Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 744 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫПҺЫУЫР
дә сана табаны сыйылдағас та, лампа баҙлатты, ялбыр ҡолаҡсынын мацлайына баҫа кейеп, ҡыптыр тунының төймәһен уткән һуғыш ғәрипләгән ҡулы менән ҡаптыра-ҡап-тыра, солан күтәрмәһенә сыҡты. Ш. Янбаев.
ҠЫПҺЫУЫР и. ҡар. ҡыпсыуыр.
ҠЫПШАНЛАҠ (ҡыпшанлағы) и. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2. Ҡыпшанлак булыу. Ҡыҙы бер ҡыпшанлак инде.
ҠЫПШАНЛАУ (ҡыпшанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшанлау 2. Ҡыпшанлап тороу. Ҡыпшанлап йөрөу.
ҠЫПШЫҠ с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2.
ҠЫПШЫНЫУ (ҡыпшын-) ҡ. диал. ҡар. ҡымшаныу. Ҡыпшынып та бирмәү.
ҠЫПШЫРЛАУ (ҡыптырла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыштырлау. ■ Бында һәр ҡыуаҡ төбөндә, һәр күбә эргәһендә тип әйтерлек төн ҡараңғылығын ярып, тирә-яҡты күҙәткән күҙҙәр, һәр ҡыпшырлауҙы иғтибар менән тыңлаған ҡолаҡтар бар. Б. Дим.
ҠЫПШЫУ (ҡыпшы-) ҡ. диал. ҡар. ҡымтыу I. Ҡыпшып алыу. Ҡыпшып тотоу.
ҠЫПЫЙ с. диал. ҡар. ҡупым. Ҡыпый кеше. Ҡыпый булыу.
ҠЫПЫҠ с. диал.
1. ҡар. ҡыйпысыҡ. Ҡыпыҡ ҡыҙ. Ҡыпык-лығы үҙенә килешеп тора.
2. ҡар. маҡтансыҡ. Ҡыпыҡ ир. ■ Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә, ә үҙе артыҡ ҡыпыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫПЫЛДАТЫУ (ҡыпылдат) 7П0Ш. ҡар. ҡыпылдау, страд, от ҡыпылдау. М Тик уны [Аккужаны] бер ҡыпылдатҡан нәмә булһа, ул да уның бик иҫкенән бирле өйрәнеп килгән «төп һәнәренең» совет принцибы менән яраҡлашмауы ине. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫПЫЛДАУ (ҡыпылда-) (Р.: многократно издавать звук лёгкого движения; И.: emit repeating sound of whiffing; T.: kıpır kıpır etmek) ҡ.
1. Ҡып-ҡып итеү, ҡып-ҡып килеү. □ Многократно издавать звук лёгкого движения. Ҡыпылдап тороу.
2. күсм. Борсолоп, һиҫкәнеп, сыҙамһыҙланыу. □ Беспокоиться. ■ Юлдыбай, ҡунаҡ киткәс, Рәйсә ни тип әйтер икән, хәҙер берәй нәмә әйтеп ысҡындырып, битемде ҡыҙартмаһа ярар ине, тигән уйҙар менән һиҫкәнеп, ҡыпылдап ултыра, һ. Дәүләтшина.
ҠЫПЫЛТАУ (ҡыпылта-) ҡ. диал. ҡар. ҡыпылдау 2. ■ Ҡайтам тип ҡыпылтай ҙа китә. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫПЫРI и. диал. ҡар. ваҡ-төйәк I. Донъя ҡыпыры.
ҠЫПЫР II с. диал. ҡар. еңел һөйәкле. ■ Тәпәш кенә, ҡыпыр ғына ти ул ҡатынды. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫПЫРТ и. диал. ҡар. ҡапрыҡ.
ҠЫПЫС I с. ҡар. кепес. Ҡыпыс күҙ.
ҠЫПЫС II и. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2.
ҠЫПЫС III (Р: дугообразное приспособление для обработки шерсти; И.: appliance for scotching wool; T.: ditme makinesi) и. диал.
Йөн тетеү өсөн йәйә һымаҡ ҡулайлама. □ Дугообразное приспособление для обработки шерсти. Йөндө ҡыпыс аша үткәреү.
ҠЫПЫС Л АУ (ҡыпысла-) ҡ. ҡар. кепесләү. Күҙҙәрен ҡыпыслап тора.
ҠЫПЫШ I с. ҡар. тоҡос. М Ауылға бер ир килеп төштө. Әллә ниндәй ҡыпыш ҡына тун кейгән. Ә. Вахитов.
ҠЫПЫШ II (Р: немного; И.: a little; a bit; T.: biraz) р.
Бәләкәй генә, әҙ генә. □ Немного.
♦ Ҡыпыш ҡыбырлатыр әмәл юҡ килә лә етә. □ Тут как тут. Ҡыпыштан ҡоро ҡалмау һәр ергә ҡыҫылыу. □ Везде участвовать (совать нос). ■ Килгән әбейҙәр араһында ауылдағы ҡыпыштан ҡоро ҡалмай торған Кизәр әбей ҙә бар ине. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫР I (Р: край; И.: border, edge; T.: kenar) и.
744