ҠЫРАУ
ҠЫРАН ҠЫЛЫУ (ҡыран ҡыл-) (Р.: устроить резню; И.: massacre, butcher; T.: katliam yapmak) ҡ. иҫк.
Ҡыйратыу, ҡырғын яһау. □ Устроить резню, уничтожить. ■ Иҙеукәй ярһып уҡталған, Дәммиҙе ул эҙләгән, ҡыран ҡылып бар яуын, бейҙе бәйләп алған, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫРАН ЛАУ (ҡыранла-) (Р.: уничтожать; И.: destroy; T.: kırmak) ҡ. иҫк.
1. Ҡыйратыу, емереү. □ Уничтожать, истреблять. Илде ҡыранлау.
2. Ауырлыҡ, ыҙа кисереү, ыҙа сигеү. □ Страдать, мучиться.
ҠЫРАННЫҠ (ҡыраннығы) и. диал. ҡар. әрәмәлек. Ҡыранныктан мал эҙләу.
ҠЫРАНСЫЛ (Р: жестокий; И.: cruel; T.: katı yürekli) с.
Үлтереп, ҡырып барыусан. □ Жестокий, немилосердный. Ҡырансыл әҙәм. ■ Ҡырансыл бесәй сысҡанды куп тотор. Картотека фондынан.
ҠЫРАН ҺАЛЫУ (ҡыран һал-) ҡ. иҫк. ҡар ҡыран ҡылыу. ■ Илгә ҡыран һалғандың, илде тар-мар ҡылғандың, таш аттырып ҡая тауға, дейеугә ут һалғандың йән һөйгәне һомаймы? «Урал батыр».
ҠЫРАН-ҺӨРӘН р. диал. ҡар. пыран-заран. Ҡыран-һөрән килтереу.
ҠЫРАН-ҺӘЛӘКӘТ (Р: гибель; И : destruction; ruin; T.: kırılma) и. йыйн.
Үлеш-ҡырылыш, афәт. □ Гибель, катастрофа. Ҡыран-Һәләкәт килтереу. Ҡыран-һәләкәткә этәреу.
ҠЫРАН-ЯРАН БУЛЫУ (ҡыран-яран бул-) (Р: быть уничтоженным; И.: perish, be lost; T: kırılmak) ҡ.
Юҡҡа сығыу. □ Быть уничтоженным, погибнуть. Дошман ҡыран-яран булған.
ҠЫРАН-ЯРАН ИТЕҮ (ҡыран-яран ит-) (Р: уничтожить; И.: destroy; T.: kırıp geçirmek) ҡ. иҫк.
Юҡ итеү. □ Уничтожить, истребить. ■ «Нисек булһа ла юл табып, .. барыһын
һыуҙан баҫтырып, ҡыран-яран итергә, Аҡбуҙатҡа менергә, Һомайҙы ла алырға, Әзрәҡәгә китергә», тиеп Шулгән уйлаған. «Урал батыр».
ҠЫРАН-ЯРАН ҠЫЛЫУ (ҡыран-яран ҡыл-) ҡ. иҫк. ҡар. ҡыран-яран итеү. ■ Булат ҡылысын һелтәп, Иҙеукәй килеп уҡталһа, данлап ҡорған Урҙаңды ҡыран-яран ҡылыр ул. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫР АРҠА (Р: гребень; И.: crest; T.: sırt) и.
Тау һыртының иң еҫкә ҡырлау ы. □ Гребень (горы). Ҡыр арҡаны артылыу.
ҠЫР АРҠА II и. анат. диал. ҡар. умыртҡа. Ҡыр арҡа һөйәге.
ҠЫРАС I (Р: крутой; И.: steep; T.: dik) с.
Текә, үрә торған (йөнгә, ялға ҡарата). □ Крутой (о гриве). М Был илдәрҙең менер атҡайҙары ҡырас яллы, көмрө билле икән. Халыҡ йырынан. Оҙон тороҡло, ҡырас яллы был аттарға беҙҙең тирә-яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Б. Бикбай. Һыбай ғына ҡашҡа ҡырас ялын тауҙан ғына оргән ел тарай. Халыҡ ижадынан.
ҠЫРАС II и. ҡар. ҡыраз. Н Илғужаның был тиклем дә матур, ҡырас тауҙар итәгенән һыбай елеп йөрөгәне юҡ. Д. Бүләков. Алыҫта тубәләрен ап-аҡ ҡар ҡаплаған ят, шыҡһыҙ тау ҡырасы. Ә. Хәкимов. Бер ҡыраста юл ҡырҡараҡуңға борола, нәҡ шунда Сәғит бесәне-ние менән ауҙы ла ҡалды. С. Шәрипов.
ҠЫРАСҠЫ и. ҡар. диал. ҡырпаҡ.
ҠЫРАУ I (Р: заморозки; И.: light frosts; T: don(lar) и.
1. Ҡар булып төшкән ысыҡ. □ Заморозки. Ҡырау төшөу. Ҡырау алыу. Ҡырау тейеу. Төнгө ҡырау. Һалҡын ҡырау. Ҡырауҙан көйгән. Ж Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғында ҡарҙан ҡаты төшкән ҡырау бар. Халыҡ йырынан. [Риф:] Һеҙҙең ҡырау тейгән сәскәне кургәнегеҙ бармы? Н. Асанбаев. Беҙ болонлоҡ буйынан барабыҙ. Болонға ҡырау төшкән. А. Таһиров. Ап-аҡ ҡырау төшкән иртәлә Оло инәйем мине мәктәпкә алып китте. М. Кәрим. Бөгөн
749