Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 751 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫРҒЫҘ
ҠЫР БӨТНӨГӨ (Р.: мята полевая; И.: field mint; T.: tarla nanesi) и. бот.
Асыҡ урында, яланда, болондарҙа таралған бөтнөк төрө. □ Мята полевая (лат. Mentha arvensis). Ҡыр бөтнөгөн йыйыу.
ҠЫРҒАЛАҠ (ҡырғалағы) и. диал. ҡар. кәйелтмәк. Ҡырғалаҡта сананан ҡолап ҡалыу.
ҠЫРҒАЛАУ (ҡырғала-) ҡ. диал. ҡар. кәйелеү. Арба ҡырғалап китте.
ҠЫРҒА СЫҒЫУ (Р: обряд вызывания дождя; И.: rite of calling rain; T.: yağmur çağırma töreni) и. миф.
Ямғыр һорап ҡырға сығыу йолаһы. □ Обряд вызывания дождя. ■ Ямғыр яумаһа, ҡырға сығыу йолаһын үтәй торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРҒА ТАШЛАУ (Р: обряд выбрасывания вещей больного; И.: ceremony of discarding a sick person's; T.: büyü ile tedavi usulü) и.
Ауырыу кешенең кейемдәрен, әйберҙәрен ҡырға сығарып ташлау йолаһы. □ Обряд выбрасывания вещей больного. ■ Имселәр ҡырға ташлау йолаһын йыш ҡулланалар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫРҒАУЫЛ (Р: фазан; И.: pheasant; T.: sülün) и. зоол.
Тауыҡтар төркөмөнә ҡараған оҙон ҡойроҡло, атаһы - көрәнһыу ҡыҙыл, инәһе - ҡуңыр һары төҫлө эре ҡош. □ Фазан (лат. Phasianus colchicus). Ҡырғауыл ҡанаты. Ҡырғауыл эҙе. Ҡырғауыл аулау. ■ Ҡыҫҡаһы, мин көҙөн тауҙарҙағы солоҡ балдарын үҙ ҡулым менән йыйып, уларҙы һатып, бер аҙ аҡса тупламайынса, бал ҡорто умарталарын ҡышлыҡ ыҙмаларға урынлаштырмайынса, тәүге ҡар яуғас, дуҫтарым менән мылтыҡ һәм ыласын алып урмандарға, тауҙар араһына һыбай китеп, ҡор, ҡырғауыл һәм ҡуян һунарына сыҡмайынса, мәҙрәсәгә китмәй торғайным. Ә.-З. Вәлиди. • Ҡыҙым балаһы — ҡырғауыл балаһы, улым балаһы — үҙәгем балаһы. Әйтем.
ҠЫРҒАЯҠ I (ҡырғаяғы) и. диал. ҡар. илгиҙәр. Ҡырғаяҡ кеше.
ҠЫРҒАЯҠ II (ҡырғаяғы) и. зоол. ҡар. ҡырҡаяҡ.
ҠЫРҒЫ I (Р: тёрка; И.: grater; T.: mutfak rendesi) и.
Нимәнелер ҡыра торған ҡорал; ҡырғыс. □ Тёрка. Ҡишерҙе ҡырғы менән ҡырыу. Эре тешле ҡырғы. Ваҡ тешле ҡырғы. Тимер ҡырғы. Пластмасса ҡырғы.
ҠЫРҒЫ II (Р: чужой; И.: another’s, someone else’s; T: yabancı) с. иҫк.
Ҡырҙан килгән, сит, ят. □ Чужой (о человеке). Ҡырғы кеше. ■ Егет, менгән атының алдынан йәйәүләтеп, ниндәйҙер ҡырғы әҙәмде алып килә икән. Ә. Хәкимов. Балыҡсы ҡарт, былар ҡырғы кешеләр тип тормайынса, усаҡ янына аяҡтарын һуҙып ултырҙы ла табында ни барынан ауыҙ итте, сәй эсте. Ғ. Ибраһимов. [Сулпан:] Ярар, Ҡотой ҡырғы түгел, үҙ ауылдашым. Т. Хәйбуллин. [Ғәләү:] Һай, элекке ише айыу эттәре ҡайҙа... Ауылға морон тыҡмаҫ та ине ҡырғы сәүектәр. С. Шәрипов. [Ҡолсобай — Заһитҡа:] Беҙ бер-беребеҙгә терәк, ҡанат булырға тейешбеҙ. Ә һин ҡырғы кеше шикелле ҡыланаһың, ситләшәһең. Я. Хамматов. • Ҡырғы менән ҡолан аулама. Мәҡәл. Ҡырғының аты уҙғансы, күршенең тайы уҙһын. Әйтем.
ҠЫРҒЫҘ I (Р.: киргиз; И.: Kirghiz; T: Kırgız) и.
Ҡырғыҙстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Киргиз. / Киргизский. Ҡырғыҙ егете. Ҡырғыҙ мәҙәниәте. Ҡырғыҙ әҙәбиәте. Ҡырғыҙ тирмәһе. ■ Унда ҡырғыҙ халҡының уҙғандағы арҙаҡлы кешеләре һәм бөгөнгө күренекле шәхестәре бергә йыйылған, бронза һындар булып, тау бейеклектәренән ҡарап торалар һымаҡ. Р. Бикбаев. Ҡырғыҙҙарҙың «Манас» дастаны менән 1910 йылдан алып ара-тирә шөғөлләнә инем. Ә.-З. Вәлиди. Ҡырғыҙҙарға, төрөкмәндәргә генә түгел,
751