Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 747 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРАЗ
рағай ҡылыҡ. В Кем уйлап сығарҙы икән был ҡырағай йоланы! Ниндәй йәнһеҙ бәндә башлап ебәрҙе икән был ғәҙәтте? Ф. Әсәнов. [Дәрүиш:] Һеҙҙең ҡырағай йолаларығыҙҙы белмәйем, байбисә. М. Кәрим. Үҙең беләһең, байрам етте, халыҡҡа куңел асырға кәрәк. Ниңә, Карабулакта ятҡас та, беҙ илдән-көндән айырылған ҡырағай халыҡ тугел бит! — тине Рая. Р. Солтангәрәев.
4. Кешегә ылыҡмаған; ҡырыҫ. □ Дикий, необщительный, нелюдимый.. Кырағай әҙәм. Кырағай бала.
5. Туристик фирмалар ярҙамынан тыш булған; үҙ аллы. □ Дикий. Кырағай туризм. Кырағай туристар.
ҠЫРАҒАЙҘАРСА (Р: по-варварски; И.: like barbarians; T.: vahşilerce) р.
Ҡырағай кеүек, рәхимһеҙ рәүештә. □ По-варварски, варварским образом. Ҡырағайҙарса ҡыланыу.
ҠЫРАҒАЙЛАНЫУ (ҡырағайлан-) (Р: одичать; И.: run wild (about animals), become / grow wild; T.: yabanileşmek) ҡ.
1. Ҡырағайға әйләнеү. □ Одичать. Ҡырағайланған кәзә. Ҡырағайланған уҫемлек. Ҡырағайланған ат. В Ул [Хәтип] яҡынлашыу менән, толкө ағас араһына инеп китте. Беҙҙе онотоп, ҡырағайланып өлгөргәйне ул.
3. Хисмәтуллин. [Фазлетдин:]Иғтибар итмәһәк, ер ҡырағайланып, ысынлап та, ташландыҡҡа әйләнер ул. Р. Байымов.
2. Кешегә ылыҡмаҫ, кешенән тарты-ныусан булыу; ҡырыҫланыу. □ Дичать (о человеке). В Мәҙинә башта оялды, унан ғәрләнде, һуңынан, тейер-теймәҫтән кәмһетелмәҫ-хурланмаҫ өсөнмө, ҡырағайланды, илгәҙәк тәбиғәтле, алсаҡ күңелле ҡыҙ баланан ҡырыҫ, сая үҫмергә әүерелде. Т. Ғарипова. Бәләкәйерәк саҡта, мәктәп йылдарында, бындай ҡыҙҙар, ғәҙәттә, малайҙар менән шаяра, көлә, уларҙы мыҫҡыл да итергә тырыша, йөҙ-күҙҙәренә лә оялмай тура ҡарай, үҙҙәрен дә һаҡлай-ҡурсалай ала, телсән, ә үҫә килә тартына,
хатта ҡырағайлана йәки эреләнә башлай. Т. Ғиниәтуллин. Кинйәғол .. яҡын килә башлағас та, [балалар] ҡырағайланып, яр буйына землянкаларға ҡарап йүгерештеләр. А. Таһиров.
ҠЫРАҒАЙЛЫҠ (ҡырағайлығы) (Р: дикость, отстранённость; И.: savagery; T: vahşilik) и.
1. Кешегә ылыҡмау, кешенән тарты-ныусан булыу сифаты. □ Дикость, отстранённость. В Ә бит Сабирҙың үҙендә лә ҡырағайлыҡ та, һауалылыҡ та етерлек ине.
3. Биишева. Донъя мәрәкә яралған бит ул. Ярлылыҡ һәм һылыулыҡ, ҡырағайлыҡ һәм нәфислек, ғәҙәттә, бермә-бер тура килә. Я. Хамматов.
2. Тәүтормош кимәлендәге үҫеш осороноң иҫкергән исеме. □ Первобытность. Ҡырағайлыҡ дәүере.
3. Вәхшилек. □ Дикость. ■ Ғүмерен мәғрифәт эшенә арнарға йыйынған Нарморат-тың уйлауынса иһә, һуғыш, ҡан ҡойош — бәндә тәбиғәтенә ят шөғөл, ҡырағайлыҡ. Ә. Хәкимов.
ҠЫРАҒАС I (Р: дерево с пчелиным роем; И.: tree with a swarm of bees; T: an oğulu olan ağaç) и.
Ҡорт ҡунып, бал йыйған ҡыуышлы ағас. □ Дерево с пчелиным роем (в дупле которого они живут). В Ҡырағасты тапҡан кеше үҙенең тамғаһын ҡуя. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРАҒАС II и. диал. ҡар. үрәсә. Арбаның ҡырағасы һынған.
ҠЫРАҒАҺЫҘ с. диал. ҡар. эскерһеҙ. В Ул бит ҡырағаһыҙ, асыҡ күңелле. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРАЗ (Р.: гребень; И.: crest; T: tepe) и.
Нимәнеңдер ҡырланып ятҡан текә ере, өҫкө ҡыры. □ Гребень, вершина. Көрт ҡыраздары. В Уң яҡтағы ҡыраз битләүен сауҡалар ҡаплаған, юл эргәһендә төрлө сәскәләр менән аралашҡан үлән тулҡына, алдараҡ — әрәмә һыҙаты. Н. Мусин. [Рама
747