ҠЫПТЫР ТУН
ниңәлер, тап бөгөнгөләй, уның куҙ алдына килеп баҫты. 3. Биишева. «Шулар һаман люль-кала йөрөй», — тип, егет ҡыптыр тоҡсайға һалынған бәшмәктәр килтерҙе. Р. Низамов. Вертолёт ишегенән ергә бер бәйләм быйма осто. Уның артынан майға буялып бөткән фуфайка, ҡыптыр спецовкалар барып төштө. Р. Солтангәрәев.
ҠЫПТЫР III с. диал.
1. ҡар. маҡтансыҡ. Ҡыптыр әҙәм.
2. ҡар. еңел һөйәкле. Нәҫелдәре менән ҡыптырҙар.
ҠЫПТЫР-ҠЫПТЫР I (Р.: подражание многократному шелесту; И.: repetative imitative sound of rustling; T.: hışırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡыптыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному шелесту, шуршанию. Ҡыптыр-ҡыптыр итеу. Ҡыптыр-ҡыптыр килеу. ■ Аласыҡтың ҡабығы ҡыптыр-ҡыптыр төшөп бара икән. Н. Мусин.
ҠЫПТЫР-ҠЫПТЫР II с. ҡар. ҡыптыр II. ■ Ҡыптыр-ҡыптыр туныңды, ҡыптырлатып кейерһең, бәхетеңә тура килһә, ҡарт булһа ла, кунерһең. М. Кәрим.
ҠЫПТЫРЛАҠ (Р: шуршащий; И.: rustling; T.: hışırdayan) с.
Ҡыптырлап тора торған. □ Шуршащий, шелестящий. Ҡыптырлаҡ япраҡ. Ҡыптырлаҡ тоҡсай.
ҠЫПТЫРЛАТЫУ ( ҡыптырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыптырлау, понуд. от ҡыптырлау. М Буран, өйөрөлөп бейеп йөрөгән аҡ кулдәкле ҡыҙ һымаҡ, ишек алдарында әйләнә, тәҙрәнең ҡарындыҡ өлгөһөнә бәрелеп ҡыптырлата, өйҙәрҙе һелкетә биреп ҡуя. Ж. Кейекбаев. [Солтан] киң еңдәре һәлберәп торған аҡ кулдәге өҫтөнә салғыйҙары һалынып төшкән ҡара сатин кәзәкейен кейеп, уҙе теккән бейек ҡуныслы кук ҡаталарын ҡыптырлатып, ишек алдына сыҡты. һ. Дәүләтшина. Әхирәтенең ҡулындағы балтаһын тартып алып, ян-яҡҡа быраҡтырғыһы килде Зәлиәнең, ә Венера спецовкаһын ҡыптырлатып уға
йәбеште лә, эҫе битен уның йөҙөнә терәп, шыбырланы: «Әллә ниҙәр эшләтһәң дә, китәм». Т. Килмөхәмәтов.
ҠЫПТЫРЛАУ (ҡыптырла-) (Р: шуршать; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
1. Ҡыптыр-ҡыптыр итеү, ҡыптыр-ҡыптыр килеү. □ Шуршать, шелестеть. Ҡатҡан тире ҡыптырлай. Ҡыптырлап ҡуйыу. Ҡыптырлап тороу. ■ Өҫкә кейгән бишмәтең ҡытаттай ғына ҡыптырлай. Сеңләүҙән. Еуеш кейемдәр тимер шикелле ҡыптырлап ҡатты. Р. Солтангәрәев. Йәнеш уҙәк өҙгөс тауыш менән сеңләп илай-илай тағы һыуға китте. Емешкә уның тотош һыуланған кулдәк итәктәренең тышҡа сығыу менән туңып, яланғас арыҡ боттарына ҡыптырлап бәрелә-һуғыла барғаны оҙаҡҡа хәтле ишетелеп торған кеуек булды. 3. Биишева, һирәк-һаяҡ төшкән ямғыр куҙенә ҡарындыҡ ҡыптырлай. Ж. Кейекбаев. • Тояҡ тыптырлар, тун ҡыптырлар. Әйтем.
2. кусм. Әкренләп кенә хәрәкәт итеү, ҡыбырлау. □ Шевелиться. Ҡыптырлап йөрөу. Ҡыптырлап тороу. ■ Беҙ ҡыптырлап йөрөгән булабыҙ әле... Бына Сөйөмбикә килен генә... — Зәлифә әбей ҡалғанын куҙ йәше менән генә аңғартты. Ш. Янбаев.
ҠЫПТЫРЛАШЫУ (ҡыптырлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыптырлау, взаимн. от ҡыптырлау. ■ Йәш япраҡтар ҡыптырлашып бәуелеп китә. Йылғала һыу сылтыр-сылтыр кәйелеп китә. К. Кинйәбулатова.
ҠЫПТЫР ТУН (Р: дублёнка из жёсткой шкуры; И.: kind of sheepskin coat; T.: gocuk) и.
Үҙенсәлекле ысул менән эшкәртелгән, ҡарауға ҡаты булып, ҡыптырлап торған тиренән тегелгән тун. □ Дублёнка из жёсткой шкуры (обработанной по особой технологии). Ҡыптыр тун кейеу. а Поезд туҡтаған, вагонға ҡыптыр тун, оҙон ҡуныслы быймалар кейгән һуйҙан-һуйҙан кешеләр инә башланы. Ғ. Хисамов. Ҡорбан ҡарт йоҡламайынса көтөп ятҡан, ахырыһы, ҡапҡа төбөн
743