП-ҠЫҪҠА
ҠЫП АН Д АҠ с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2.
■ Ҡыпандаҡ ҡына килене бар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫП АН ДАУ (ҡыпанда-) ҡ. диал.
1. ҡар. хәйләләү. ■ Гөнаһлы кеше ҡы-пандай. Экспедиция материалдарынан.
2. ҡар. ҡыйшанлау 2. Ҡыпандап йөрөй.
ҠЫПАН-ҠЫПАН (Р.: подражание многократным проворным движениям; И.: imitation of nimble motion; T: kıpır kıpır) оҡш.
Ҡыланып, ҡыйшанлап торған ҡиәфәтте белдергән һүҙ. □ Подражание многократным проворным, вёртким движениям. Ҡыпан-ҡыпан итеу. Ҡыпан-ҡыпан килеу.
■ Әйттер-типтер донъяһын!.. — тип баяғы һыңар куҙ Тәхәу ҡыпан-ҡыпан ҡуҙғала башлағайны, бригадир Сәләх ҡарт уны елкәһенән тотоп, урынына ултыртып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
ҠЫПАНЛАҠ (Р.: кокетливый; И.: coquet tish; T.: cilveli) с.
Ҡыпанларға яратыусан; ҡыйшанлаҡ. □ Кокетливый. Ҡыпанлаҡ бала. Ҡыпанлаҡ ҡыҙ. Ҡыпанлаҡ булыу.
ҠЫПАНЛАУ (ҡыпанла-) (Р: кокетничать; И.: flirt; T.: cilvelenmek) ҡ.
Күҙҙе, башты уйнатып, ҡылансыҡланыу; ҡыйшанлау. □ Кокетничать. Ҡыпанлап тороу. Ҡыпанлап йөрөй.
ҠЫП ИТЕҮ (ҡып ит-) (Р: внезапно возникнуть; И.: be ready in a moment; T.: birdenbire ortaya çıkmak) ҡ.
1. Йәһәт кенә, тиҙ генә нимәлер барлыҡҡа килеү. □ Внезапно возникнуть. ■ Малайҙың башында бер хәйлә ҡып итеп ҡалмаһынмы. Р. Байбулатов.
2. Ҡапыл пәйҙә булыу. □ Моментально явиться.
3. Тап-таман булыу. □ Оказаться в пору. Ҡостюм өҫтөндә ҡып итеп тора. ■ Бына Әхмуш, ысынъяһау булып кейенеп, төпкө булмәнән килеп сыҡты. Ҡостюм уға ысындан да ҡып итеп кенә тора ине. Б. Бикбай.
ҠЫП ИТТЕРЕП (Р.: моментально; И.: instantly; T: anında ) р.
Ҡапыл, йәһәт кенә, тиҙ генә. □ Моментально, быстро. ■ [Хоҙаяров] уксәләрен ҡып иттереп кенә бер-береһенә бәреп алды һәм хәҙер киноларҙа ғына куренеп ҡала торған «рыцарҙар» кеуек башын эйҙе. Р. Солтангәрәев. Иртән өйҙө йыйыштырып алам, сәйен ҡуям ҡатын тороуға, унан ҡып иттереп эшкә китәм сәғәт теуәл һигеҙ тулыуға. А. Игебаев.
ҠЫП-ҠЫҘЫЛ с. артыҡл. дәр. ҡар. ҡыҙыл, превосх. степ, от ҡыҙыл. Бик, үтә ныҡ ҡыҙыл. □ Очень красный, совершенно красный. Ҡып-ҡыҙыл. М Гөлбәҙәр Хәсәнде ҡып-ҡыҙыл ер еләктәре менән һыйлай, имеш. Ф. Әсәнов. Ҡилеп етеп Арыҫлан Рәхмәтул-ловичтың ҡулын ҡыҫыу менән, Әлфиәнең йөҙөндә ихлас йылмайыу барлыҡҡа килде, ләкин ни сәбәптәндер уҙе, ғәйебе өҫтөндә тотолған бала кеуек, ҡып-ҡыҙыл булды. Д. Бүләков. Халыҡ көлөшкән арала Ҡамилә бейеп бөттө, ә сәхнәгә кейенеп яһанған, битенә ҡып-ҡыҙыл итеп һандал һөрткән, ҡашына ҡыйылдырып һөрмә тартҡан Ғәлиә сығып баҫты. Н. Мусин. Ҡыҙ ҡып-ҡыҙыл булды. Амантаев уҙенең артығыраҡ әйтеп ташлау ын аңланы, шикелле. Р. Солтангәрәев.
ҠЫП-ҠЫП I (Р.: подражание звуку многократных резких движений; И.: onomatopoeic word; T.: kıpır kıpır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡып иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку многократных резких движений. Ҡып-ҡып итеу. Ҡып-ҡып килгән тауыш.
ҠЫП-ҠЫП II и. миф. диал. ҡар. бапаҡ I. Балаларҙы ҡып-ҡып менән ҡурҡытыу.
ҠЫП-ҠЫҪҠА с. артыҡл. дәр. ҡар. ҡыҫҡа, превосх. степ, от ҡыҫҡа. Бик, үтә ныҡ ҡыҫҡа. □ Очень, совершенно короткий. Ҡып-ҡыҫҡа. ■ Яңы модаса ҡып-ҡыҫҡа, яп-ялбыр итеп тарап ебәрҙем, эй, әйкәйем, сәсем бөтөркә икән дә минең, һылап, һыйпап, тартып уреп кенә мин уға бөтөркәләнергә
741