ҠЫРАУ
төндә беҙҙең участкалағы кукурузды ҡырау һуҡҡан. Ф. Әсәнов. Хәҙер ул ҡарама, ҡырау һуҡҡан кеуек, ҡурылған, йәйрәп ултырған япраҡтары урынында, ҡара кумергә әйләнеп, яп-яланғас ботаҡтары ғына һерәйеп ҡалған. Ә. Хәкимов. Егерме бишенсе июлдә ҡырау булһа, ҡыш һыуыҡ килер. Һынамыш. Йәшен куп булһа, баланды ҡырау һуғыр, һынамыш. Ҡояш байығанда аяҙ булып, төньяғынан һалҡынса ел иҫеп торһа, ҡырау булыр. Һынамыш. • Ағас башы — япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр, кеше курке — сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр. Әйтем. Матур сәскәне ҡырау тиҙ ала. Әйтем. Шайтан таяғын ҡырау һуҡмай. Әйтем.
2. кусм. Сәскә төшкән сал. □ Седина. ■ Ҡыҫҡа һаҡалына, мыйығына ҡырау төшкән. Ә. Хәкимов. Кедр ағасы төбөндә сикә сәстәренә көҙгө ҡырау төшкән кескәй генә нәфис ҡатын һәм ҡайһы ере менәндер уға оҡшаған, әммә баһадир кәуҙәле йәш ир ултыра. И. Абдуллин. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, ҡырау ҡунмаҫ минең куңелгә. 3. Биишева.
ҠЫРАУ II (Р.: несколько птичьих гнёзд на одном дереве; И.: several bird nests on the same tree; T: aynı ağaçtaki birkaç kuş yuvası) и. диал.
Бер ағастағы бер нисә ҡош ояһы.
□ Несколько птичьих гнёзд на одном дереве. Был тирәктә өс кырау бар.
ҠЫРАУЛАНЫУ (ҡыраулан-) (Р: заиндеветь; И.: become covered with hoarfrost; T.: kırçla örtülmek) ҡ.
1. Ҡырау йәки ҡылау менән ҡапланыу.
□ Заиндеветь; покрыться заморозками, изморозью. Ҡырауланған улән. Ҡырауланған тәҙрә. ■ Рәшиттең ҡара куҙҙәре Сашаның башы аша ҡырауланған тәҙрәгә текәлделәр. Ә. Бикчәнтәев. Хәйҙәрҙең ҡырауланған ҡара туны көлһыу төҫкә ингән. Й. Мостафин. Уларҙың [аттарҙың] манма һыуға төшкән йөндәре ҡырауланған. Я. Хамматов.
2. кусм. Сал төшөү; салланыу. □ Седеть (о волосах). Һаҡалы ҡырауланған. ■ Ах,
сәстәрем, минең сәстәрем! Ҡырауланды тамам сәстәрем. К. Кинйәбулатова.
ҠЫРАУЛАУ (ҡыраула-) (Р: заиндеветь; И.: become hoary / white with frost; T.: kırçla örtülmek) ҡ.
Ҡырау төшөү. □ Заиндеветь, покрываться изморозью, а Көҙгө һалҡындың ҡырпағы еуеш ерҙе генә тугел, һалдаттарҙың еуеш шинелдәрен дә ҡырауланы. А. Таһиров.
ҠЫРАУ ҺЫТЫУ (ҡырауһыт-) ҡ. ҡар. ҡырауытыу. М Өйҙөң серек ере эстән ҡырауһытып тора. Картотека фондынан.
ҠЫРАУЫҠ (ҡырауығы) (Р: период заморозков; И.: time of light frosts; T.: don(lar) и.
Ҡырау төшә торған миҙгел. □ Период, время заморозков. Көҙгө ҡырауыҡ.
ҠЫРАУЫТЫУ (ҡырауыт-) (Р: покрыться изморозью; И.: get covered with hoarfrost; T.: kırçla örtülmek) ҡ.
Ҡырау, ҡылау менән ҡапланыу; бәҫләнеү. □ Покрыться изморозью. Ҡырауытҡан улән. ■ Таңға табан көтмәгәндә тиреҫтән наян һалҡын ел иҫеп ҡуя, әҙ-әҙләп ҡырауыта. Ә. Хәкимов. Сәллә аҫтында ҡырауытып ҡыу ҡылғанға әйләнгән оҙон кәзә һаҡал һәлпелдәп тора ине. 3. Биишева.
ҠЫРАЯҠ (ҡыраяғы) (Р: предзимье; И.: late autumn frosty season; T.: sonbahar soğuğu) и.
Көҙҙөң ҡар йоҡа, аяҡ аҫты ныҡ туң ваҡыты. □ Предзимье (время, когда земля промерзает, но снега мало). ■ Ун йөк утын ҡырҡтым әле, ҡыраяҡта ҡырҡып ҡалайым, тип. Картотека фондынан.
ҠЫР БЕСӘЙЕ и. зоол. диал.
1. ҡар. һары шәшке. ■ Ҡыр бесәйе нәҡ төлкө шикелле ҡып-ҡыҙыл була, ҡамыш араһында йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
2. ҡар. һеләүһен.
ҠЫРБОРОН и. диал. ҡар. ҡылыс танау. Ҡырборон ир.
ҠЫР БӨЖӨРӨ и. зоол. диал. ҡар. сел. Ҡыр бөжөрөнә һунар итеу.
750