Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 745 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫР
1. Ике яҡтың буйҙан-буй мөйөшләнеп килгән киҫелеше. □ Край, грань, ребро. Өҫтәл ҡыры. Кубтың ҡыры. 1 Ниғмәтулла усының ҡыры менән уҙенең уңәсен һыпырҙы. Я. Хамматов. Ул [Рауил] ус ҡыры менән муйынын телеп ебәргәндәй итте. Б. Бикбай. Шашынған бай кәрәк ҡыры менән уның [тотҡондоң] яңағына һуға. Ғ. Хисамов.
2. Башы тар ғына булып һуҙылған оҙон тау; һырт. □ Хребет, гребень горы. Ҡыр артылыу. Я [Мәләк — Степанға:] Ҡырағай аяғығыҙ менән ҡыр артылып, Ҡамышлы һыу буйына тейәк һалып, уҙ кукрәгенә тартҡан еребеҙҙән биҙҙермәк булаһыңмы? Т. Хәйбуллин.
ҠЫР II (Р.: сторона; И.: side; T.: yan) и.
1. Нимәнеңдер сите, ситке өлөшө. □ Сторона (край). Ялан ҡыры. Баҫыу ҡыры. Урман ҡыры. ■ Уның [Әхмәдиҙең] ике улы ла ике атҡа яйҙаҡ менеп сабыша-сабыша Үҙәш-те буйына китте һәм урман ҡырына, төп-кәлгә барып еткәс, ебәрҙе. Ж. Кейекбаев. Мәулетов шул кәндә ук, урман ҡырында ҙур ғына соҡор ҡаҙытып, дошмандар тарафынан ҡалдырылған мәйеттәрҙе кумдерҙе. Ғ. Хәйри. Мин урман ҡырындағы бакуй баштарын бил яҙмай әйләндерәм дә әйләндерәм. Н. Мусин. Рамазан, урман ҡырындағы бесән кубәһе тебәнә һуҙылып ятып, Вася менән Нефёдыч һөйләгәндәрҙе хәтерләне. Ә. Хәкимов. Береһендә Ҡарыштан ун биш саҡрымдар самаһы тубән урман ҡырында һыбайлы мишәрҙәргә юлыҡтылар. F. Хөсәйенов.
2. Билдәле бер нәмәнән ситтәге урын; сит яҡ, сит тараф. □ Сторона (удалённое место). Ҡырға алыу. Ҡырға ҡуйыу. Юлдан ҡырға сығыу. Ҡырға ҡарау. Ҡырға ташлау. Ҡырҙан ҡарау. Ҡырҙан уратыу. Ҡырҙа тороу. ■ Көрәш майҙаны башлығы батырҙарҙы яңынан алышырға ҡушып, улар купмелер яҫҡышып йөрөгәндән һуң, Сураман батыр таҫыллыраҡ булып сыға. Көтөрҙө тубығына терәберәк ҡырға бырғыта. Ғ. Хөсәйенов. Әсә [буре] ирекһеҙҙән ҡырға
тайшанды, артҡы аяҡтарына ултырып, ҡайғыһын эсенә һыйҙыра алмай, олорға кереште. Ә. Хәкимов. Котелоктарҙы усаҡтан алып, ҡырға ҡуйғас, уның [Индрилдың] тәҫондәге тантана ҡапыл бөтә. Д. Юлтый.
3. Сит, ят яҡ, алыҫ ер. □ Сторона (чужая ). Ҡырҙа йәшәу. Ҡырҙан ҡайтыу. • Илдә йөрөгән ил таныр, ҡырҙа йөрөгән ер таныр. Әйтем.
4. Өйҙән, ауылдан ситтәге тирә-яҡ ер. □ Окрестность (за деревней, за городом). М Улар һыу буйлап ауылдан ҡырға сыҡҡанда, тау артынан йәйге таң һыҙылып ата башлағайны. Д. Юлтый. Ҡыҙ һәр көн һайын, куңел асып ҡайтыу ниәте менән, һыбай ҡырға сығып китер булған. М. Тажи. • Ҡулға өйрәнгән ҡош ҡырҙа аҙашыр. Мәҡәл.
5. Кеше тарафынан эйәләштерелмәгән, иректә йәшәгән йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа ҡарата әйтелеп, ҡайһы бер зоологик атамалар составында килә. П Дикий (в составе зоологических терминов). Ҡыр йәнлеге. Ҡыр ҡаҙы. Ҡыр өйрәге. М Хәҙер уның [Сурағолдоң] йәшендән ҡасҡан шайтан һымаҡ һырт биреп ҡасыуҙан башҡа рәте ҡалмаған. Ул ҡыр йәнлеге һымаҡ урман төптәренә йәшеренгән. Т. Хәйбуллин. Көҙ көнө беҙҙән китеу-се ҡыр ҡаҙҙары шикелле, арба артынан арбалар теҙелеште. Ғ. Хәйри. Ни куҙ менән курә-йем: ҡамыш араһында бер ҡанаты менән генә талпынып, бер ҡыр ҡаҙы осорға аҙаплана, ләкин булдыра алмай туҡтай, йугерәм тиһә, ҡамыштарға эләгеп ҡала. М. Ғафури. [Хөрмәт:] Бынау эҙ тәртешкәне хәтерләтә, эйеме? Ул сысҡан эҙе була. Ә быныһы — ҡыр ҡомағыныҡы. Яр. Вәлиев.
6. Кеше тарафынан сәсеп үҫтерелмәгән, культуралаштырылмаған үҫемлектәргә ҡарата әйтелеп, ботаник атамалар составында килә. □ Дикий (в составе ботанических терминов). Ҡыр алмаһы. Ҡыр йыуаһы. Ҡыр сейәһе.
745