ҠЫПРАЙҒАН
ирек бирмәй йөрөгәнмен икән. 3. Биишева. [Минзәлә:] Ғәжәп бер көн булды инде ул, ағай. Үҙе оҙон, уҙе ҡып-ҡыҫҡа көн. Н. Мусин.
ҠЫПРАЙҒАН с. диал. ҡар. ҡупым I. Ҡыпрайған әҙәм.
ҠЫПСАҠ (ҡыпсағы) (Р.: кыпчак; И.: Kipchak; T.: Kıpçak) и. этн.
1. Төрки халыҡтарының бер ҡәбиләһе. □ Кыпчак (тюркское племя). Ҡыпсаҡ ханы. ■ Ҡыпсаҡтар — Алтайҙан Ду-найға ҡәҙәр йәшәгән ҡәуем. Сал тарихта, ана, ниндәй генә ҡөҙрәтле халыҡтар булмаған — скифтар, һундар, ҡыпсаҡтар илдәренән, киң далаларынан айырылыу менән юҡҡа ла сыҡҡандар. Р. Байымов.
2. Бер башҡорт ырыуының исеме һәм шул ырыуға ҡараған кеше. □ Кыпчак (башкирское племя). Ҡарағай ҡыпсаҡ. Ҡара ҡыпсаҡ. ■ Ҡыпсаҡ ҡыҙы ине ул, атаһы Мәсем хан нәҫеленән ине. Ҡыҙын һыбай сабырға ла, солоҡҡа менергә лә өйрәткән. Н. Мусин. Бындағы ҡыпсаҡтар XVIII быуат кутәрелештәре ваҡытында ошо яҡҡа ҡасып килгән башҡорттарҙы яҡлап, йәшереп алып ҡала торған булғандар. Ә.-З. Вәлиди. «Беҙ — ҡыпсаҡтар бит. Шулай булғас, кемдеке был ерҙәр? Беҙҙеке. Минеке лә!..» — тип ғорурлана малай. Ә. Хәкимов. Иртәнсәк арба тултырып ағас, көрәк-силәк, кумер, дегет тейәп уткән урман яҡ ҡыпсаҡтары хәҙер берәй ҡаҙаҡ сәй-шәкәр, берәй биш-ун ҡаҙаҡ он һалынған кескәй тоҡсайҙан башҡа бер нәмәһе булмаған буш арбаларын ҡылтырлатып Илсеғол урамы аша бер өҙлөкһөҙ уҙып торалар. 3. Биишева. [Ҡарағол:] Ул Ғәҙелша ҡарт балаһы. Ҡыпсаҡ ырыуынан. Шул ырыуҙың бер батыры инде. Д. Юлтый.
ҠЫПСАҠ ТЕЛДӘРЕ (Р: кыпчакские языки; И.: Kypchak languages; T.: Kıpçak dilleri) и. лингв.
Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләренән таралған төрки халыҡтарҙың телдәре. □ Кыпчакские языки. Ҡыпсаҡ телдәрен тикшереу.
Ҡыпсаҡ телдәренең уҙенсәлеге. Башҡорт теле — ҡыпсаҡ телдәренә ҡараған тел.
ҠЫПСЫҠ с. диал. ҡар. ҡапыс. Ҡыпсык куҙле кейәуе.
ҠЫПСЫУ I (ҡыпсы-) (Р: ущемить; И.: grip; T.: sıkmak) ҡ.
Эләктереп ҡыҫыу, ҡыҫып тотоу. □ Ущемить, защемлять, зажимать. Ҡыпсып алыу. ■ Хәл йыйып, әҙерәк ҡыбырламай ятҡас, [Касим] тағы алға ынтылды. Юҡ, таштар яурындарын ике яҡтан ҡыпсып алған да ыскындырмай ҙа ҡуя. Н. Мусин.
ҠЫПСЫУ II и. диал. ҡар. ҡырпыу 1.
Ҡыпсыу лы кәпәс.
ҠЫПСЫУЫР (Р: клещи; И.: pincers; T.: kıskaç) и.
Ҡыҫып тота торған ҡорал. □ Клещи (инструмент). ■ Йәшниктәр етерлек ине бында. Уларҙың сөйөн һурырға тотондоҡ. Мин ҡыпсыуыр менән һурам, Рәмил кәкрәйгән сәйҙәрҙе төҙәйтеп тора, һәйбәт таҡталарҙы бер яҡ ситкә айырып һала. Н. Мусин. Ҡайнар мейестәрҙән боҫрап сыҡҡан ҡорос киҫәктәрен ҙур ҡыпсыуырға эләктереп стандарға ташлап йөрөнөм. М. Хәйҙәров. Ҡыҙыл тимер һәр һуҡҡан һайын ниндәйҙер бер ҡиәфәт ала. Миңнеғәле ҡарт уны оҙон ҙур ҡыпсыуыры менән өҙлөкһөҙ әйләндерә. X. Ғиләжев.
ҠЫПТЫНЫУ (ҡыптын-) ҡ. диал. ҡар. ҡымшаныу. ■ Яздар батыр Айҡашты кутә-рергә тип бер нисә тапҡыр ҡыптынып ҡараһа ла булдыра алманы. Әкиәттән.
ҠЫПТЫР I (Р: подражание шуршанию; И.: imitation of rustling; T.: hışırtı) оҡш.
Ҡатҡыл йоҡа нәмә таушалғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуршанию, шелесту. Ҡыптыр итеу.
ҠЫПТЫР II (Р.: шуршащий; И.: rustling; T.: hışırdayan) с.
Ҡыптырлап тороусан; ҡаты. □ Шуршащий, шелестящий. ■ Иҫке йыртыҡ тун, ҡыптыр итек кейеп, туңа-туңа, ошо урамды көнгә биш ураған уҫмер ике малай,
742