Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 746 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРА
7. Тигеҙ ялан. □ Нива, поле. Асыҡ ҡыр.
■ Төшөмдә һеҙҙе гел курәм, минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым. С. Юлаев. Таңда төрөп хәҙер ҡырға сығам ысыҡ кипмаҫ борон гөлдәргә. М. Кәрим. • Ҡолон — ҡырҙа, ҡондоҙ — һыуҙа. Мәҡәл. Кулдә йөҙгән аҡ өйрәк ҡыр ҡәҙерен белмәҫ. Әйтем. Ауыл — ауыҙ, урман — ҡолаҡ, ҡыр — куҙ. Мәҡәл. Кулдең куҙе бар, ҡырҙың ҡолағы бар. Мәҡәл. Урман әйтмәҫ, тимә, ҡыр ишетмәҫ, тимә. Әйтем.
8. Иген сәскән ер; баҫыу. □ Поле (засеянное). Сөгөлдөр ҡыры. Ҡыр эше.
■ Шатлыҡ менән ҡысҡырыуҙар, әсе һыҙғырыуҙар, ҡыҫҡа һуҙле еңеу йырҙары «Иген фабрикаһы» колхоз ҡырҙарын, яландарын яңғыраттылар. А. Таһиров. Кыр эштәре куптән бөттө. Кара һыуыҡ елле, рашҡы ҡатыш ямғырлы көндәр башланды. М. Тажи. Кара көҙ еткәс, Тимаш баярҙың ҡыр эштәре бөткәс, Хаммат менән Сәлимә ауылға ҡайтып килде. 3. Биишева. Тау өҫтөнә менгәс, алда киң иген ҡырҙары, йәшел көтөулектәр йәйелеп китте. Ғ. Лоҡманов. • Кырҙа тиреҫ мул булһа, амбарың буш булмаҫ. Мәҡәл. Ҡырҙағы ашлыҡ байлыҡ тугел, амбарҙағы ашлыҡ — байлыҡ. Мәҡәл. Ҡырҙа ҡалған — ҡар аҫтында. Мәҡәл.
♦ Күҙ ҡыры (йы) менән ҡарау шул уҡ күҙ ҡойроғо менән ҡарау {ҡар. күҙ ҡойроғо). □ Смотреть краем глаза. ■ Бер аҙға майор Лачин, өндәшмәй, эйәре өҫтөндә борғоланып, башҡорт егеттәре ни хәлдә икәнлектәрен куҙ ҡыры менән куҙәтте. Я. Хамматов. Мин дә ҡуҙғалмайым, куҙемдең ҡыры менән генә туште ергә терәп ятҡан килеш ҡарайым. Д. Юлтый. Ҡыланышы ҡырға һыймай бик тәртипһеҙ, шашҡан кешегә әйтелә. □ Невоспитанный (о человеке). Ҡыр талашыу ҡаршылыҡ күрһәтеү, ныҡ тартышыу. □ Скандалить. ■ Тәуҙә бисәләр бер өйгә инмәҫ итеп ҡыр талашты. Ғ. Хисамов. Теге [Рөстәм] телевизор янынан китмәй ҡыр талашты. Р. Солтангәрәев. Әхирәттәре Фа-
тиманы еңгәләренә бирмәҫтән ҡыр талаштылар. Ж. Кейекбаев. Яу ҡыры һуғыш, яу барған ер. □ Поле сражения. ■ Бер беҙҙең ауылдан ғына ла яу ҡырына ошо тиклем кеше киткәс, сыҙатмабыҙ беҙ ул дошманды! Ф. Әсәнов. Яңғыҙ улының сит ерҙәрҙә яу ҡырында һәләк булыуын ишетеп, уның әсәһе бик ныҡ ҡайғыға ҡала һәм улы уткән юл әҙенән башҡорттарға килеп баш һала. Р. Өмөтбаев. Өс һыбайлы, алты йәйәуле, ҡаты бәрелештән һуң тулы килешеугә килеп, яу ҡырын ташлап китте. М. Кәрим.
ҠЫРА I (Р: гребень; И.: crest; T: sırt) и.
1. Тау һыртының өҫкө ҡыры; ҡырлас. □ Гребень (горы). Ҡыра буйлап барыу. Тау ҡыраһы. Ҡыраға менеу. ■ Алыҫта тубә-ләрен ап-аҡ ҡар ҡаплаған ят, шыҡһыҙ тау ҡыраһы. Ә. Хәкимов.
2. Буйҙан-буй теҙеп өйөлгән бесән йәки һалам күтәремдәре. □ Валок (сена, соломы). Ҡыраға тартыу.
ҠЫРА II р. диал. ҡар. бөтөнләй. Ҡыра эшкә ярамай.
ҠЫРАҒАЙ (Р.: дикий; И.: wild; T: vahşi) с.
1. Кеше тарафынан аҫралмаған, үҫтерелмәгән; ҡулға эйәләштерелмәгән. □ Дикий. Ҡырағай уҫемлек. Ҡырағай йәнлек. ■ Ҡырағай хайуандар ҡырағайлығын юғалтмағанда ғына ауырымайҙар, һәйбәт урсейҙәр. Н. Мусин. Тирә-яҡ тып-тын. Ағас япраҡтарының елберләуе, ҡош-ҡорт, хатта ҡырағай хайуандар тауышы ла ишетелмәй. Я. Хамматов. Ғәлиулла бабайымдың хәҙерге башҡорт аттарының боронғо тоҡомдары ҡырағай аттар, ҡолан, тарпандар тураһында һөйләгәндәрен ишеткәнем бар минең. Ғ. Хөсәйенов. Мәмерйәлә айыу олой, тауҙа ҡарағай шаулай, ҡарағай башында солоҡта ҡырағай бал ҡорттары гөжләй. Й. Солтанов.
2. Тәүтормош кимәлендәге. □ Первобытный. Ҡырағай халыҡ. Ҡырағай тормош.
3. Юғары культура үлсәменә һыймаған; түбән. □ Дикий (о нравах, обычаях). Ҡы
746